“Орленок” балалар үҙәгендә икенсе смена тамамланырға ла ваҡыт етте. Күптән түгел бында ойошторолған ата-әсәләр көнө һәр кемдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән Егор Астахов менән Никита Шишов – айырылмаҫ дуҫтар. Уларҙың ата-әсәһе әйтеүенсә, балаларҙың хәлен аңларға була, сөнки ғәзиздәре беренсе тапҡыр тыуған йорттарынан айырылып, йыраҡҡа юлланған. Егор хатта күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.
– Ниңә шул хәтлем бойоҡһоң? Ҡара әле, әсәйең, өләсәйең, апайың һине күрергә килгән, – тип малайға аптыраулы ҡарашымды төбәнем. Егор уның һайын әсәһенә һырышты.
– Ныҡ һағынған бит беҙҙе бәләкәсебеҙ, – тип яуап бирҙе яҡындары.
Ә бына Никита шатланып алма ашауын белде. Атаһына һөйләп һүҙе бөтмәне, беҙҙең һорауға яуап бирергә лә, вожатыйҙар әҙерләгән концертты ҡарарға ла өлгөрҙө.
Малайҙарҙың икеһенә лә лагерҙағы ял ифрат оҡшаған. Улар рәхәтләнеп туп типкән, төрлө түңәрәктәргә, район үҙәге Стәрлебаш ауылындағы бассейнға һыу инергә йөрөгән, экскурсияларҙы ҡалдырмаған. Никита менән Егор һөйләүенсә, бында ашнаҡсылар итәғәтле, улар ризыҡты телеңде йоторлоҡ итеп бешерә. Ә инде вожатыйҙар ниндәй ярҙамсыл һәм иғтибарлы!
Был көндә иркен сәхнәлә концерт ойошторолдо. Һәр отряд йыр-моңға һәм бейеүгә маһирлығын күрһәтте. Ата-әсәләр кинәнеп тамаша ҡылды. Аҙаҡтан улар ҡыҙҙары һәм улдары ниндәй шарттарҙа йәшәүен белеү өсөн бүлмәләр менән танышты. Спорт уйындары өсөн уңайлы майҙансыҡтарҙың күплегенә, бассейн, музей барлығына ҡыуанды.
Ата-әсәләр көнө табын артында тамамланды. Ашнаҡсылар ял итеүсе балаларҙы ғына түгел, ә уларҙың яҡындарын да һыйланы. Бындай бүләкте улар көтмәгәйне. Ә Егор менән Никита киләһе йыл тағы ла килергә һүҙ бирҙе.