Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Эй, мосолман донъяһы, көмөш тауышлы аҙан...”
“Эй, мосолман донъяһы, көмөш тауышлы аҙан...” Ошо матур йырҙың һүҙҙәре һәр мосолмандың күңеленә моң да, һағыш та һалғандыр был көндә. Эйе, һәр яҡлап һынау үткәргән, мәрхәмәт, шәфҡәт өләшкән, миһырбанлы булырға өйрәткән изге Ураҙа айы тамамланды. Хуш, хәйерле рамаҙан!

Изге айҙы хөрмәтләп оҙатты республикабыҙ мосолмандары. Һәр ерҙә байрам ойошторолдо, ҡорҙар йыйылды, вәғәздәр уҡылды. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре иһә баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында “Рамаҙан айы менән хушлашыу” тигән күркәм сара уҙғарҙы. Әйткәндәй, был байрам күптәнге йолаға әүерелгән, йыл да ойошторола. Мөфтиәт менән “Родина” кинотеатры етәкселәре электән хеҙмәттәшлек итә, халыҡҡа күркәм кисәләр, осрашыуҙар бүләк итә.
Әлеге байрамға 150-нән ашыу кеше йыйылды. Сара Ҡөрьән уҡыуҙан башланды. Артабан һүҙ алған мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин быйылғы рамаҙандың айырыуса һөҙөмтәле үткәнен, бының нигеҙендә халҡыбыҙҙың татыулыҡҡа, иманға ынтылышы ятҡанын билдәләне. Уның әйтеүенсә, ураҙа мәлендә республикабыҙға сираттағы мәртәбә Төркиәнең ҡөрьән-хафиздары килеп, мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙҙары уҙғарған, дини дәрестәр биргән, теләгәндәрҙе аят уҡырға өйрәткән.
Мосолмандарҙы митрополит Никон исеменән ҡотларға Өфө епархияһының сиркәү менән йәмғиәт хеҙмәттәшлеге бүлеге етәксеһе протоиерей Евгений Шерышев та килгәйне. Ул байрам менән тәбрикләп, дин һәм конфессиялар араһындағы күркәм бәйләнештең тормош именлеге өсөн ҙур әһәмиәтен билдәләне.
Унан халыҡҡа ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмдары – “Еңмеш” (режиссеры – Айнур Асҡаров) һәм “Кәләш алам!” (режиссеры – Таңсулпан Бураҡаева) күрһәтелде. Милли эстрада йырсыларының, ҡурайсыларҙың, баянсыларҙың, “Ихлас” мәсетендә эшләп килгән “Солтан” балалар студияһында шөғөлләнгәндәрҙең сығыштары ла һәр кемдең күңеленә хуш килде. Халыҡ сараны матур итеп ойошторған кешеләргә, айырыуса Диниә назаратының Тимур Вәлитов етәкселегендәге йәштәр бүлегенә рәхмәт әйтеп, киләһе рамаҙанда имен-аман күрешеү теләге менән таралышты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә