Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гитлерға һәләкәт юллаған 37 көн
Ысынында, Бөйөк Ватан һуғышы 22 июндә түгел, ә 37 көнгә алдараҡ, 15 майҙа, башланырға тейеш була. Советтар Союзына һөжүм ҡылыу һәм уны тар-мар итеү уйы Адольф Гитлерҙа 1940 йылдың июлендә үк тыуа. «Барбаросса» тип аталған был йәшерен, дүрт айҙан да күпкә һуҙылмаҫҡа тейешле «йәшен тиҙлегендәге һуғыш» планы шул уҡ йылдың декабрендә ҡабул ителә. Югославия менән Грецияға ҡаршы Балҡан кампанияһы һуҙылыу сәбәпле, артабан Төньяҡ Африкалағы ҡатмарлы хәрәкәттәр арҡаһында СССР-ға һуғыш башлау ваҡыты кисектерелгәндән-кисектерелә килә. Гитлер илебеҙгә һөжүм асҡанға тиклем Көнсығыш Европала үҙенең көньяҡ флангыһы хәүефһеҙлеген булдырыуҙы, йәғни Югославия менән Грецияны буйһондороуҙы айырыуса мөһим һанай.
Тарихи белешмә

Фридрих I Барбаросса — 1125 йылдан германдар батшаһы, ә 1152 йылдан Изге Рим империяһы императоры була. Европала иң ҙур армияны ул тотҡан. Бөтөн кәсебе — башҡа илдәрҙе талау, баҫып алыу. Тыуған ваҡыты билдәһеҙ. 1190 йылда Өсөнсө Тәре яуына барышлай яҡын Көнсығышта Салеф тигән йылғала батып үлгән. Барбаросса “ҡыҙыл һаҡаллы” тигәнде аңлата.

Көстәр нисбәте.
Инглиздәр һәм итальяндар

1940 йылдың сентябре башында Италиянан Триполи ҡалаһына маршал Рудольфо Грациани етәкселегендә биш дивизиянан торған десант килеп төшә һәм тиҙләтелгән марш менән Урта диңгеҙ яры буйлап Египетҡа ҡарай йүнәлә. (Ливия 1912 йылдан — Италия колонияһы). 13 сентябрҙә Грациани Египет ерҙәренә инә. Ә унда Британия ғәскәрҙәре тора. Билдәле, Грациани аҙашып йөрөмәй. Ҡан ҡойғос һуғыштар башланыуы ҡотолғоһоҙ була.

***
1914 — 1922 йылдарҙа Египет Англия протекцияһы аҫтында була (протекторат — дәүләттең бәйлелеге формаһы; ил эске эштәрендә генә күпмелер кимәлдә үҙаллы, ә тышҡы сәйәсәт тулыһынса баҫып алған дәүләт тарафынан билдәләнә). 1936 йылғы килешеү буйынса Британия Египетҡа тулы бойондороҡһоҙлоҡ гарантиялай. Егерме йыллыҡ оборона альянсына (килешеүле йөкләмәләргә нигеҙләнгән союз) ярашлы, Британия ғәскәрҙәрен тотошлай сығарыу ҡарала. Шул уҡ ваҡытта Суэц каналы биләмәһендә һаман да 10 мең кешелек ҡоро ер һәм хәрби һауа ғәскәрҙәрен тотоу күҙаллана. Англияға Александрияла һигеҙ йыл дауамында хәрби диңгеҙ базаһын тотоу рөхсәт ителә.
***
1940 йылда Британияның Суданда (Инглиз — Египет Суданы, йәғни Инглиз — Египет кондоминиумы (бергәләп биләү) — 9 000, Кенияла – 5 500, Британия Сомалийында – 1 475, Палестинала – 27500, Аденда – 2 500, Кипрҙа 800 кешелек хәрби көстәре иҫәпләнә. Ә Египетта 36 меңлек пехота һәм тулы булмаған бронетанк дивизияһынан торған «Нил» исемле армия менән Урта Көнсығыш ғәскәрҙәре баш командующийы, генерал сэр Арчибальд Вейвел үҙе тора. Ҡоро ер ғәскәрҙәренең сос­тавында — 83 меңгә яҡын кеше. Урта диңгеҙҙә төрлө типтағы тиҫтә ярымлап караптан торған адмирал Эндрю Каннингем флоты йөрөй. Генерал Вейвелдың төп бурысы — Суэц каналын һаҡлау. Урта диңгеҙ бассейны ул саҡта Британия империяһы халҡына көн итеү өсөн үтә лә мөһим урын була. Уның аша «йәшәү юлы» — Суэц каналы аша Һиндостанға, Австралияға һәм Яңы Зеландияға ҡыҫҡа диңгеҙ юлы — үтә. Ошонан Британия көнсығыштағы колонияларынан ниғмәт, мөлкәт, байлыҡ, хәрби сәнәғәт өсөн сеймал ташый. Сит илдәрҙе талау хисабына ғына бөйөк һәм ҡеүәтле һанала ул. Шуға күрә диңгеҙ юлдарын күҙ ҡараһылай һаҡлай.
1939 йылдың 3 сентябренән (Англия менән Францияның Польшаға бәреп ингәне өсөн Германияға һуғыш иғлан иткән көндәре тип аңларға кәрәк) Атлантикала Германияның субмариндары Британияның һыу өҫтө хәрби караптары менән бер ҡатарҙан сауҙа флотын ҡыйрата, уның хәрби сәнәғәтен сеймалдан мәхрүм итә. Шуның менән ҡорал етештереүен сикләргә тырышалар. Төптән уйлап эшләйҙәр, аҫтан киҫәләр, юҡһа, донъяның беренсе колониаль державаһы Бөйөк Британия оҙайлы һуғыш алып барырға һәләтле була.

***
Адмирал Эндрю Каннингем караптарына, генерал Арчибальд Вейвел һалдаттарына Италияның бөтөн хәрби диңгеҙ, һауа көстәре һәм армияһының ҙур өлөшө ҡаршы тора. Ливияла ғына маршал Итало Бальбоның 200 мең кешелек ғәскәре була. Былары — Урта диңгеҙҙә, ә Көнсығыш Африкала, йәғни Эфиопияла, Эритреяла, Италия Сомалийында — генерал Амадео Умберто һәм герцог Аоста етәкселегендәге — 110 меңлек армия. (Ә шулай ҙа тарихсылар был һандарҙы күпертеп ебәрмәнеме икән, тим).
Италия ғәскәрҙәренә Көнсығыш Урта диңгеҙҙә, Египетта, Яҡын Көнсығышта Британия ғәскәрҙәрен Ливиянан алып Сомали арауығында ҡыҫымға алып тар-мар итеү, Суэц каналын ҡулға төшөрөү, Ҡыҙыл диңгеҙҙә һәм Һинд океанының көнбайыш өлөшөн контролдә тотоу бурысы йөкмәтелгән.

***
Маршал Грацианиҙың биш дивизияһы Сиди-Барани ҡалаһына етеп, 50 миллек зонала туҡтай. Инглиздәр бәрелешһеҙ генә сигенә. Генерал Вейвелдың ике дивизияһы көнсығышҡа табан 75 миль алыҫлығындағы Мерса Майрух ҡаласығында итальяндарҙы көтә. Тактика оҫтаһы генерал Генри Вилсон ашығыс рәүештә һөжүм планын әҙерләй. Әммә ул билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә, сөнки Вейвел Лондондан Крит утрауын баҫып алырға һәм һауа көстәренең бер өлөшөн әлеге лә баяғы итальяндар бәреп инеүенән яҡлашыу өсөн Грецияға ебәрергә күрһәтмә ала. Британияның (һуңғараҡ Франция ла ҡушыла) 1939 йылдың мартында Польшаға, Румынияға, Грецияға баҫып алыуҙан яҡларға биргән гарантияһы була, ул шуны үтәй.

***
Италия менән Греция 1928 йылдың 23 сентябрендә дуҫлыҡ тураһында килешеү төҙөй. Ләкин 1940 йылдың 28 октябрендә Италияның генерал Себастьяно Висконти-Праста етәкселегендә һигеҙ дивизияһы Грецияға бәреп инә. Аяуһыҙ алыштар башлана. Грек генералы Александр Папагос 150 меңлек ғәскәре менән бик оҫта оборона тота, аҙаҡ, контрһөжүмгә күсеп, итальяндарҙы сигенергә мәжбүр итә. Был хәлдән кәйефе ҡырылған Муссолини ата Висконти-Прастаны генерал Убальдо Солду менән алмаштыра. Яңы тәғәйенләнеш итальяндарҙың еңелеүен туҡтата алмай. Гректарға Арчибальд Вейвел ебәргән самолеттар яҡшы ярҙам итә. Һөҙөмтәлә берлектәге грек-инглиз ғәскәрҙәре итальяндарҙы Албанияға тиклем ҡыуып индереп туҡмай. Италия генераль штабы начальнигы маршал Пьетро Бадальо оятынан отставкаға китә. Ғәскәрҙең абруйы ҡаҡшай.

***
Итальяндар менән эште бөтөргәндән һуң инглиздәр Египетта һөжүмгә күсә. Генерал-майор Ричардо О’Коннор 31 мең кешенән, 120 орудиенан, 275 танктан торған ғәскәре менән маршал Грациани ғәскәрен туҡмай-туҡмай көнбайышҡа сигендерә. Хәрби һауа, диңгеҙ көстәре менән берлектә аҙна-ун көн эсендә итальяндар Египеттан ҡыуып сығарыла. Грациани ғәскәренең бер өлөшө яу яланында һәләк була, 38 меңе әсир төшә, бик ҙур мөлкәте улъяға әйләнә. Донъя шаулатып башланған поход Египет ерендә шулай тамамлана. Генерал Висконти-Праста менән маршал Грациани Муссолини Гитлерға бына шундай Яңы йыл «бүләге» тапшыра.

***
Греция менән Критта эшен бөтөргәс, Вейвел артыҡ осоноп киткән Грациани итальяндарын Киренаикела (төньяҡ-көнсығыш Ливиялағы ҙур ғына өлкә) тамам «айнытырға» тотона. Ул был операцияны 1941 йылдың 1 ғинуарынан 7 февраленә тиклем башҡара. Көсөргәнешле һөжүмдәр менән тәүҙә Бардия порты ҡулға төшөрөлә. «Сүл ҡомаҡтары» тигән бронетанк дивизияһы, Киренаике сүллеге аша етеҙ хәрәкәт итеп, Тобрук порт ҡалаһын ҡамауға ала, шуның менән итальяндарҙың көнбайышҡа сигенеү юлдарын өҙә. Инглиздәр ҡоро ер, һауа һәм диңгеҙ көстәре менән көслө һөжүм башлай. Ике көнлөк ҡаты һуғыштарҙан һуң Сирте ҡултығында генерал Бергонцоли етәкселегендәге итальяндар баш һала. Ике ай эсендә генерал О’Коннор 500 миллек арауыҡта уларҙың туғыҙ дивизияһын юҡ итә, 190 мең һалдатын әсирлеккә ала, 400 танк, 1 290 орудиены ҡулға төшөрә. Үҙе 500 кешеһен юғалта. Ысын булһа...
***
1928 йылдың 2 авгусында Италия менән Эфиопия 20 йылға дуҫлыҡ килешеүе төҙөй. 1935 — 1936 йылдарҙа тәүгеһе, юҡ-бар сәбәп табып, икенсеһен баҫып ала. Быға тиклем Италия Африка мөгөҙөндәге Сомалиҙың бер өлөшө менән Эритреяны ҡулға төшөргән була. Был ерҙәр барыһы бергә «Көнсығыш Африка Италияһы» тип иғлан ителә. Эфиопия һуғышының бер үҙенсәлеге бар: был дәүләтте баҫып алғас, Муссолини ғына түгел, Италия халҡы ла, үҙҙәрен ҡеүәтле державаға һанап, маһайыуға, тәкәбберлеккә бирелә.
Ниһайәт, инглиздәр итальяндарға донъяға кем хужа икәнен танытырға уйлай. Генерал Арчибальд Вейвел уларҙан, шулай уҡ Ирекле Франция хәрәкәте француздарынан, урындағы Африка халыҡтарынан торған 70 меңлек ғәскәр туплай һәм Сомали менән Эфиопиялағы герцог Аоста, генерал Фрусциҙың 110 мең һалдатына ҡаршы яу менән китә. Бик ҡаты алыштар башлана. Һуғыш 1941 йылдың 4 апре­лендә Вейвелдың берләштерелгән ғәскәрҙәренең Эфиопияны биләүе, Аддис-Абебаны алыуы, итальяндарҙың капитуляцияһы менән тамамлана. Итальяндарҙың 50 мең кешеһе әсирлеккә төшә.

Балҡанда һәм Урта диңгеҙҙәге хәлдәрҙе яйға һалыу

1941 йылдың башына Венгрия менән Румыния Германияның союздашы булырға өлгөрә. Февраль-март айҙарында Гитлер сәйәси баҫым, янау менән Югославия регенты принц Павелды Германияны союздаш итеп алырға күндерә. Был килешеү төҙөлөп тө өлгөрмәйенсә юҡҡа сыға, йәғни 27 мартта Гитлер менән әшнәлеккә ҡаршы Югославия патриоттары дәүләт түңкәрелеше яһай. Һөҙөмтәлә принц Павел үлтерелә, альянс юҡҡа сығарыла. Асыуы ҡабарған Гитлер Югославия менән Грецияны баҫып алырға бойора.
6 апрелдә Югославияға маршал Вельгельм Листың 12-се армияһы, Клейстың танк бригадаһы, Венгриянан 2-се армия һәм, уларға эйәреп, итальяндарҙың 2-се һәм 3-сө армиялары бәреп инә. 1937 йылдың 25 мартында был ил менән килешеү төҙөгән итальяндар ҙа немецтарға ярҙамлашып йөрөй. Ун бер көн эсендә Югославия капитуляция ҡабул итә. Уның 300 меңдән ашыу кешеһе әсирлеккә төшә, 100 меңләбе һәләк була. Немецтар менән итальяндар иһә, ысын булһа, 558 кешеһен генә юғалта. Ләкин эш бының менән генә тамамланмай.
Йыл аҙағына ҡаршылыҡ күрһәтеү фронты лидеры полковник Драза Михайлович, Иосип Броз Титоның Милли азатлыҡ хәрәкәте коммунистары һәм немецтарҙың өс яҡлы ҡаршы тороуы ерлегендә оҙаҡҡа һуҙыласаҡ ҡан ҡойғос һуғыштар башлана. Мәғлүм булыуынса, был фажиғә, киң ҡоласлы партизандар һуғышы, 1945 йылдың яҙында Тито яҡлыларҙың еңеүе һәм власҡа коммунистарҙың килеүе менән тамамлана.
6 — 9 апрелдә немецтар менән итальяндар Албания аша Грецияға баҫып инә. Балҡанда хәлдәрҙең ҡырҡыулашыуын ентекле күҙәткән Вейвел мартта уҡ Грецияға ярҙамға генерал Мейтланд Уилсон етәкселегендәге 57 меңлек ғәскәрен ебәрә. Илбаҫарҙарҙы Уилсон менән Папагостың берләшкән көсө ҡаршы ала. Әммә был юлы гректарға Ника (уларҙың Еңеү аллаһы) йылмаймай, 27 апрелдә Греция баш һала.

Генерал Роммель

Гитлер Балҡанда ғына түгел, Төньяҡ Африкала ла хәүефһеҙлек булдырыу менән шөғөлләнә. 1941 йылдың ғинуар — март айҙарында Муссолиниға ярҙамға Норвегиянан Сицилияға 500 хәрби самолеттан торған һауа корпусын оҙата. Ә Ливияға 260 берәмектән торған өс дивизиялыҡ бронетанк корпусы, 120 хәрби самолет һәм бер пехота дивизияһы менән генерал Роммелде ебәрә. Артабан был тарафҡа бер ниндәй ярҙам да, иғтибар ҙа бүленмәй.
Генерал Роммель март — май айҙарында берләштерелгән Германия һәм Италия ғәскәрҙәре менән һөжүмгә күсә, ярайһы ғына уңыштарға өлгәшә. Эль-Аджейлда (24 март) Британия ғәскәрҙәрен сигенергә мәжбүр итә. Унан Бобрукка табан йүнәлә. 6-7 апрелдә яғыулыҡһыҙ ҡалған 2-се Британия танктар дивизияһын ҡулға төшөрә, данлыҡлы генерал О’Коннорҙы әсирлеккә ала. 9-сы Австралия дивизияһы ғына Тобрукка сигенеп ҡотола.
Арчибальд Вейвел Роммелгә ҡаршы контрһөжүмгә күсеп ҡарай, ләкин тырышлығы еңелеү менән тамамлана. Бының өсөн Лондон Вейвелды вазифаһынан бушата, уның урынына генерал сэр Клод Аучинлек тәғәйенләнә.
Британияның «8-се армия» тип үҙгәртелгән сүллек ғәскәрҙәре хәл иткес алышҡа әҙерләнә. Армия 7-се дивизия, 500 танк, бер мең самолет менән ҡеүәтләндерелә. Был көстәргә генерал Алан Каннингем етәкселек итә.
Роммель ғәскәре Каннингемдыҡынан ҡайтыш, тик Гитлерҙан ярҙам һорай алмай. Был файҙаһыҙ, сөнки Германия бер ай элек СССР-ға ҡаршы һуғыш башлаған, фюрерҙа Африка ҡайғыһы юҡ.
Ноябрь-декабрь айҙарында Каннингем менән Роммель араһында һуғыш бара. 7-8 декабрҙә 8-се армия Тобрук гарнизоны һәм Яңы Зеландия дивизияһы хисабына нығытыла. Көстәр нисбәте ҡырҡа үҙгәрә. Роммель армияһы тарҡатыла. Шулай ҙа ул, ҡалған көстәрен берләштереп, инглиздәр ҡамауынан сығыуға өлгәшә, Эль-Аджейль, Бардия, Халфай тирәләренә сигенә. 1942 йылдың 2 — 17 ғинуарында немецтар һәм итальяндар тулыһынса ҡыйратыла. 24 500 кеше һәләк була, 36 500-ө әсирлеккә алына, 386 танк һәм 850 самолет улъя ителә. Инглиздәр 18 мең кешеһен юғалта.
Генерал Роммель штабы менән самолетта ҡасып ҡотола. Артабан намыҫлы хәрби генерал был хурлыҡлы еңелеүе өсөн бер кемде лә ғәфү итмәйәсәк. Инглиздәрҙе лә, фюрерҙы ла... Әлегә уның йыры йырланмаған. Уның Европаны ғына түгел, донъяны шаҡ ҡатырырлыҡ эштәр башҡа­раһы бар.

Көнсығыш фронтта

Гитлер СССР-ға 162 немец дивизияһынан, 200 мең кешелек союздаштарынан торған өс миллионлап ғәскәр менән баҫып инә. Көнбайыш сиктәрҙә совет һалдаттары ла — өс миллион. СССР-ҙың бихисап танкы, орудиеһы һәм самолеттары бар, мәгәр улар сифат буйынса Германия техникаһынан күпкә ҡалыша. Июль урталарына тиклем генерал фон Боктың «Центр» армиялар төркөмө Минск тирәһендә Ҡыҙыл Армияның 290 мең кешеһен әсирлеккә ала, 2 500 танкын, 1 400 орудиеһын трофей итә.
10 — 19 июлдә Смоленск өсөн барған һуғыштарҙа генерал Рунштедтың «Юг» армиялар төркөмө Ҡыҙыл Армияның йәнә 100 мең яугирен әсирлеккә ала, ике мең танкын, 1 900 орудиеһын ҡулына төшөрә.
21 август — 26 сентябрь осоронда «Киев кеҫәһе» операцияһы барышында генералдар Гудериан менән Клейст армиялары Семен Буденныйҙың көньяҡ-көнбайыш ғәскәрҙәре төркөмөн тулыһынса тар-мар итә, 665 мең совет яугире әсир ителә. Октябрь – ноябрь айҙарында «Центр» армиялар төркөмөнә Вязьма тирәһендә Ҡыҙыл Армияның 650 мең яугире йәнә әсирлеккә төшә. Генерал Леебтың «Север» армиялар төркөмө Ленинградты ҡамауға ала. Һуғыш башынан СССР — 4 500, люфтваффе 2 000 самолетын юғалта.
Көнбайыш ҡына түгел, Рәсәй тарихсыларының да ғәҙел таныуы буйынса, вермахт Ҡыҙыл Армияға ҡаршы 1941 йылдың июль — ноябрь айҙарында һуғыштар тарихында бығаса күрелмәгән таң ҡалырлыҡ һөжүм итеү операцияларын уҙғара.
Был осорҙа Ҡыҙыл Армия ғәйәт ҙур юғалтыуҙар кисерә. Яҡынса ғына ла 4 500 танкынан, 4 500-ҙән ашыу самолетынан, 3 300-ләп орудиеһынан ҡолаҡ ҡаға. Көнбайыш сиктәрҙә өс миллионлыҡ ғәскә­ренең ике миллионы тар-мар ителә. Уларҙың яртыһынан күбеһе әсирлеккә төшә, ҡалғандары харап ителә. Германия ғәскәрҙәре 800 меңләп кешеһен юғалта.
Ноябрь аҙағында «Центр» армиялар төркөмөнөң яңы командующийы генерал фон Клюге Мәскәүҙән ни бары 25 миль алыҫлыҡта тора. Немец патрулдәре бинокль аша баш ҡала панорамаһын күҙәтә. Ноябрь аҙағына, хәле бөтөп, ике яҡ та туҡтап ҡала.
Оҙайлы ямғырҙар, һаҙға әйләнгән юлдар дошман ғәскәрен миктәтә, туҡтата. Танк ғәскәрҙәре 50 процентҡа хәрби һәләтен юғалта. Тәьминәт насар эшләй. Һалдаттар асыға, күшегә, сирләй. Бысраҡтан һуң ҡыш, ҡаты һыуыҡтар башлана. 1941 йылдың ноябрь аҙағы һәм декабрь башы бигерәк тә һыуыҡ булған, тиҙәр. Ә немец мундирҙары 25-30 градуслы Рәсәй ҡышына иҫәпләнмәгән, һөҙөмтәлә һалдаттар шәл ябынып, юрған бөркәнеп, итеге тышынан һалам быйма кейеп траншеяларҙа ҡатып ултыра. Күптәре һуғышһыҙ ҙа туңып үлә. Гитлер һөжүм туҡтағанға ҡотора, бер-бер артлы командующийҙарын алмаштыра.

Туҡта, кадр!..

Ошо мәлдә, әлеге хәлендә, Балҡан менән Төньяҡ Африкала сарыф иткән 37 көнө Гитлерҙың иҫенә төшмәнеме икән? СССР-ға һөжүмде 15 майҙа башламағанына үкенгәндер. «Барбаросса» буйынса һуғышты 15-ендә башлаһа, Мәскәүгә ноябрь аҙағында түгел, октябрь урталарына килеп етерҙәр, тимәк, немец һалдаттары асыҡмаҫ та, күшекмәҫ тә, туңмаҫ та ине. 1940 йылдың көҙөнән 1941 йылдың көҙөнә тиклем Төньяҡ Африкала итальяндарҙың һәм немецтарҙың 300 меңдән ашыу һалдаты һәм офицеры, 786 танкы, 1290 орудиеһы, 850 самолеты һаҡланып, 22 июндән һуң Көнсығыш фронтҡа оҙатылһа, Мәскәүгә йәй аҙағы — көҙ башында уҡ килеп етер ине.
Ошо уҡ көстәр Мәскәүҙе обороналағанда килеп төшһә, ни булыр ине? Уйлауы ҡурҡыныс... Теләһә ниндәй панфиловсыларыңды тапап ҡына үтеп китерҙәр ине. «Рәсәй ҙур, әммә сигенергә урын юҡ, артта — Мәскәү!» тип политрук Клочков ҡына түгел, ВКП(б) Үҙәк Комитеты хор менән ҡысҡырышып торһа ла, бер ни ҡыла алмаҫтар ине...
6 декабрҙә совет ғәскәрҙәре контрһөжүмгә күсә. Дошманды сигендереп, ҡыуалай башлай. Гитлерҙың ҡояшы байыуға йөҙ тота...
1944 йылдың 20 июлендә 12 сәғәт 30 минутта Адольф Гитлер Көнсығыш Пруссиялағы «Бүре ояһы» тигән резиденцияһында кәңәшмә үткәрергә уйлай. Сара башланып 17 минут үткәндән һуң, өҫтәл аҫтында бомба шартлай. 24 кешенең 17-һе яралана, дүртәүһе үлә. Гитлер ваҡытлыса контузия ала....
Бомбаны өҫтәл аҫтына заманында Төньяҡ Африкала Роммель ҡулы аҫтында хеҙмәт иткән, әле Берлиндағы Резерв армияһы штабы начальнигы, полковник граф Клаус фон Штауффенберг һалған була. Абруйлы сығанаҡтар шулай тип раҫлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 120

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 471

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 106

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 916

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 678

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 261

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 583

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 445

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 523

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 347

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 533