Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамырыбыҙ тәрән был ерҙә…
Тамырыбыҙ тәрән был ерҙә… Был көндә Инйәр буйы гөрләп торҙо. Ауылдың өс араһы — Байһары, Һәйнәп, Ҡомалаҡ — үҙ тирмәһен ҡороп, түргә уҙырға саҡыра, йыр-моң ағыла. Һәр ауылдың үҙ тарихы, нәҫел шәжәрәһе, үҙенә генә хас йолалары бар. Байрам ғына түгел, тыуған яҡты өйрәнеү, шәжәрә сылбырынан төшөп ҡалған исемдәрҙе асыҡлау, тергеҙеү көнө лә ине “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” Сара йәш быуынға тамырын асыҡларға, сығышын белергә ярҙам итә, рухын байыта. Нәҡ ошонда тыуған ер, тыуған ауыл, ил тойғоһо күңел тырызын һуғара. Киләсәккә өмөт уятып, изге эштәргә дәртләндереп, алға маҡсаттар ҡуйып уйылды әйтмәмбәттәр хәтеренә байрам.

Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” хеҙмәтенән күренеүенсә, 1795 йылда Әйтмәмбәттә туғыҙ өй булып, уларҙа 65 кеше йәшәгән. 1859 йылда — 28 хужалыҡ. 1917 йылдағы иҫәп алыу буйынса 72 йорт күрһәтелгән.

Ауыл Ҡумрыҡ-Табын улысына ҡарай (1795—1865 йылдар, 7-се башҡорт кантоны). Кантон системаһында хәрби хеҙмәт үтәгәндәр. Мәҫәлән, бөгөн тотош ара исемен йөрөткән Байһарының улы Казак Байһарин күп йылдар йөҙ башы, урядник булған. Казактың улы Хәбибулла — урядник. Казак исеме бушҡа ҡушылмаған. Башҡорт ғаиләһе батша хеҙмәтенә бер ир бала, ике эйәрле ат бирергә тейеш. Ир бала ғүмер буйы хеҙмәт итә, сик һаҡлай. Ә бына өлкән улы Әбделкәримде Байһары хеҙмәткә бирмәй, ул бында ҙур ярҙамсы һаналған.
Ауыл халҡы ХIХ быуатта башлыса малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1850 йылда 50 ат, 30 һыйыр, 100-ләп һарыҡ, кәзә аҫрағандар. Солоҡ ҡорто 15 умарта иҫәпләнһә, 40 дадан күсте башҡа ерҙә тотҡандар.
ХIХ быуатта Сафрон бай урындағы халыҡтың ерен баҫып ала. Әйтмәмбәт, Оҙондар, Тирәкле, Аҙау ауылы башҡорттары Өфөнән килгән землемерҙы, хәрбиҙәрҙе туҡмап, мылтыҡтарын тартып алып ҡайтарып ебәрә. Бының өсөн 50 кеше яуаплылыҡҡа тарттырыла, бер нисәһе төрмәгә ябыла.
Әйтмәмбәттән Ватан һуғышы батыры ла сыҡҡан. Шәмсетдин Аламин ҡаһарманлығы өсөн ике көмөш миҙал менән наградлана. Шуның береһе — “Парижды алған өсөн”.
Һуңғы осорҙа Әйтмәмбәткә 1717 йылда нигеҙ һалынғанлығы асыҡланды. Архив документтары ла бар. Тимәк, ике йылдан ауыл 300 йыллығын билдәләйәсәк.



Һәйкәлдәр — тереләр өсөн

Тулҡынландырғыс минуттар. Әйтерһең, күк көмбәҙе асылған да гранитҡа уйылған исемдәрҙең рухтары ете тиҫтә йыл аша беҙгә өндәшә: “Тыныслыҡтың ҡәҙерен белеге-е-еҙ...” “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай” — быныһы хәҙерге быуын яуабы. Улар ҙа ташҡа яҙылған. Хәтер булып күңелебеҙгә һеңгән.

Бер минут тынлыҡ. Обелиск эшләтеүҙә күп көс түккән Ғарифулла Япаров Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу яланында башын һалғандарҙың, унан һуңғы йылдарҙа илде емереклектән тер­геҙгән ветерандарҙың исемдәрен уҡый. Бәләкәй генә ауылдан һуғышта 53 кеше һәләк булған. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, уларға Афған һуғышында ғүмере өҙөлгән Урал Әхмәтовтың, Чечнялағы хәрби конфликтта һәләк булған Динар Ишкилдин менән Рус­лан Вәлиевтең дә исемдәре өҫтәлгән.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына районда Казанка, Карташевка ауылдарында һәйкәлдәр асылһа, 26-һы яңынан йүнәтелгән, тирә-яғы төҙөк­ләндерелгән. Дүрт Советтар Союзы Геройының бюсына реставрация яһалған. Әйтмәмбәт ауылындағыһы шуныһы менән айырыла: башланғыс менән Герой-әсә Ғәй­ниямал Япарова сыҡһа, улы Ғарифулла уны күтәреп ала, ниәтен тормошҡа ашы­рыуҙа автор ҙа, заказсы ла була. Ә урында бар эштәргә Оҙондар ауыл хакимиәте башлығы Флүз Хәсәнов етәкселек итә. Халыҡ дәррәү ҡушыла. Барыһы ла тиерлек аҡсалата өлөш индерә, өмәләргә сыға. Бөгөн обелиск ҡалҡҡан ер изге урын һанала. Сарала тағы ла мөһим эш башҡарылды — “Үҙ ауылыңа ярҙам ит!” акцияһы үтте. Унда йыйылған аҡса зыяратты тәртипкә килтереүгә, ауылдың башҡа кәрәгенә китәсәк.
Бер кеше бер ни эшләй алмай, күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигән һығымтаға килде тағы бер тапҡыр әйтмәмбәттәр. Ошо уй уларҙы берләштерҙе, дөйөм эштәргә этәрҙе.








Ере бәрәкәтле, нәҫелдәре ишле

“Халҡым” тип күп һүҙ һөйләп, трибуналарҙан лаф орғандарҙы, күкрәк һуҡҡандарҙы күргән дә, ишеткән дә бар. Ә бына Әйтмәмбәттә ете ата-әсә тыныс ҡына ете ғаиләгә 70(!) бала табып, тәрбиәләп үҫтергән, белем биргән. Ҙур ҙа булмаған ауылға — ете Герой-әсә. Ә инде биш-һигеҙ балалыларҙы һанап бөтәһе түгел. Герой әсәләрҙе исемләп үтһәк тә, яҙыҡ булмаҫ. Бына улар: Рауза Әбхәлимова, Зөбәйрә Ҡотлоғәлләмова, Ҡолсәғиҙә Түлебаева, Мәғәсүрә Заһиҙуллина, Ғәйниямал Япарова, Әнисә Хөснөтдинова, Бибинур Вәлиева.

Әйтеүе генә анһат ун ба­ла тәрбиәләп үҫтергән­дәр, тип. Элек бит декрет ялы ла ташҡа үлсәйем генә бул­ған, бала аҡсаһы ла. Дөйөм колхоз эшенән дә ҡалырға ярамаған. Етмәһә, ҡатындар ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Мәҫәлән, Әйт­мәмбәттә һуғышта ятып ҡалғандарға обелиск астырыу баш­лан­ғысы менән дә сығыш яһаусы оло йөрәкле әсә Ғәйниямал Япа­рова була бит. Атаһы Дәүләтша Ҡотлоғәлләмов, һуғыш башланғас та яуға китеп, 43-төң 27 апрелендә Ленинград йүнә­лешендә һуңғы алышҡа инә. Хатына шулай тип яҙған була. Ә бер айҙан… ҡара ҡағыҙы килә. Алты тиҫтәнән ашыу йыл үткәс, уның ҡәберен ейәне эҙләп таба.
– Улым Ғарифулла һораша торғас, мин 50 кешене исемләп яҙҙым да бирҙем. Китап сығарырын да белмәнем. Мин бит бә­ләкәй булһам да, һуғыш осоронда почтала эшләнем, шуға ба­рыһын да беләм. Алтынсы класты Аҙау ауылына йөрөп уҡыным. Элек колхоз аҡса бирмәй ине бит, трудодень яҙҙы. Мал байтаҡ аҫрайбыҙ. Көн һайын Аҙауға барам, колхоз рәйесе почта алып ҡайтырға ҡуша. Мәктәп эргәһендә генә почта ине. Бер айлыҡ норма — егерме биш көн (трудодень). Уға сабынлыҡ бү­ләләр. Иң олоһо мин. Инәйемә ярҙамсы. Элек гәзит юҡ ине бит. “Осҡон” ғына килә, ул да әҙ, — тип хәтер төйөнөн сисә Ғәйниямал инәй. Бер аҙ тынып торғас, көрһөнөп, былай тип өҫтәй: – “По­хорон­ка” күп килде инде. Биреүе ҡыйын. Ҡайһыһын үҙенә күрһәтмәйем, туғандарына, нәҫелдәренә генә биреп китәм. Ҡыйын, бик ҡыйын булды шул ваҡытта… Гәзит юҡ ине, гел өскөл хат килде…
Ауылдаштарының исемлеген төҙөп биреүҙән тыш, инәй ауылының тарихын яҙырға ла булыша.
– Ҡайҙа тау, ҡайҙа сабынлыҡ, шуларҙы яҙып бирҙем — һәр нәмәнең үҙ исеме бар бит. Бына быныһы — Асы тауы, тегеһе — Ҡабанлы. Ҡабан күп булған элек. Был ялан — Айыу атҡан, теге яҡта Япар яланы менән йылғаһы бар…
Герой-әсә исемен йөрөтөүселәрҙең яҡынса нисә ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәһе барлығы менән ҡыҙыҡһынам. Һәр ҡайһыһының егерменән дә кәм түгел икән.
– Биш малайым менән биш ҡыҙымдың утыҙға яҡын балаһы бар. Хоҙай иҫәнлектәрен генә бирһен инде, — ти Ғәйниямал инәй. — Хәҙер бит дүртенсе быуын үҫтерәбеҙ… Бергә йыйылһаҡ, уй-й, күмәкбеҙ. Аллаға шөкөр…
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ваҡытында ауылдың гөрләп тороуы ла Ҡумрыҡ-табын ырыуы өс араһының нәҫелдәре ишле, берҙәм, татыу булыуы тураһында һөйләй ине…







Бал ҡортолай тырыштар
— Атай, ҡорттар айыра!
— Хәҙер ҡайтабыҙ, улым, әлегә үҙең хәстәрләй тор, — тине лә атай кеше кеҫә телефонын һалып ҡуйҙы.
Беҙ барғанда күс урам аша ғына йәшәгән күршеһенең ағасына ҡунғайны. Ғәҙелйәндең ун ете йәшлек ҙур улы Ғаян өҫтәл өҫтөнә ултырғысын ҡуйған. Башҡа кәрәк-ярағын килтергән дә… моҙғаһына ҡорттар тултыра. Ялан ҡул!
— Саҡмайҙармы һуң? — тип һорайым, аптырап.
— Һине сағалар. Уны юҡ, — тип йылмая Ғәҙелйән.
Хөсәйеновтар шәхси ярҙамсы хужалығы менән йәшәп ята. Ғәҙелйән тәүҙә Ағиҙел аша һалынған күперҙә һаҡсы булып эшләгән. Ҡыҫҡартылыу еле ул яҡҡа ла “иҫкәс”, үҙ хужалығың менән дә йәшәп булғанлығын аңлаған. Ҡатыны Лилиә иһә физкультура уҡы­тыусыһы булып мәктәпкә ҡайтҡан була. Бөгөн — дүрт бала әсәһе, хужабикә. Тырышҡан кешегә эш ҡарышмай бит ул. Ҡураларында ике һыйыр, дүрт башмаҡ, ике быҙау аҫрайҙар. Ҡош-ҡорто күп. Шулай ҙа төп сығанаҡ — умартасылыҡ. Балалар бәләкәйҙән умартасы серҙә­ренә өйрәнеп үҫә, техникаға тартыла.
— Тәүҙә бөтөн аҡсаны барлап Т-40 тракторы алғайным. Һуңынан уны һатып, МТЗ-ға йыйнаным, — ти Ғәҙел­йән. — Ағас алып, шул эш менән дә шөғөлләнергә иҫәп бар. Балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк.
Ғаиләлә Ғаян тамам ҡул аҫтына ингән. Уның артынса ун бер йәшлек Рәмилә үҫеп килә, Вилиә ҡалышмай, өс йәшлек Алмас йүгереп йөрөй.
Ғәлимйән ауылдаштарының йомошон да кире ҡаҡмай: яҙын-көҙөн баҡсаларын һөрә, йәйен бесәнен сабыша, утынына барыша.






Хәл ителмәҫлек мәсьәлә булмай
Проблемаларға килгәндә, һәр ерҙә етерлек инде ул, хатта төҙөк тип һаналған үҙәк ауылдарҙа ла хәл ителмәгән мәсьәләләр сығып тора. Әйтмәмбәткә килгәндә, тәү сиратта балалар баҡсаһы, мәктәп кәрәк. Был йәһәттән өмөтләндергәне шул: район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, халыҡ алдында сығыш яһап, былай тине:

— Мәғариф учреждениеларында ҡу­лай­лаштырыу буйынса етди саралар барһа ла, район хакимиәте Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Мәғариф министрлығына балалар баҡсаһы, мәктәп, ФАП (социаль үҙәк) төҙөү буйынса үтенес менән бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте. Һөҙөмтәлә, объектты проектлау республика адреслы инвестициялау программаһына индерелде. Уның буйынса 40 урынлыҡ мәктәп, 40 балаға иҫәпләнгән баҡса төҙөлөргә тейеш. Проектлау эшен “Зодчий” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. 2016 йылға төҙөлөш эше башланырына өмөтләнәбеҙ…
Иншалла, шулай булһын, тине йыйылыусылар. Вәғәҙә — иман, тип тә өҫтә­неләр. Ауыл халҡының әүҙем булыуын сығышында Ғарифулла Япаров билдәләп, рәхмәт әйтеп үткәйне. Оҙондар ауыл хакимиәте башлығы Флүз Хәсәнов та уларҙың тырышлығына һоҡланды.
Биләмәгә Аҙау, Оҙондар, Ҡарағай ауылдары ҡарай. Әйт­мәм­бәттә 124 хужа­лыҡ иҫәпләнеп, 401 ке­ше йәшәй. Халҡы башлыса малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Мәктәп, фельдшерлыҡ пунктынан тыш, ауылда эш урыны юҡ. Күбеһе вахта ысулы менән йөрөп эшләй.
— Юл мәсьәләһенә туҡталып үтке килә. Күтәртелгән юлға асфальт түшәлһә, яҡшы булыр ине. Күреп тораһығыҙ, саң бик ныҡ күтәрелә. Ауылдарға тәбиғи газ үтмәгән. Телевидениеның насар күрһәтеүе лә борсой. Тағы бер ҙур мәсьәлә — элемтә насар. Беҙҙең территорияла Инйәр йыл­ғаһы аға. Ул — тау йылғаһы. Бер сәғәт эсендә һыу кимәле тиҙ генә күтәрелергә мөмкин. Ә нәҡ һыу баҫҡан ауылдарҙа кеҫә телефоны тотмай. Эш телефондарында ла өҙөклөктәр булып тора, — ти Флүз Риф улы. — Фельдшерлыҡ пункттары Оҙон­дар, Әйтмәмбәт ауылдарында яҡшы эшләй. Ә бына Аҙау, Ҡарағайҙа фельдшер юҡ. Йәштәр килмәй. Ҡарағайҙа төп халыҡ 16 кеше иҫәпләнә. Башлыса баҡсасылар йөрөй ҙә ололар йәшәй. Уларҙы ла ситтә ҡалдырмайбыҙ, төрлөсә ярҙам итергә тырышабыҙ…
Бөгөн ауылдарҙы өс таған йәшәтә тиһәк тә була: тырыш, сәмле халыҡ, урындағы хакимиәт һәм дә Хөкүмәт ярҙамы. Ошоноң береһе генә ҡаҡшаһа ла, эш бармай. Тағы бер нәмәне һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә: башлап йөрөүсе, ойоштороусы кеше кәрәк. Әйтмәмбәт халҡы был йәһәттән бәхетле. Ауылдан сыҡҡан һәр ҡайһыһы ҡулынан килгәнсә ярҙам итһә, Ғарифулла Япа­ровҡа иһә айырыуса рәхмәтлеләр. Ул һәләтле уҡыусыларҙы дәртләндереү йөҙөнән премия булдырған, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға обелиск юллаған, шәхсән матди ярҙам бүлгән, мәсет һалыу­ҙы ойошторған, башҡа бик күп изге эш ат­ҡар­ған. Ғарифулла ағайҙың юрист, ауыл хужалығы фәндәре докторы булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Үҙенең фән­ни эштәренән тыш, ауылы, районы тураһында китап сығарған…
Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” һымаҡ байрамдарҙың күңел асыу сараһы ғына түгеллеге барыбыҙға ла мәғлүм. Иң мөһиме – халыҡты изге эшкә туплау, мәр­хүмдәрҙе иҫләү, бергә йәшәгәндәрҙе ихтирам итеү, борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, килешеү ҙә. Уларҙы береһен икенсеһенән айырып ҡарау мөмкин түгел.





Төбәкте шәхестәр күтәрә

Һәр ауылдың билдәле кешеләре, уның данын төрлө тарафтарға таратыусылары бар. Әйтмәмбәт халҡы ла үҙ шәхестәре менән сикһеҙ ғорурлана. Бына улар:

Фая Мөхәмәтвәғизова – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
Гөлнур Моталлапова – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
Ғарифулла Япаров – ауыл хужалығы фәндәре докторы, Рәсәй юристары ассоциацияһы ағзаһы, профессор;
Гөлмәрйәм Япарова – Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре;
Азат Япаров — космос разведкаһы хеҙмәткәре, Жуков исемендәге авиация академияһын тамамлаған;
Тимур Япаров — Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәре;
Юлдаш Япаров — Башҡортостан һалым инспекцияһы хеҙмәткәре;
Ләйсән Япарова — Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы табибәһе;
Айһылыу Япарова — иҡтисад фәндәре кандидаты;
Алһыу Япарова — РФ Фәндәр академияһының Өфө филиалы социаль-иҡтисади тикшеренеү институтының йәш ғалимдар советы рәйесе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873