Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Айҙа аҙан ишеткән
Айҙа аҙан ишеткән Йыһан киңлегенә туранан-тура бәйле тармаҡта инженер вазифаһын башҡарған мәлдәрем уҙған быуаттың 60-сы йылдары башында ҡалһа ла, бөгөнгөләй күҙ алдымда.

Сикһеҙ дәрт, яҡты хыялдар менән арыу-талыуҙы бел­мәйенсә эшләгән осор. “Прогресс” заводының барлыҡ коллективында көс-ҡеүәт ташып тора ине. Космосты билдәле дәрәжәлә үҙләштереү маҡсатында төҙөлгән техниканың һәм унда ҡулланылған иң алдынғы технологияларҙың барлыҡ этаптарын бергәләп үтеп, хыялыбыҙ емеше “Энергия-Буран” ракета комплексын Ҡаҙағстан далаһында урынлашҡан Байконурҙа төҙөп бөтөргә насип булды.
1988 йылдың 15 ноябре иртәһендә йыһан карабы, күккә күтәрелеп, 206 минут дауамында Ер шарын ике тапҡыр урап сыҡты. Автоматик режимда эшләгәнлектән, ул космодромға билдәләнгән ваҡытта төшөп ултырҙы. Ике тиҫтә йылға яҡын космик ракета комплексын төҙөүҙә ҡатнашҡан барлыҡ кешенең ҙур еңеүе ине был. Юғары ҡаҙаныш сәнәғәт белгестәрен, ғалимдарҙы, инженер-конструкторҙарҙы, хәрбиҙәрҙе, завод коллективын ҡанатландырып ебәрһә лә, шатлығыбыҙ оҙаҡҡа һуҙылманы кеүек...
“Прогресс” заводының генераль директоры Александр Кирилиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Энергия-Буран” космос ракетаһы комплексы төҙөлөшөндә 1 миллион 200 меңләп кеше эшләй, 12 миллиард һум самаһы аҡса тотонола. Аҙаҡ илебеҙ иҡтисадындағы ауырлыҡтарға бәйле был техниканың кәрәкһеҙлеге тураһында һүҙҙәр ишетелә башлай, һәм уны үҙләштереү программаһын финанслау ҡыҫҡартыла. Һөҙөмтәлә был өлкәлә эш әкренләп туҡтатыла. “Ләкин “Буран” үлмәне, – тип яҙа генераль директор “Байконур” гәзитендәге бер мәҡәләһендә. – Ул йыһан карабына бәйле программаның иң яуаплы өлөшөн тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең хәтерендә мәңгегә ҡаласаҡ”.
Мин дә, А.Н. Кирилиндың тәрбиәләнеүсеһе, остазым кеүек юғары рухта йәшәүемде дауам иттем. Шулай еңелерәк тә, күңеллерәк тә ине. Ләкин ҡулыма осраҡлы рәүештә килеп эләккән “Илаһи мөғжизәләр” китабы фекеремде кинәт үҙгәртте. Уның “Айҙағы ауаз” тигән бүлегендә Америкала “Ай” программаһының кинәт туҡтатылыуы, бының сәбәбе тураһында яҙылғайны. Космос карабы төҙөү, эшмәкәрлеге ошо тармаҡҡа бәйле кешеләрҙең ғәмәлдәре һис тә ғәҙәти күренеш түгел икән. Был өлкәлә техниканың камиллығы, ғалимдарҙың ныҡлы белеме генә барлыҡ мәсьәләне хәл итә алмай. Ошо йәһәттән Америка астронавтарының Айҙағы беренсе аҙымы тураһында яҙманан өҙөк килтереп үтәм.
“...1969 йылдың 20 июлендә ”Аполлон-11” күккә күтәрелгәндән һуң 102 сәғәт 47 минут үткәс, Нейл Армстронг, Эдвинг Олдринг һәм Мишель Коллинстан торған экипаж Айға йомшаҡ ҡына килеп төшә.
Был ваҡиғанан һуң 14 йыл үткәс, Нейл Армстронг беренсе мәртәбә Мысырға конференцияға килә. Сара тамамланыр мәлдә уның йөҙө ағара, һуштан яҙа башлай. Асыҡ тәҙрәнән килгән ауазды ишетә ул. “Был көй ҡайҙан килә?” – тип тынысһыҙланып ҡысҡырырға тотона. Мысыр халҡы, көлөп ебәреүҙән көскә тыйылып, ауаздың аҙан икәнлеген белдерә. “Уны Айға беренсе мәртәбә аяҡ баҫҡан саҡта ишеттем, – тип һөйләй башлай Армстронг. – Мине һиҫкәндергән ауаз был! Башта ҡолағым шаулай икән тип уйлағайным, аҙаҡ ҡабат ишеттем...”
Бөтөн халыҡ ғәжәпкә ҡала. Был мәлдә инде аҙандың һуңғы һүҙҙәре яңғырай. Бер аҙҙан ағарынған Армстронг йәнә телгә килә:
– Аллаһым... Һине ерҙә түгел, Айҙа таптым! Унда “бисмилла”һыҙ аяҡ баҫҡанмын икән... Был һүҙҙе әйтеп, ошо мәлдән мосолман булам!”
Ысынлап та, ул әлеге ваҡиғанан һуң рухи үҫешенә беренсе аҙымын яһай. Нейл Армстронг Айҙа йөрөгән ваҡытта ишетелгән ауаздың магнитофон таҫмаһына яҙылған өлөшө шулай яңғырай: “Әшһәдү әллә иләһә илләллаһ (Аллаһ Тәғәләнән башҡа иләһ юҡтыр)”. Мәғлүмәттең нигеҙе шул – “Аполлон-11” йыһан карабының сәйәхәте дауамында ике аралағы һөйләшеүҙе Сүриә халҡы вәкиле, НАСА хеҙмәткәре магнитофон таҫмаһына яҙҙырып бара.
Табылған мәғлүмәт сығанаҡтарына шөкөрана ҡылып, яҙмамды тамамларға йөрөгән көндәрҙең береһендә “Луна. Секретная зона” (авторы һәм режиссеры – Виталий Правдивцев) тигән кинофильмды ҡарарға насип булды. Унда асыҡтан-асыҡ яҡтыртылған темалар мине тетрәндереп ебәрҙе. Фильмда ракета конструкторы әйткән һүҙҙәрҙе миҫалға килтереп үтәм: “Айҙа Ерҙә булмаған сәйер көстәр бар, улар беҙ фараз иткәндән дә ҡеүәтлерәк. Ләкин был хаҡта тәфсирләп һөйләргә хаҡым юҡ”.
Эйе, генераль директор Александр Кирилиндың космос­ты үҙләштереүгә бихисап көс сарыф итеүенә ҡарамаҫтан, программаның кинәт туҡтатылыуы, Американың да, күп сығым түгеләсәген сәбәп итеп, йыһан караптарын осормай башлауы әҙәм балаһының аҡылына һыймаҫлыҡ сер һаҡлай түгелме? Был тармаҡта нисәмә йыл уңышлы эш­ләп килгән ике ҡеүәтле дәүләттең ошондай “йом­шаҡлығы”нан һуң “Луна. Секретная зона” фильмындағы ракета конструкторының һүҙҙәренә нисек ышанмаҫһың?! Тимәк, йырҙарҙа данланған, нурҙары йылғаларҙа ҡойонған планетаның серҙәре асылыр көн килеп етмәгәндер.
Минеңсә, Айҙың тупрағына аяҡ баҫып, биләмәһенә ингәндә ошондай доғаны уҡырға кәрәк булғандыр: “Аллаһүммә инни әс әлүкә хайраль-мәүләжи вә хайраль-миғраж. Бисмилләһи вә бисмилләһи харажнә вә ғәләллаһи раббинә тәүәккәлнә” (Аллаһым! Һинән инә һәм сыға торған ерҙәрҙең яҡшыһын теләйем. Аллаһтың исеме менән индек. Аллаһтың исеме менән сыҡтыҡ. Раббыбыҙ Аллаһҡа таяндыҡ).
Ә инде аҙан тауышын ишеткәс, мәсеткә барыу, иман йорто булмаған осраҡта, ҡибланың ҡайһы яҡта икәнен самалап, бишмәтеңде йә иһә ҡулъяулығыңды булһа ла Айҙың тупрағына йәйеп, намаҙға баҫыу зарур булғандыр. “Аполлон-11” экипажындағылар иһә бындай фарыз ғәмәлдәрҙең береһен дә үтәй алмаған. Әгәр улар мөьмин мосолман булып, аҙан тауышын ишетеү менән намаҙға баҫһа, сәждә ҡылһа, төндәребеҙҙе нурға күмеп йәшәткән Айҙа тағы ниҙәр күрер ине икән?




Автор: Мәғариф РАЯНОВ. Район: Ҡазан ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә