Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы янында Башҡорт йәштәре көндәре уҙҙы.Аҡлан иртә таңдан йәнләнде: берәүҙәр тәбиғәттең хозурлығына, ҡоштар моңона бер аҙ ирәйеп торһа, икенселәр тағанға сәйнүк аҫып, усаҡ ҡабыҙҙы, өсөнсөләр гимнастика эшләй... Силәбенән килгән йәштәрҙе тәмләп сәй эскәндә тап иттек. Был ҡаланың йәштәр иттифағы рәйесе Әлфир Илбаҡтин үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
– Халҡыбыҙҙың милли аңын уятыу йәһәтенән ҙур эш алып барабыҙ, кисәләр ойошторабыҙ, – тине ул. – Ҡыҙҙар, егеттәр иттифаҡ тормошонда ихлас ҡатнаша, үҙ-ара танышалар, хатта ғаилә ҡорғандар ҙа бар.
Әбйәлил ҡыҙҙары Әлфиә менән Гөлфиә Хамматоваларҙың милли кейем өлгөләренән ойошторған күргәҙмәһе янында халыҡ күп йыйылған. Баҡһаң, бәләкәйҙән тегеү менән мауыҡҡан һылыуҡайҙар, ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йортон тамамлағас, үҙ эшен асҡан.
– Бөгөн йәштәребеҙ башлыса сит илдәрҙә тегелгән кейемдәргә өҫтөнлөк бирә, – тине ҡыҙҙар. – Ә бит үҙебеҙҙең биҙәкте һалып, башҡортлоҡто күрһәтеп торған заманса күлдәктә, костюмда йөрөгәндә, ҡайһылай шәп булыр ине! Эшебеҙҙе тап шул маҡсатта башланыҡ та инде.
Артабан Асҡын, Ырымбур, Магнитогорск ҡалаһы йәштәренең палаткалары урынлашҡан. “БАШарт” компанияһы етәксеһе Заһир Ишкинин тәҡдим иткән яҙыулы футболкаларҙы ла төрлө яҡтан йыйылған йәштәр ихлас һатып ала. Танылған ғалимдар Рәшит Шәкүр менән Нурислам Ҡалмантаев ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең хәл-әхүәле, тормош менән ҡыҙыҡһына...
Бына тирә-йүнгә “Урал “ көйө яңғырай. Аһәңле моң аҫтында танылған спортсы Руслан Ямамбаев менән “Һылыуҡай-2015” гүзәллек бәйгеһендә беренсе урынды яулаған Зәлиә Яппарова байрам флагын күтәрҙе. Сараға йыйылған халыҡ Омск ҡалаһында казарма емерелеү сәбәпле һәләк булған егеттәребеҙҙең, шулай уҡ илебеҙҙе ҡаһармандарса яҡлаған Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарын бер минут тын ҡалып иҫкә алды.
Унан республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта йыйында ҡатнашыусыларға изге теләген еткерҙе.
– Был байрам – Башҡорт йәштәре көндәре – уҙған быуатттың 90-сы йылдарынан башлап үткәрелә, – тине ул. – Йоланы тергеҙергә булдыҡ. Программа бик тығыҙ, йәштәрҙең үҙ-ара һөйләшер һүҙе, хәл итәһе мәсьәләләре күп йыйылған. Һеҙгә һөҙөмтәле эш теләйбеҙ.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов иһә сығышында төбәктә йәштәр өсөн күп эш башҡарылыуы, район үҙәгендә кинотеатр асылыуы хаҡында һөйләне, берҙәм, татыу булырға саҡырҙы. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, ошондай саралар йәштәрҙе берләштерә, рухтарын үҫтерә, тип билдәләне.
Кисәнең сценарийы үҙенсәлекле итеп әҙерләнгәйне. Ул халҡыбыҙҙың ярты быуат алда йәшәйәсәк киләһе быуынына өгөт-нәсихәт, теләктән торған аманат-хат формаһында яҙылғайны.
Йәштәр шулай инде: бөтөн ерҙә йәнлелек, сәмле алыштар башланды. Бер урында келәмдә батырҙар милли көрәштә бил һынашһа, икенсе ерҙә “гол!” тигән тауыштар яңғырап торҙо. Волейбол, ҡул көрәше буйынса алыштар ҙа ҡыҙыу барҙы. “Урал ынйылары” йыр-моң бәйгеһендә йәштәр үҙҙәренең талантын күрһәтте.
Әлбиттә, уйын-көлкөнән генә торманы сара. Бөгөнгө заманда йәштәребеҙҙе борсоған мәсьәләләр бихисап. “Иҡтисад һәм бизнес”, “Йәштәр сәйәсәтенең проблемалары” тигән “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә күптәрҙе хәүефкә һалған көнүҙәк темалар күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары тикшерелде.
Ә кис барлыҡ конкурстарға йомғаҡ яһалды, еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Йәштәр байрамы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының концерты менән тамамланды.
Тауһеңер аҡланы буйында яҙылған хат киләсәк быуынға мотлаҡ барып етеп, уларҙы халҡыбыҙҙың яҙмышы өсөн изге эштәргә дәртләндерер тигән ниәттә таралышты байрамда ҡатнашыусылар.
Башҡа фотоларҙы ошо адрес буйынса ҡарарға була: Башҡорт йәштәре көндәре