Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете даръя кисеүселәр
Ете даръя кисеүселәр Үҙенең рәсми географик диңгеҙе лә булмаған тыуған Башҡортостандан утыҙлап адмирал, йөҙҙәрсә мең хәрби-диңгеҙ флоты офицеры, старшинаһы һәм унан да күберәк диңгеҙселәр сыҡҡанлығын уйлаған һайын миндә сикһеҙ ғорурлыҡ тыуа. Батша Рәсәйе заманынан алып бөгөнгәсә Ватаныбыҙҙы уратып алған океан-диңгеҙҙәрҙә иҫәпһеҙ-һанһыҙ яҡташтарыбыҙ милләтебеҙҙең исемен данлап тоғро хеҙмәт итә һәм итәсәк.
Һәр флот тарихында — Тымыҡ океанмы, Төньяҡ Боҙло океанмы, Балтикмы, Ҡара диңгеҙме, Каспий диңгеҙеме — яҡташтарыбыҙҙың леген­даға әйләнгән батырлыҡ өлгөһө бар, һәм улар флот тарихында үлемһеҙ биттәр булып һаҡлана. Илебеҙҙе бөйөк диңгеҙ державаһы тип хаҡлы әйтергә була. Уның 150 мең саҡрымға һуҙылған сиктәрен ике океан һәм ун дүрт диңгеҙ уратып алған. Һәр флотта: “Башҡорт­остандан икән — ул ышаныслы”, — тигән фекер нығынған. Быны миңә үҙ ҡолағым менән күп мәртәбә ишетеп ғорурланырға тура килде.
Одесса өлкәһендәге Диңгеҙ мәк­тәбендә рулевойҙар һөнәрен үҙләш­тергәс, Ҡара диңгеҙ флотының эскадра миноносецына 30 рулевойҙы ваҡытлыса бер төнгә алып килделәр. Был эсминецта бер генә рулевой ҡалырға тейешлеген белә инек.
Карап командиры һәр беребеҙҙе ҡабул итеп һөйләште. Миңә сират еткәнлеген түҙемһеҙлек менән көттөм.
— Ҡайҙа тыуғанһың? — Беренсе һорау шулай булды.
— Башҡортостандан, — яуабым.
— Бында ҡалаһың, — тине командир.
Бында рулевойҙар коман­даһы старшинаһына тиклем һәм, махсус курс тамамлап, офицер булғансы хеҙмәт иттем. Быны мин Башҡорт­остан данының ниндәй юғары баһаланғанын күрһәтер өсөн генә хәтергә төшөрҙөм.
Беҙҙең данлыҡлы флоттарыбыҙҙа утыҙлап адмирал хеҙмәт иткәнлеген башта уҡ телгә алғайным. Ҡайһы берҙәрен исемләп тә телгә алғым килә, сөнки улар — халыҡтың, республиканың хаҡлы ғорурлығы. Адмирал Владимир Маслов, вице-адмиралдар Юрий Ралль, Александр Вощанин, Рәйес Сөләймәнов, контр-адмиралдар Игорь Мөхәмәтшин, Михаил Бакаев, Юрий Хәлиуллин, Юрий Әфләтунов, Александр Пенкин, Батыргәрәй Зөлҡәрнәев, Саррин Мәжитов һәм башҡалар. Уларҙың һәр береһенең хеҙмәт юлы хаҡында китап яҙырлыҡ.
Шуларҙың барыһын да күҙ уңында тотоп, артабан да егеттәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү, диңгеҙселәрҙең маҡтаулы традицияларын быуындан-быуынға дауам итеү маҡсатында ун йыл элек Башҡортостан диңгеҙселәре йыйылышы йәмәғәт ойошмаһы төҙөлдө. Ул бөгөн меңләгән кешене туплаған иң әүҙем эшләүсе ойошмаларҙың береһе иҫәпләнә.
Диңгеҙселәрҙең тынғыһыҙ рәйесе Юлай Моратов алға ҡуйған бурысты еренә еткереп үтәү өсөн барлыҡ көсөн һала. Шуны ла әйтергә кәрәк: Диңгеҙселәр йыйылышы — республикала матбуғат хеҙмәте булған берҙән-бер йәмәғәт ойошмаһы. Уның етәксеһе өлкән мичман Ринат Иҡсанов, егәрле журналист булараҡ, ҙур ойоштороу эштәре башҡара, диңгеҙселәрҙең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы һәм унан һуңғы ваҡытта күрһәткән батырлыҡтары хаҡында яңынан-яңы мәғлүмәт табып, матбуғатта, радио һәм телевидениела яҡтыртып бара.
Ә диңгеҙселәрҙең батша заманынан алып беҙҙең көндәргәсә океан-диңгеҙҙәрҙә күрһәткән ба­тыр­лыҡ­тары әле тулыһынса асылып һәм яҡтыртылып бөтмәгән. Бында тарихсыларға ла, яҙыу­сыларға ла, журналистарға ла ең һыҙғанып эшләргә лә эшләргә.
Бөгөн Башҡортостан Диңгеҙселәр йыйылышы ағзалары быны үҙҙә­ренең төп бурысы һанай. Ошо йүнәлештә күҙгә күренерлек эштәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, “Башҡортостан диңгеҙселәре — Ватанға хеҙмәттә” тигән китаптар серияһының беренсеһе баҫылып сыҡты. Бында Башҡортостандан сыҡҡан йөҙҙәрсә диңгеҙсенең хәрби хеҙмәте һәм Ватанға тоғролоҡтоң һоҡланғыс өлгөләре күп яҡлап яҡтыртыла. Ул — ил тарихын һәм хәрби-диңгеҙ флоты тормошон өйрәнеүселәргә баһалап бөткөһөҙ сығанаҡ.
Шулай уҡ айырым ҙур ваҡиғаларға махсус гәзит сығарыу ҙа һәйбәт башланғыс. Мәҫәлән, Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә арналған тәрән йөкмәткеле күп битле баҫма донъя күрҙе. Ошо оло ваҡиға хөрмәтенә Диңгеҙселәр йыйылышы Рәсәй күләмендә ғилми-ғәмәли конференция уҙғарҙы, унда Калининградтан Владивостокка хәтлем төрлө ҡалаларҙа эшләп килгән Диңгеҙ­селәр йыйылышы вәкилдәре ҡат­нашты. Улар араһында беҙҙән сыҡҡан адмиралдар, генералдар ҙа бар ине. Шул иҫәптән яҡташыбыҙ, ваҡытында Рәсәй Оборона министрлығының генераль штабы начальнигы булып хеҙмәт иткән армия генералы Владимир Лобов та килгәйне. Бындай саралар уҙғарыу артабан да көн үҙәгендә тора.
Диңгеҙселәр йыйылышы төҙөлгәндә үк иң ҙур маҡсат итеп йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү, уларҙы хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәткә әҙерләү һәм рухландырыу маҡсаты билдәләнгәйне. Был йүнәлештә ҙур-ҙур эштәр даими ойошторола.
Өфөнөң Адмирал Макаров урамында урынлашҡан 156-сы дөйөм белем биреү усағы йәш диңгеҙселәр мәктәбе тип хаҡлы рәүештә аталып йөрөй. Бында Калинин һәм Орджоникидзе райондары уҡыусылары диңгеҙ һәм хәрби-диңгеҙ флоты темаһын үҙләштерә. Диңгеҙселәр йыйылышы ағзалары – запастағы офицерҙар, мичмандар һәм старшиналар – лекция уҡый, семинар уҙғара. Уҡыусылар үҙҙәре диңгеҙ темаһына реферат яҙа, һүрәт төшөрә, шиғыр һөйләй.
Кәрим Хәкимов урамында урын­лашҡан контр-адмирал Михаил Бакаев исемендәге Балалар диңгеҙ үҙәге лә тиҫтәләрсә йыл уңышлы эшләп килә. Улар йыш ҡына Ағиҙел буйлап теплоходта сәйәхәткә сыға, курсанттар үҙҙәре вахтала тора, диңгеҙсе һөнәрен үҙләштерә.
Бында йөрөгән уҡыусыларҙың бик күптәре артабан яҙмышын Хәрби-диңгеҙ флоты менән бәйләй. Мәҫәлән, заманында ошонда ағза булған Владимир Лобанков хәҙер контр-адмирал булып хеҙмәт итә. Андрей Никонов — 3-сө рангтағы капитан. Ә ундайҙар тиҫтәләрсә.
Төрлө мәктәптәрҙә, гимназия­ларҙа һәм мәктәп-интернаттарҙа диңгеҙ флоты темаһына батырлыҡ дәрестәре уҙғарылып килә. Ошондай дәрестәр Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһында, баш ҡаланың 23-сө, 86-сы мәктәптәрендә бик йәнле үтте.
Башҡортостан диңгеҙселәр йыйылышы шулай уҡ музейҙар төҙөүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Республика Хәрби Дан музейында Хәрби-диңгеҙ флотына арналған ҙур бүлек эшләп килә. Үрҙә аталған Балалар диңгеҙ үҙәгендә лә бай экспонатлы музей бар. Кисә генә элекке йылға пароходлығы училищеһы базаһында төҙөлгән Мәскәү һыу транспорты академияһы филиалында Хәрби-диңгеҙ флотына арналған музей асылды. Ул филиал директоры Н. Бричкин һәм Р. Иҡсанов инициа­тиваһы менән эшләнде. Башҡорт­остан диңгеҙселәренә арналған тиҫтәләп фильм төшөрөлдө, был эш дауам итә.
Башҡортостан диңгеҙселәрен йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға көтә: Өфөнөң Еңеү паркында, Ағиҙелдең бейек ярында һыу аҫты крейсерының команда рубкаһы һәйкәл булып ҡалҡасаҡ. Рубка килтереп ҡуйылған инде, әле уның тирә-йүнендә ҡыҙыу әҙерлек эше бара. Унда Петр Беренсенең, күренекле адмиралдар Нахимовтың, Макаровтың һәм Куз­нецовтың бюстары ҡуйыласаҡ. Рубкала батырҙарса һәләк булған төрлө быуын диңгеҙселәренең исемдәре яҙыласаҡ.
Бөгөн ҙур хыялдар менән йәшәгән диңгеҙсе дуҫтарымды Хәрби-диңгеҙ флоты көнө менән ҡотлап, һүҙемде шиғыр менән тамамлағым килә:

Ниндәй генә даръяларҙы гиҙмәй,
Башҡортостан, һинең моряктар.
Улар хеҙмәт иткән даръяларҙа
Ғорурлана ҙур-ҙур караптар.
Төрлө крейсерҙар, эсминецтар
Күрҙе беҙҙә тыуған егеттәр.
Диңгеҙ күреп тыумаһа ла улар,
Диңгеҙ бүреләре кеүектәр.
Ышаныслы улар төрлө поста,
Төрлө яҡта, төрлө флотта,
Штурмандар, ракетчиктар булып,
Бик ҙур командирҙар булып та.
Тымыҡ океанмы, Төньяҡ флотмы
Ҡара диңгеҙ, Балтик диңгеҙеме...
Салауаттың тоҡомдары шулай
Ҡыйыулыҡта һәр саҡ тиңһеҙме.
Адмиралдар, капитандар булһын,
Мичман, старшина булһындар,
Ябай матрос булған хеҙмәттә лә
Килеп тора һәр саҡ буй-һындар.
Буй-һын ғына түгел, яҡшы беләм
Антҡа тоғро булыу йөрәктә.
Ерҙә, күктә беҙҙекеләр тоғро,
Диңгеҙҙә лә иң ныҡ терәктәр.
Беҙ, диңгеҙһеҙ яҡтың моряктары,
Һынатманыҡ төрлө флотта.
Адмиралдар, капитандар булып,
Тик бер ябай матрос булып та.
Запастағы моряк дуҫтар, хәҙер
Барлыҡ юлдар асыҡ, киң һеҙгә.
Беҙҙән арттырһындар — кемдәр
поста,
Бөгөн кемдәр сыға диңгеҙгә!

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, запастағы Хәрби-диңгеҙ флоты офицеры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә