Саҡмағош районының “Базы” крәҫтиән (фермер) хужалығында “Баҫыу көнө-2015” республика семинар-кәңәшмәһе үтте.Был төбәктә буш ятҡан ерҙәр юҡ. Баҫыуҙарҙың береһендә арыш өлгөрһә, икенсеһендә кукуруз буй еткерә. Мал-тыуар ҡуралары ла бөтөн, хас элеккесә кеүек, хатта яңылары төҙөлә. Көтөүлектәрҙә өйөр-өйөр һыйыр үлән уртлай.
Ошо матур күренеште күҙәтә-күҙәтә Йомаш ауылындағы һөтсөлөк фермаһына килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Кемдер тенттан эшләнгән ҡураларҙы тәү тапҡыр күреп бик ғәжәпләнде. Ысынлап та хайран ҡалырлыҡ ине шул: бығаса беҙ күреп ғәҙәтләнгән биналарға бөтөнләй оҡшамаған. Хужалыҡ етәксеһе Вадим Соколов уны 49 миллион һумға үҙҙәренең иҫәбенә төҙөүҙәре хаҡында әйткәс, күптәр тел шартлатты. Бында 600 баш голштин-фриз тоҡомло һәүкәш аҫрала. Бөтә эш заманса ҡулайлаштырылған, автоматлаштырылған. Йомаш фермаһы һөт һауыу буйынса районда алдынғыларҙан иҫәпләнә. Былтыр 2696 тонна һөт, 161 тонна ит етештерелгән. Һәр һыйырҙан уртаса һауым 7856 килограмм тәшкил иткән.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар Рапат ауылында “500 ферма” программаһына ярашлы 600 баш малға төҙөлгән һөтсөлөк фермаһы менән танышты.
...Ҡалмашбаш янындағы баҫыуҙа әлегәсә күптәр күрмәгән, ишетмәгән заманса ауыл хужалығы техникаһы теҙелеп киткән. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында үҫтерелгән иген культураларының төрлө сорты, нут, соя, етен, люпин, рапс кеүек техник культуралар күргәҙмәһе, улар хаҡында бирелгән белешмә лә фәһемле, файҙалы.
Ошо уҡ ауылда юғары етештереүсәнле иген таҙартыу комплексы асылды. Балҡып торған ҡоролма сәғәтенә 40 – 80 тонна ашлыҡты ергә һалмайынса ғына киптереү, таҙартыу ҡеүәтенә эйә. Ул шунда уҡ орлоҡто ағыулап, тоҡтарға һалып сығара. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко был хаҡта:
– Киләсәктә бындай комплексты республиканың алты төбәгендә төҙөү күҙаллана, ул хужалыҡтарҙы таҙа, бөтә талаптарға яуап биргән сифатлы орлоҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, – тине.
Семинар-кәңәшмәнең район мәҙәниәт һарайында үткән пленар өлөшөндә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов быйылғы ураҡ эштәрен ойоштороуҙағы мәсьәләләргә туҡталды, ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алырға саҡырҙы, бурыстар йөкмәтте. Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, баҫыуҙарҙа уңыш насар түгел. Беҙҙең алда өс милиион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйыу бурысы тора.
Артабан Рөстәм Зәки улы аграр тармаҡта күңелде борсоған хәлдәргә туҡталды, етәкселәрҙе “Базы” крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Вадим Соколов кеүек эшләргә саҡырҙы.
– Беҙҙең республикала көслө хужалыҡтар бар. Уларҙан өйрәнеү мөһим, – тине ул. – Ҡарашты, ауыл хужалығын алып барыу алымдарын үҙгәртергә кәрәк. Мин бер мәл Вадим Васильевичтан: “Һин хужалыҡты етәкләй башлағанда ул ниндәй торошта ине?” – тип һораным. Баҡһаң, “Базы” районда иң артта һөйрәлгәндәр иҫәбендә йөрөгән. Ә бөгөн ул – Саҡмағошта ғына түгел, ә республикала иң яҡшыһы.
Әлбиттә, беҙҙә аграр тармаҡҡа һәр ваҡыт ярҙам күрһәтелә килде. Был юҫыҡта Рөстәм Хәмитов үҙгәрештәр буласағын әйтте:
– Беҙ артабан финанс ресурстарын һөҙөмтәле эшләгән хужалыҡтарға ғына бирәсәкбеҙ. Бюджет аҡсаһын әрәм-шәрәм иткәндәргә, бер ниндәй табыш алмағандарға тоттороп ҡуймаясаҡбыҙ.
Сарала шулай уҡ быйылғы ураҡҡа яҡшы әҙерләнгән Тәтешле, Туймазы, Саҡмағош райондарына бүләк бирелде, ә “Баҫыу көнө”нөң махсус кубогы Стәрлетамаҡ районына тапшырылды.
Кәңәшмәлә ҡатнашҡан ауыл хужалығы идаралығы етәкселәре, белгестәре, эре фермер хужалыҡтары рәйестәре артабан фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты, яңы агрегаттар менән танышты.