Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Онотолмаҫ көндәр
Онотолмаҫ көндәр “Орленок” балалар үҙәгендә икенсе смена тамамланырға ла ваҡыт етте. Күптән түгел бында ойошторолған ата-әсәләр көнө һәр кемдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән Егор Астахов менән Никита Шишов – айырылмаҫ дуҫтар. Уларҙың ата-әсәһе әйтеүенсә, балаларҙың хәлен аңларға була, сөнки ғәзиздәре беренсе тапҡыр тыуған йорттарынан айырылып, йыраҡҡа юлланған. Егор хатта күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.
– Ниңә шул хәтлем бойоҡһоң? Ҡара әле, әсәйең, өләсәйең, апайың һине күрергә килгән, – тип малайға аптыраулы ҡарашымды төбәнем. Егор уның һайын әсәһенә һырышты.
– Ныҡ һағынған бит беҙҙе бәләкәсебеҙ, – тип яуап бирҙе яҡындары.
Ә бына Никита шатланып алма ашауын белде. Атаһына һөйләп һүҙе бөтмәне, беҙҙең һорауға яуап бирергә лә, вожатыйҙар әҙерләгән концертты ҡарарға ла өлгөрҙө.
Малайҙарҙың икеһенә лә лагерҙағы ял ифрат оҡшаған. Улар рәхәтләнеп туп типкән, төрлө түңәрәктәргә, район үҙәге Стәрлебаш ауылындағы бассейнға һыу инергә йөрөгән, экскурсияларҙы ҡалдырмаған. Никита менән Егор һөйләүенсә, бында ашнаҡсылар итәғәтле, улар ризыҡты телеңде йоторлоҡ итеп бешерә. Ә инде вожатыйҙар ниндәй ярҙамсыл һәм иғтибарлы!
Был көндә иркен сәхнәлә концерт ойошторолдо. Һәр отряд йыр-моңға һәм бейеүгә маһир­лығын күрһәтте. Ата-әсәләр ки­нәнеп тамаша ҡылды. Аҙаҡтан улар ҡыҙҙары һәм улдары ниндәй шарттарҙа йәшәүен белеү өсөн бүлмәләр менән танышты. Спорт уйындары өсөн уңайлы майҙансыҡтарҙың күплегенә, бассейн, музей барлығына ҡыуанды.
Ата-әсәләр көнө табын артында тамамланды. Ашнаҡсылар ял итеүсе балаларҙы ғына түгел, ә уларҙың яҡындарын да һый­ланы. Бындай бүләкте улар көтмәгәйне. Ә Егор менән Никита киләһе йыл тағы ла килергә һүҙ бирҙе.



Автор: Рәйсә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә