“Трикотаж” йәмғиәте 55 йыл элек халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү комбинатының цехы булараҡ ойошторолған, 1970 йылда трикотаж әйберҙәр бәйләү һәм ремонтлау йүнәлешендәге айырым фабрикаға әүерелгән. Предприятиеға тәүҙә үҙ эшенең ысын оҫтаһы булып танылған Бибикамал Ғилемханова етәкселек итә. 1983 йылда иһә уға алмашҡа фабриканың баш хисапсыһы Галина Сотникова килә. Һәр етәксе предприятиены үҫтереүгә, эшмәкәрлеккә заманса төҫ биреүгә күп көс һала. Әйткәндәй, Галина Викторовна өс тиҫтә йылдан ашыу предприятиеның алмаштырғыһыҙ етәксеһе була, намыҫлылығы, уңғанлығы менән ҙур абруй яулай. Ул саҡта фабриканың Яңауыл һәм Тәтешле райондарындағы цехтары уңышлы эшләй, 230 самаһы кешегә хеҙмәт урыны булдырыла. Ай һайын тиерлек унға яҡын яңы модель етештерелә. Фабрика шәхси продукцияһы менән республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәге халҡын тәьмин итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуат аҙағындағы үҙгәртеп ҡороуҙың ҡырыҫ елдәре еңел сәнәғәт тармағын ныҡ ҡаҡшата. Һөҙөмтәлә әлеге фабрика ла төрлө үҙгәреш кисерә, әммә электән килгән йолаларына, асылына тоғро ҡала. Директор Галина Сотникованың ойоштороу һәләте, идара итеү оҫталығы, киләсәкте алдан күрә белеүе коллективҡа һынау осорон лайыҡлы үтергә ярҙам итә. 1995 йылда, Рәсәйҙә мәктәп формаһы буйынса бәхәстәр барғанда, Нефтекама трикотажсылары үҙҙәренең кейем моделдәрен етештерә. Зәңгәр плиссе итәк, шул уҡ төҫтәге жилет һәм жакеттар матур, уңайлы булыуы менән уҡыусыларға ла, ата-әсәгә лә оҡшай. Тәүге өлгөләрҙе Нефтекамалағы 3-сө мәктәпкә тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә уҡыу йортоноң ул саҡтағы етәкселәре яңы мәктәп формаһына беренселәрҙән булып фатиха бирә. Артабан башланғыс ҡалала, шулай уҡ республиканың байтаҡ мәғариф учреждениеһында яҡлау таба, һәм фабриканың моделдәре берҙәм мәктәп формаһына әүерелә.
Әле иһә ҡаланың Социалистик урамындағы 34-се йортта урынлашҡан “Трикотаж” йәмғиәтендә уҡыусылар өсөн 30-ға яҡын кейем төрө етештерелә. Әйткәндәй, бында өлкәндәр ҙә хеҙмәтләндерелә, улар хатта заманса кейемгә заказ бирә ала. Мөрәжәғәт итеүселәр ифрат күп, ти хеҙмәткәрҙәр.
Һәр заказды барлыҡ оҫталығын, күңел йылыһын һалып үтәй улар. Алтын ҡуллы оҫталар Гөлзимә Хисмәтуллина, Елена Семанина, Вәзирә Хлебникова, Зәһинә Камилйәнова, Светлана Мельникова, Венера Иванова, Финисә Хәмәҙиева, Ольга Семенова, Ирина Зыянгирова, Валентина Шмонова һәм Ольга Ғирфанова айырым маҡтауға лайыҡ. Берҙәм коллектив продукцияның сифатын яҡшыртыу маҡсатында тырышып хеҙмәт итә.