Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тауһеңер аҡланында хат яҙылды
Тауһеңер аҡланында хат яҙылды Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы янында Башҡорт йәштәре көндәре уҙҙы.

Аҡлан иртә таңдан йән­ләнде: берәүҙәр тәбиғәттең хозурлығына, ҡоштар моңона бер аҙ ирәйеп торһа, икенселәр тағанға сәйнүк аҫып, усаҡ ҡабыҙҙы, өсөнсөләр гимнастика эшләй... Силәбенән килгән йәштәрҙе тәмләп сәй эскәндә тап иттек. Был ҡаланың йәштәр иттифағы рәйесе Әлфир Илбаҡтин үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
Тауһеңер аҡланында хат яҙылды– Халҡыбыҙҙың милли аңын уятыу йәһәтенән ҙур эш алып барабыҙ, кисәләр ойошторабыҙ, – тине ул. – Ҡыҙҙар, егеттәр иттифаҡ тормошонда ихлас ҡат­наша, үҙ-ара танышалар, хатта ғаилә ҡорғандар ҙа бар.
Әбйәлил ҡыҙҙары Әлфиә менән Гөлфиә Хамматоваларҙың милли кейем өлгөләренән ойошторған күргәҙмәһе янында халыҡ күп йыйылған. Баҡһаң, бәләкәйҙән тегеү менән мауыҡҡан һылыуҡайҙар, ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йортон тамамлағас, үҙ эшен асҡан.
– Бөгөн йәштәребеҙ башлыса сит илдәрҙә тегелгән кейемдәргә өҫтөнлөк бирә, –­ тине ҡыҙҙар. – Ә бит үҙебеҙҙең биҙәкте һалып, башҡортлоҡто күрһәтеп торған заманса күлдәктә, костюмда йөрөгәндә, ҡайһылай шәп булыр ине! Эшебеҙҙе тап шул маҡсатта башланыҡ та инде.
Артабан Асҡын, Ырымбур, Магнитогорск ҡалаһы йәштәренең палаткалары урынлашҡан. “БАШарт” компанияһы етәксеһе Заһир Ишкинин тәҡдим иткән яҙыулы футболкаларҙы ла төрлө яҡтан йыйылған йәштәр ихлас һатып ала. Танылған ғалимдар Рәшит Шәкүр менән Нурислам Ҡалмантаев ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең хәл-әхүәле, тормош менән ҡыҙыҡһына...
Тауһеңер аҡланында хат яҙылдыБына тирә-йүнгә “Урал “ көйө яңғырай. Аһәңле моң аҫтында танылған спортсы Руслан Ямамбаев менән “Һылыуҡай-2015” гүзәллек бәйгеһендә беренсе урынды яулаған Зәлиә Яппарова байрам флагын күтәрҙе. Сараға йыйылған халыҡ Омск ҡалаһында казарма емерелеү сәбәпле һәләк булған егеттә­ребеҙҙең, шулай уҡ илебеҙҙе ҡаһармандарса яҡлаған Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарын бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Унан республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта йыйында ҡатна­шыусыларға изге теләген еткерҙе.
– Был байрам – Башҡорт йәштәре көндәре – уҙған быуатттың 90-сы йылдарынан башлап үткәрелә, – тине ул. – Йоланы тергеҙергә булдыҡ. Программа бик тығыҙ, йәштәрҙең үҙ-ара һөйләшер һүҙе, хәл итәһе мәсьәләләре күп йыйылған. Һеҙгә һөҙөмтәле эш теләйбеҙ.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов иһә сығышында төбәктә йәштәр өсөн күп эш башҡарылыуы, район үҙәгендә кинотеатр асылыуы хаҡында һөйләне, берҙәм, татыу булырға саҡырҙы. Ә Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, ошондай саралар йәштәрҙе бер­ләштерә, рухтарын үҫтерә, тип билдәләне.
Кисәнең сценарийы үҙенсәлекле итеп әҙерләнгәйне. Ул халҡыбыҙҙың ярты быуат алда йәшәйәсәк киләһе быуынына өгөт-нәсихәт, теләктән торған аманат-хат формаһында яҙылғайны.
Йәштәр шулай инде: бөтөн ерҙә йәнлелек, сәмле алыштар башланды. Бер урында келәмдә батырҙар милли көрәштә бил һынашһа, икенсе ерҙә “гол!” тигән тауыштар яңғырап торҙо. Волейбол, ҡул көрәше буйынса алыштар ҙа ҡыҙыу барҙы. “Урал ынйылары” йыр-моң бәйгеһендә йәштәр үҙҙәренең талантын күрһәтте.
Әлбиттә, уйын-көлкөнән генә торманы сара. Бөгөнгө заманда йәштәребеҙҙе борсоған мәсьәләләр бихисап. “Иҡтисад һәм бизнес”, “Йәштәр сәйәсәтенең проблемалары” тигән “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә күптәрҙе хәүефкә һалған көнүҙәк темалар күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары тикшерелде.
Ә кис барлыҡ конкурстарға йом­ғаҡ яһалды, еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Йәштәр байрамы башҡорт эстрадаһы йон­доҙҙарының концерты менән тамамланды.
Тауһеңер аҡланы буйында яҙыл­ған хат киләсәк быуынға мотлаҡ барып етеп, уларҙы халҡыбыҙҙың яҙмышы өсөн изге эштәргә дәртләндерер тигән ниәттә таралышты байрамда ҡатнашыусылар.

Башҡа фотоларҙы ошо адрес буйынса ҡарарға була: Башҡорт йәштәре көндәре


Автор: Венер ИСХАҠОВ. Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары.
Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә