Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рөстәм ХӘМИТОВ: “Күрегеҙ, өйрәнегеҙ, эшләгеҙ”
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Күрегеҙ, өйрәнегеҙ, эшләгеҙ” Саҡмағош районының “Базы” крәҫтиән (фермер) хужалығында “Баҫыу көнө-2015” республика семинар-кәңәшмәһе үтте.

Был төбәктә буш ятҡан ерҙәр юҡ. Баҫыуҙарҙың береһендә арыш өлгөрһә, икенсеһендә кукуруз буй еткерә. Мал-тыуар ҡуралары ла бөтөн, хас элеккесә кеүек, хатта яңылары төҙөлә. Көтөүлектәрҙә өйөр-өйөр һыйыр үлән уртлай.
Ошо матур күренеште күҙәтә-күҙәтә Йомаш ауылындағы һөтсөлөк фермаһына килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Кемдер тенттан эшләнгән ҡураларҙы тәү тапҡыр күреп бик ғәжәпләнде. Ысынлап та хайран ҡалырлыҡ ине шул: бығаса беҙ күреп ғәҙәтләнгән биналарға бөтөнләй оҡшамаған. Хужалыҡ етәксеһе Вадим Соколов уны 49 миллион һумға үҙҙәренең иҫәбенә төҙөүҙәре хаҡында әйткәс, күптәр тел шартлатты. Бында 600 баш голштин-фриз тоҡомло һәүкәш аҫрала. Бөтә эш заманса ҡулайлаштырылған, автоматлаштырылған. Йомаш фермаһы һөт һауыу буйынса районда алдынғыларҙан иҫәпләнә. Былтыр 2696 тонна һөт, 161 тонна ит етештерелгән. Һәр һыйырҙан уртаса һауым 7856 килограмм тәшкил иткән.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар Рапат ауылында “500 ферма” программаһына ярашлы 600 баш малға төҙөлгән һөтсөлөк фермаһы менән танышты.
...Ҡалмашбаш янындағы баҫыуҙа әлегәсә күптәр күрмәгән, ишетмәгән заманса ауыл хужалығы техникаһы теҙелеп киткән. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында үҫтерелгән иген культураларының төрлө сорты, нут, соя, етен, люпин, рапс кеүек техник культуралар күргәҙмәһе, улар хаҡында бирелгән белешмә лә фәһемле, файҙалы.
Ошо уҡ ауылда юғары етештереүсәнле иген таҙартыу комплексы асылды. Балҡып торған ҡоролма сәғәтенә 40 – 80 тонна ашлыҡты ергә һалмайынса ғына киптереү, таҙартыу ҡеүәтенә эйә. Ул шунда уҡ орлоҡто ағыулап, тоҡтарға һалып сығара. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко был хаҡта:
– Киләсәктә бындай комплексты респуб­ликаның алты төбәгендә төҙөү күҙаллана, ул хужалыҡтарҙы таҙа, бөтә талаптарға яуап биргән сифатлы орлоҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, – тине.
Семинар-кәңәшмәнең район мәҙәниәт һара­йында үткән пленар өлөшөндә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов быйылғы ураҡ эштәрен ойоштороуҙағы мәсьә­ләләргә туҡталды, ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алырға саҡырҙы, бурыстар йөкмәтте. Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, баҫыуҙарҙа уңыш насар түгел. Беҙҙең алда өс милиион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйыу бурысы тора.
Артабан Рөстәм Зәки улы аграр тармаҡта күңелде борсоған хәлдәргә туҡталды, етәк­селәрҙе “Базы” крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Вадим Соколов кеүек эшләргә саҡырҙы.
– Беҙҙең республикала көслө хужалыҡтар бар. Уларҙан өйрәнеү мөһим, – тине ул. – Ҡарашты, ауыл хужалығын алып барыу алымдарын үҙгәр­тергә кәрәк. Мин бер мәл Вадим Васильевичтан: “Һин хужалыҡты етәкләй башлағанда ул ниндәй торошта ине?” – тип һораным. Баҡһаң, “Базы” районда иң арт­та һөйрәлгәндәр иҫәбендә йөрөгән. Ә бөгөн ул – Саҡмағошта ғына түгел, ә республикала иң яҡшыһы.
Әлбиттә, беҙҙә аграр тармаҡҡа һәр ваҡыт ярҙам күрһәтелә килде. Был юҫыҡта Рөстәм Хәмитов үҙгәрештәр буласағын әйтте:
– Беҙ артабан финанс ресурстарын һөҙөмтәле эшләгән хужалыҡтарға ғына бирәсәкбеҙ. Бюджет аҡ­саһын әрәм-шәрәм иткәндәргә, бер ниндәй та­быш алмағандарға тоттороп ҡуймаясаҡбыҙ.
Сарала шулай уҡ быйылғы ураҡҡа яҡшы әҙерләнгән Тәтешле, Туймазы, Саҡмағош райондарына бүләк бирелде, ә “Баҫыу көнө”нөң махсус кубогы Стәрлетамаҡ районына тапшырылды.
Кәңәшмәлә ҡатнашҡан ауыл хужалығы идаралығы етәк­селәре, белгестәре, эре фермер хужалыҡтары рәйестәре артабан фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты, яңы агрегаттар менән танышты.


Автор: Венер ИСХАҠОВ Район: Саҡмағош районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә