Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уразайҙар ураҡҡа әҙерләнә
Уразайҙар ураҡҡа әҙерләнә Һауа торошо баҫыу эштәрен бер аҙ тотҡарлаһа ла, Уразай ауылындағы “Дилмиев” крәҫтиән (фермер) хужалығында барыһына ла ваҡытында өлгөрөргә тырышалар.
Бында барлығы 45 кеше эшләй. Ураҡ мәлендә ситтән йәнә ун кешене йәлеп итәләр. 5 мең гектар һөрөнтө ерҙәре бар. Быйыл 650 гектарҙа – ужым бойҙайы, арпа, 700 гектарҙа һоло, арыш сәскәндәр. Ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, бесән әҙерләүҙе тулыһынса тамамлағандар тиерлек.

– Август башында ураҡҡа төшөргә иҫәп. Быйыл уңыш мул булмаҡсы. Ужым бойҙайы ла өлгөрөп килә, – ти хужалыҡтың баш агрономы Фәрит Вәлиев.
Хужалыҡта 700-ҙән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә. Былтыр, “500 ферма” программаһына ярашлы, бинаны төҙөкләндергәндәр. Быйыл тоҡомло мал алырға уйлайҙар.
Тиреҫтән газ, электр энергияһы, йылылыҡ һәм иң мөһиме – әҙер биоашлама алғандарын ишеткәнегеҙ бармы? Ә бына уразайҙар уныһын да уйлап тапҡан. Хужалыҡ етәксеһе Рөстәм Шәмселбаян улы был яйланма тураһында күптән хыялланған булған.
– Ер – ул тере организм. Ялан-ҡырҙарҙы төрлө ашлама менән, дөрөҫөн әйткәндә, ағыулайбыҙ. Был мәсьәлә күптән борсой ине. Тупраҡтың уңдырыш­лылығын нисек күтәрергә? Ергә мөмкин тиклем аҙыраҡ зыян итеп, нисек экологик яҡтан таҙа продукт алырға? Тиреҫте бит өс йыл дауамында яндырып баҫыуға сығарған хәлдә лә кире йоғонтоһон күрәбеҙ: ҡый үләне гөрләп үҫә башлай. Ә биогаз механизмы эшкәрткән органик ашлама концентратын өс йыл буйы һаҡларға кәрәкмәй. Тәбиғи микроорганизмдар ундағы сүп үләне орлоҡтарын да бөтөрә. Бындай ҡулайлама аша сыҡҡан ашлама концен­траты бөртөклө культуралар уңышын – 40-50, кукуруздыҡын да байтаҡҡа арттыра. Өҫтәүенә, эште яйға һалғас, концентратты башҡа хужа­лыҡтарға ла һатырға мөмкин, – тип һөйләй Рөстәм Шәмселбаян улы.
Уның һәр мәсьәләгә үҙ ҡарашы бар. Хыялдары ла күп төрлө.
– Киләсәктә ауыл эргәһендә быуа быуып, балыҡ үрсетеү менән дә шөғөлләнергә ине. Беренсенән, был дымлылыҡты арттырһа, икенсенән, быуа ауылға йәм өҫтәйәсәк. Бала-сағаға ла ҙур ҡыуаныс булыр, – ти етәксе.





Автор: Л. НУРЕТДИНОВА. Район: Балтас районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә