Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алтын ҡулдар йылыһы
Алтын ҡулдар йылыһы “Трикотаж” йәмғиәте 55 йыл элек халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү комбинатының цехы булараҡ ойошторолған, 1970 йылда трикотаж әйберҙәр бәйләү һәм ремонтлау йүнәлешендәге айырым фабрикаға әүерелгән.

Предприятиеға тәүҙә үҙ эшенең ысын оҫтаһы булып танылған Бибикамал Ғи­лемханова етәкселек итә. 1983 йылда иһә уға алмашҡа фабриканың баш хи­сап­сыһы Галина Сотникова килә. Һәр етәксе предприятиены үҫтереүгә, эшмәкәрлеккә заманса төҫ биреүгә күп көс һала. Әйткәндәй, Галина Викторовна өс тиҫтә йылдан ашыу предприятиеның ал­маш­тырғыһыҙ етәксеһе була, намыҫлылығы, уңғанлығы менән ҙур абруй яулай. Ул саҡта фабриканың Яңауыл һәм Тәтешле райондарындағы цехтары уңышлы эш­ләй, 230 самаһы кешегә хеҙмәт урыны бул­дырыла. Ай һайын тиерлек унға яҡын яңы модель етештерелә. Фабрика шәхси продукцияһы менән республиканың төнь­яҡ-көнбайыш төбәге халҡын тәьмин итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуат аҙағындағы үҙгәртеп ҡороуҙың ҡырыҫ елдәре еңел сәнәғәт тармағын ныҡ ҡаҡшата. Һөҙөмтәлә әлеге фабрика ла төрлө үҙгәреш кисерә, әммә электән килгән йолаларына, асылына тоғро ҡала. Директор Галина Сотникованың ойоштороу һәләте, идара итеү оҫталығы, киләсәкте алдан күрә белеүе коллективҡа һынау осорон лайыҡлы үтергә ярҙам итә. 1995 йылда, Рәсәйҙә мәктәп формаһы буйынса бәхәстәр барғанда, Нефтекама трикотажсылары үҙҙәренең кейем мо­дел­дәрен етештерә. Зәңгәр плиссе итәк, шул уҡ төҫтәге жилет һәм жакеттар матур, уңайлы булыуы менән уҡыу­сыларға ла, ата-әсәгә лә оҡшай. Тәүге өлгөләрҙе Неф­текамалағы 3-сө мәктәпкә тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә уҡыу йортоноң ул саҡ­тағы етәкселәре яңы мәктәп фор­маһына беренселәрҙән булып фатиха бирә. Артабан башланғыс ҡалала, шулай уҡ рес­публиканың байтаҡ мәғариф уч­реж­дениеһында яҡлау таба, һәм фаб­риканың моделдәре берҙәм мәктәп формаһына әүерелә.
Әле иһә ҡаланың Социалистик урамындағы 34-се йортта урынлашҡан “Трикотаж” йәмғиәтендә уҡыусылар өсөн 30-ға яҡын кейем төрө етештерелә. Әйт­кәндәй, бында өлкәндәр ҙә хеҙмәт­ләндерелә, улар хатта заманса кейемгә заказ бирә ала. Мөрәжәғәт итеүселәр ифрат күп, ти хеҙмәткәрҙәр.
Һәр заказды барлыҡ оҫталығын, күңел йылыһын һалып үтәй улар. Алтын ҡуллы оҫталар Гөлзимә Хисмәтуллина, Елена Семанина, Вәзирә Хлебникова, Зәһинә Камилйәнова, Светлана Мельникова, Венера Иванова, Финисә Хәмәҙиева, Ольга Семенова, Ирина Зыянгирова, Валентина Шмонова һәм Ольга Ғирфанова айырым маҡтауға лайыҡ. Берҙәм коллектив про­дукцияның сифатын яҡшыртыу маҡ­сатында тырышып хеҙмәт итә.





Автор: Әлмира КАРАМОВА. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә