Һауа торошо баҫыу эштәрен бер аҙ тотҡарлаһа ла, Уразай ауылындағы “Дилмиев” крәҫтиән (фермер) хужалығында барыһына ла ваҡытында өлгөрөргә тырышалар.
Бында барлығы 45 кеше эшләй. Ураҡ мәлендә ситтән йәнә ун кешене йәлеп итәләр. 5 мең гектар һөрөнтө ерҙәре бар. Быйыл 650 гектарҙа – ужым бойҙайы, арпа, 700 гектарҙа һоло, арыш сәскәндәр. Ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, бесән әҙерләүҙе тулыһынса тамамлағандар тиерлек.– Август башында ураҡҡа төшөргә иҫәп. Быйыл уңыш мул булмаҡсы. Ужым бойҙайы ла өлгөрөп килә, – ти хужалыҡтың баш агрономы Фәрит Вәлиев.
Хужалыҡта 700-ҙән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә. Былтыр, “500 ферма” программаһына ярашлы, бинаны төҙөкләндергәндәр. Быйыл тоҡомло мал алырға уйлайҙар.
Тиреҫтән газ, электр энергияһы, йылылыҡ һәм иң мөһиме – әҙер биоашлама алғандарын ишеткәнегеҙ бармы? Ә бына уразайҙар уныһын да уйлап тапҡан. Хужалыҡ етәксеһе Рөстәм Шәмселбаян улы был яйланма тураһында күптән хыялланған булған.
– Ер – ул тере организм. Ялан-ҡырҙарҙы төрлө ашлама менән, дөрөҫөн әйткәндә, ағыулайбыҙ. Был мәсьәлә күптән борсой ине. Тупраҡтың уңдырышлылығын нисек күтәрергә? Ергә мөмкин тиклем аҙыраҡ зыян итеп, нисек экологик яҡтан таҙа продукт алырға? Тиреҫте бит өс йыл дауамында яндырып баҫыуға сығарған хәлдә лә кире йоғонтоһон күрәбеҙ: ҡый үләне гөрләп үҫә башлай. Ә биогаз механизмы эшкәрткән органик ашлама концентратын өс йыл буйы һаҡларға кәрәкмәй. Тәбиғи микроорганизмдар ундағы сүп үләне орлоҡтарын да бөтөрә. Бындай ҡулайлама аша сыҡҡан ашлама концентраты бөртөклө культуралар уңышын – 40-50, кукуруздыҡын да байтаҡҡа арттыра. Өҫтәүенә, эште яйға һалғас, концентратты башҡа хужалыҡтарға ла һатырға мөмкин, – тип һөйләй Рөстәм Шәмселбаян улы.
Уның һәр мәсьәләгә үҙ ҡарашы бар. Хыялдары ла күп төрлө.
– Киләсәктә ауыл эргәһендә быуа быуып, балыҡ үрсетеү менән дә шөғөлләнергә ине. Беренсенән, был дымлылыҡты арттырһа, икенсенән, быуа ауылға йәм өҫтәйәсәк. Бала-сағаға ла ҙур ҡыуаныс булыр, – ти етәксе.