Ошо матур йырҙың һүҙҙәре һәр мосолмандың күңеленә моң да, һағыш та һалғандыр был көндә. Эйе, һәр яҡлап һынау үткәргән, мәрхәмәт, шәфҡәт өләшкән, миһырбанлы булырға өйрәткән изге Ураҙа айы тамамланды. Хуш, хәйерле рамаҙан! Изге айҙы хөрмәтләп оҙатты республикабыҙ мосолмандары. Һәр ерҙә байрам ойошторолдо, ҡорҙар йыйылды, вәғәздәр уҡылды. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре иһә баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында “Рамаҙан айы менән хушлашыу” тигән күркәм сара уҙғарҙы. Әйткәндәй, был байрам күптәнге йолаға әүерелгән, йыл да ойошторола. Мөфтиәт менән “Родина” кинотеатры етәкселәре электән хеҙмәттәшлек итә, халыҡҡа күркәм кисәләр, осрашыуҙар бүләк итә.
Әлеге байрамға 150-нән ашыу кеше йыйылды. Сара Ҡөрьән уҡыуҙан башланды. Артабан һүҙ алған мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин быйылғы рамаҙандың айырыуса һөҙөмтәле үткәнен, бының нигеҙендә халҡыбыҙҙың татыулыҡҡа, иманға ынтылышы ятҡанын билдәләне. Уның әйтеүенсә, ураҙа мәлендә республикабыҙға сираттағы мәртәбә Төркиәнең ҡөрьән-хафиздары килеп, мәсеттәрҙә тәрәүих намаҙҙары уҙғарған, дини дәрестәр биргән, теләгәндәрҙе аят уҡырға өйрәткән.
Мосолмандарҙы митрополит Никон исеменән ҡотларға Өфө епархияһының сиркәү менән йәмғиәт хеҙмәттәшлеге бүлеге етәксеһе протоиерей Евгений Шерышев та килгәйне. Ул байрам менән тәбрикләп, дин һәм конфессиялар араһындағы күркәм бәйләнештең тормош именлеге өсөн ҙур әһәмиәтен билдәләне.
Унан халыҡҡа ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмдары – “Еңмеш” (режиссеры – Айнур Асҡаров) һәм “Кәләш алам!” (режиссеры – Таңсулпан Бураҡаева) күрһәтелде. Милли эстрада йырсыларының, ҡурайсыларҙың, баянсыларҙың, “Ихлас” мәсетендә эшләп килгән “Солтан” балалар студияһында шөғөлләнгәндәрҙең сығыштары ла һәр кемдең күңеленә хуш килде. Халыҡ сараны матур итеп ойошторған кешеләргә, айырыуса Диниә назаратының Тимур Вәлитов етәкселегендәге йәштәр бүлегенә рәхмәт әйтеп, киләһе рамаҙанда имен-аман күрешеү теләге менән таралышты.