Баҫыуҙарҙан ферма ихаталарына һуңғы төргәктәрҙе ташыйҙар. Ләкин был мал аҙығы әҙерләү тамамланды тигән һүҙ түгел. Алда силос һалыу, башҡа эштәр ҙә күп әле. Беҙ барғанда Фрунзе исемендәге хужалыҡта ла күп йыллыҡ үләнде һуңғы гектарҙарҙа сабып йыялар ине. — Бесән етерлек әҙерләнде, ғөмүмән, мал аҙығы туплауға йыл да ҙур иғтибар бүленә, — ти хужалыҡ етәксеһе Сергей Козлов. — Мал күп бит.
Бесәнгә костер, люцерна һымаҡ йылдың ниндәй генә килеүенә, яуым-төшөмгә ҡарамаҫтан үҫә торғандары сәселһә, суданка иһә бесәнгә лә, сенажға ла һәйбәт. Әйткәндәй, һуңғыһы башлыса ике тапҡыр сабыла. Кукуруз баҫыуы 340 гектарҙа йәйрәп ята. Шуның 240-ы силосҡа һалынһа, 100-өнөң орлоғо фуражға алына. Быйыл 150 гектарҙа ҡуҙаҡлыларҙан ужым викаһы менән ҡатнаштырылып сәселгән арыш һуғыласаҡ. Былтыр орлоғон Борайҙан ҡайтарғандар.
Мал етерлек тигәндән, барлығы 1 600 баш һыйыр малы иҫәпләнһә, шуларҙың 600-ө һауыла. Быларҙан тыш, йылҡысылыҡҡа иғтибар арта. Әлегә бында 150 баш ат иҫәпләнә. Сәсеүлектәрҙең 1 500 гектарын ужым культуралары биләһә, яҙғылары иһә 2 600 гектар тәшкил итә. Иң мөһиме — 120 кешегә даими эш урыны бар. Халыҡҡа шәхси хужалыҡтарын алып барырға ярҙам итәләр. Бөгөн бөтөн эш үҙ техникалары менән башҡарыла. Был да мөһим.
Баш агроном Айрат Хисмәтуллин әйтеүенсә, ваҡытында химик утау үткәрелгән, башҡа агрокомплекс эштәр башҡарылған. Май сүлмәге тышынан билдәле тигән шикелле, баҫыуҙарҙың таҙалығы, башаҡтарҙың тулышып килеүе лә хужаларҙың тырышлығы тураһында һөйләй.
Уңғандарҙың һәр береһен телгә алғы килә. Ләкин был мөмкин түгел. Шулай ҙа мал аҙығы әҙерләүҙә күп көс һалған бер нисәһен атап үтәйек. Сабыуҙа Виталий Иванов, Виктор Яценко, Зиннур Мусин алдынғылыҡты бирмәһә, йыйыуҙа Валерий Шәрипов, Виктор Кузьминов, Дмитрий Вихляев, сенаж ташыуҙа Айрат Сәлимйәнов, Александр Вихляев, Петр Фофонов, Анатолий Авакумов, Иван Смирнов тырышып эшләгән.
Бөгөн хужалыҡ эшсәндәре йәшел ураҡ хәстәре менән бер рәттән, ужым, иген культуралары уңышын йыйып алыуға әҙерләнә: техникаһын ҡайтанан ҡарай, келәттәрҙә иген таҙартыу ҡорамалдары “алғы һыҙыҡ”ҡа ҡуйыла.