Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мал күп, бесән етәсәк
Мал күп, бесән етәсәк Баҫыуҙарҙан ферма ихаталарына һуңғы төргәктәрҙе ташыйҙар. Ләкин был мал аҙығы әҙерләү тамамланды тигән һүҙ түгел. Алда силос һалыу, башҡа эштәр ҙә күп әле. Беҙ барғанда Фрунзе исемендәге хужалыҡта ла күп йыллыҡ үләнде һуңғы гектарҙарҙа сабып йыялар ине.


Мал күп, бесән етәсәк— Бесән етерлек әҙерләнде, ғөмү­мән, мал аҙығы туплауға йыл да ҙур иғ­ти­бар бүленә, — ти хужалыҡ етәк­сеһе Сергей Козлов. — Мал күп бит.
Бесәнгә костер, люцерна һымаҡ йылдың ниндәй генә килеүенә, яуым-төшөмгә ҡарамаҫтан үҫә торғандары сәселһә, суданка иһә бесәнгә лә, се­нажға ла һәйбәт. Әйткәндәй, һуңғыһы башлыса ике тапҡыр сабыла. Кукуруз баҫыуы 340 гектарҙа йәйрәп ята. Шуның 240-ы силосҡа һалынһа, 100-өнөң орлоғо фуражға алына. Быйыл 150 гектарҙа ҡуҙаҡлыларҙан ужым викаһы менән ҡатнаштырылып сәсел­гән арыш һуғыласаҡ. Былтыр орлоғон Борайҙан ҡайтарғандар.
Мал етерлек тигәндән, барлығы 1 600 баш һыйыр малы иҫәпләнһә, шуларҙың 600-ө һауыла. Быларҙан тыш, йылҡысылыҡҡа иғтибар арта. Әлегә бында 150 баш ат иҫәпләнә. Сәсеүлектәрҙең 1 500 гектарын ужым культуралары биләһә, яҙғылары иһә 2 600 гектар тәшкил итә. Иң мөһиме — 120 кешегә даими эш урыны бар. Халыҡҡа шәхси хужалыҡтарын алып барырға ярҙам итәләр. Бөгөн бөтөн эш үҙ техникалары менән башҡарыла. Был да мөһим.
Мал күп, бесән етәсәкБаш агроном Айрат Хисмәтуллин әйтеүенсә, ваҡытында химик утау үткәрелгән, башҡа агрокомплекс эштәр башҡарылған. Май сүлмәге тышынан билдәле тигән шикелле, баҫыуҙарҙың таҙалығы, башаҡтарҙың тулышып килеүе лә хужаларҙың тырышлығы тураһында һөйләй.
Уңғандарҙың һәр береһен телгә алғы килә. Ләкин был мөмкин түгел. Шулай ҙа мал аҙығы әҙерләүҙә күп көс һалған бер нисәһен атап үтәйек. Сабыуҙа Виталий Иванов, Виктор Яценко, Зиннур Мусин алдынғылыҡты бирмәһә, йыйыуҙа Валерий Шәрипов, Виктор Кузьминов, Дмитрий Вихляев, сенаж ташыуҙа Айрат Сәлимйәнов, Александр Вихляев, Петр Фофонов, Анатолий Авакумов, Иван Смирнов тырышып эшләгән.
Бөгөн хужалыҡ эшсәндәре йәшел ураҡ хәстәре менән бер рәттән, ужым, иген культуралары уңышын йыйып алыу­ға әҙерләнә: техникаһын ҡайта­нан ҡарай, келәттәрҙә иген таҙартыу ҡорамалдары “алғы һыҙыҡ”ҡа ҡуйыла.



Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә