Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бүләк — Рәхмәт, балаҡайҙарым! 80 йәшем менән ҡотларға ҡайтып, табын түңәрәкләп ултырыуығыҙға рәхмәт, — Фәнил Ғәрфетдин улы был һүҙҙәрҙе республикабыҙҙағы ҙур ойошманың генераль директор урынбаҫары булып эшләгән улы Радикка, килене Ольгаға, уҡытыусы һөнәрен һайлаған ҡыҙҙары Ирина менән Нәзирәгә, кейәүе Альфредҡа, ейән-ейәнсәрҙәре Азат, Әлиә, Оксана, Светланаға һәм VI класта уҡып, уңыштары менән һөйөндөргән бүләһе Данилға ҡарап әйтте.
— Яҙмышымдан ҡәнәғәтмен, — тип дауам итте ул.
Бер ни тиклем тын ҡалып торғандан һуң моңһоу ғына:
— Тик бер хыялым тормошҡа ашманы... — тип өҫтәне.
Табындағылар һағайып ҡалды.
— Атайымдың яу ҡырында ҡайҙа ятып ҡалғанын ғына белә алманым.
Ветеран балаларына һәм ейәндәренә 70 йыл элек булған ваҡиғаларҙы бәйән итте.


Атайҙы оҙатҡанда...

Атаһының фронтҡа киткән көнөн бөгөнгөләй хәтерләй Фәнил. Бөтәһе лә ғәҙәттәгесә. Ун йәшлек малай йоҡоһонан уянып күҙҙәрен асҡанда атаһы яйлап ҡына кейенеп тора ине. Ул Бүздәк станцияһында тимер юлсы булып эшләй. Тыуған ауылдары Ҡыҫҡа Йылғанан өс-дүрт саҡрым атлап барырға кәрәк. Әсәһе, биҙрә шалтыратып, һыйыр һауырға ашыға. Фәймә һеңлеһе менән Наил ҡустыһы тәмле төш күреп йоҡлап ята. Ә Фәнил, өлкән бала булараҡ, йыраҡтағы шишмәнән һыу алып килергә тейеш. Ул шул тиклем таҙа, һалҡын, тәмле. Әсәйҙәре шишмә һыуынан ғына самауыр ҡайната шул. Атайҙары эш хаҡы алған көндә шәкәр ҙә алып ҡайтһа, һөтлө сәй шул тиклем тәмле була.
Тауға менгән Фәнил, ауылға ҡарағас, көндөң ғәҙәттәгесә башланмағанын шунда уҡ һиҙеп ала. Бығаса бер ваҡытта ла күренмәгән йөк машинаһы тора. Уның тирәһенә олоһо ла, кесеһе лә йыйылған. Ҡатындар илаша. Ирҙәрҙең йөҙҙәре борсоулы. Һыу тултырылған ауыр биҙрәләрен соланға ултыртҡас, Фәнил өйгә инә. Мейес эргәһендә баҫып торған атаһына һүҙһеҙ генә әсәһе һыйынған. Яндарына мышҡылдап ҡустыһы менән һеңлеһе баҫҡан...
Һуғыштың тәүге көнө кескәй Фәнилдең хәтерендә шулай булып һаҡланып ҡала. Аталарынан тик бер генә хат алалар. “Һаумыһығыҙ, ҡәҙерлеләрем Миңлеямал, балалар, туғандар һәм күршеләр. Был хатты һеҙгә хәүефле тойғолар менән яҙам. Мәскәү өсөн ҡаты алыштар бара. Юғалтыуҙар бик күп. Артта — урман, шунда табан сигенәбеҙ. Урыҫ Иван Мәскәүҙе дошманға бирмәҫ. Һуңғы һу­лыш­ҡаса көрәшәсәкбеҙ. Бесән сабып өлгөргән булһағыҙ, һы­йырҙы һаҡларға тырышығыҙ, ул сағында ҡышты иҫән-һау сығырһығыҙ. Бөтәгеҙҙе лә ҡосаҡлап, Ғәрфи”.
Ҡыш буйына хат көтәләр. Ә яҙ “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәр алалар. Әсәһе тәҙрә төбөнә ултырған да, атайҙарының хатын ҡат-ҡат уҡып, алыҫҡа ҡарап ҡатҡан. Гел йылмайып, көлөп, йүгереп йөрөгән ҡатынды алмаштырғандармы ни — йөҙө ҡарайып, өндәшмәҫкә әйләнгән.
Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Ҡустыһы сирләп китә, шунан һеңлеһе ауырый. Картуфтан башҡа ашарға бер нәмә лә юҡ, уныһы ла бөтә. Яҙға сыҡһалар, кесерткән йыялар, хатта ағас ҡайырыһына тиклем ашарға тура килә. Һеңлеһе менән ҡустыһы бер-бер артлы үлеп киткәс, әсәһе тағы ла нығыраҡ бирешә, әммә йәшәргә көс таба. Хәҙер инде берҙән-бер улы — Фәнилде нисек яңғыҙ ҡалдырып китһен? Ул элеккесә колхозда арып-талып эшләй башлай, бригадир йөгөн дә тарта. Фәнил, атаһына оҡшап, эре һөйәкле, оҙон буйлы, эшһөйәр булып үҫә. Ат яратҡан малайға йылҡы ҡараусы вазифаһын ышанып тапшыралар.
Шулай ауыр һуғыш йылдарын әсәһе менән икәү генә донъя көтөп үткәрәләр.
Еңеү көнөндә ирҙәре, балалары һуғыштан ҡайтҡан ғаиләләр шатлана, яу ҡырында ятып ҡалғандарҙыҡы, хәбәрһеҙ юғалғандарҙыҡы илаша. Әсәһе лә, Фәнил дә атайҙарын көтөүҙән төңөлмәй. “Үлде” тигән хәбәре булмағас, иҫәндер, ҡайтыр, тип өмөтләнәләр.
Һуғыштан һуң да тормош еңел булмай. Үҫмерҙәрҙе Нуриман районына ҡыш буйына урман ҡырҡырға ебәрәләр. Фәнилде лә алалар. Аяғында — сабата. Ҡыш сыҡҡансы өс тапҡыр ауылға ҡайтып китәләр. Малайҙар менән бергә Иглин станцияһына тиклем 90 саҡрым йәйәү атлайҙар, шунан, тауар вагонына ултырып, Бүздәккә тиклем киләләр. Унан инде тыуған ауылдарына йүгерә-йүгерә ҡай­талар. Ә иртән — тағы ла шул уҡ юл менән кире эш урынына. Ҡайҙан көстәре еткәндер үҫмер балаларҙың? Ағас ҡырҡыу эшендә лә тормош еңелдән булмай бит. Красный Ключ ауылында барактарҙа йәшәйҙәр. Иртә һайын туғыҙ саҡрым атлап эшкә барырға кәрәк. Көнө буйы ағас ҡырҡып, арып-талғас та тағы шул сама араны йәйәү ҡайталар.
Армияға ваҡытынан алда китә Фәнил. Германияла хеҙмәт итә. Частан алыҫ түгел бер ерҙә немец ауылы урынлашҡан була. Шул яҡҡа ҡараған һайын бөтә күңелен унда йәшәгән халыҡты күрә алмау һәм нәфрәт тойғоһо биләп ала. Тора-бара унда ла үҙҙәрендәге кеүек ябай кешеләрҙең көн итеүен, ер һөрөүен, бесән сабыуын, балалар үҫтереүен аңлай.
Буласаҡ ҡатыны менән армиянан ҡайтышлай Бүздәк станцияһында таныша. Һалдат кейемендәге матур егеткә килеп ингәндән бирле иғтибар иткән һылыу ҡыҙ: “Һеҙгә ҡайҙа тиклем билет кәрәк?” — тип һорай. Фәнил: “Ҡыҫҡа Йылғаға ҡасан самолет була?” — ти. Самолет түгел, автобустар ҙа йүнләп йөрөмәгән мәлдә егеттең шундай һорауы ҡыҙыҡ тойола ҡыҙға – ул шарҡылдап көлөп ебәрә. Ошо ихласлыҡ һәм яғымлылыҡ ике йәш йөрәктең араһында мөхәббәт осҡоно ҡабыныуға сәбәп була. Әсәһе Фәнилгә ауылдарында бер ҡыҙҙы кәләшлеккә һайлап ҡуйһа ла, егет: “Мин мөхәббәтемде таптым инде”, — тип күп тә үтмәй һөйгән ҡыҙы Сәлимәһен килтереп күрһәтә. Һәм Германиянан һалдат бүләге итеп алып ҡайтҡан сағыу биҙәкле шәл­дәрҙең береһен — әсә­һенең, икенсеһен Сәлимәһенең иңбашына һала.
Матур йәшәйҙәр, балалар үҫтерәләр. Тик берҙән-бер үкенесе һаман йәненә тынғы бирмәй. 80 йәшенә еткәндә лә атаһының ҡайҙа ерләнгәнен, ҡәберенең ҡайҙа икәнен белеү теләге менән йәшәй Фәнил.
Инде Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы ла етте. Тарихтан уҡытҡан ҡыҙы Нәзирә 40 йыл буйына барлыҡ архивтарҙан эҙләп ҡараһа ла, һөҙөмтәһе юҡ.

“Илдар улымдың ҡулын ҡыҫ”

Тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгелдер. Фәнил Ғәрфетдин улының да ғүмерлек хыялы тормошҡа аша.
Республикабыҙҙа 2002 йылдан бирле эҙләү отрядтарының төбәк йәмәғәт фонды эшләп ки­лә. 12 йыл дауамында ошо фонд тарафынан Бөйөк Ватан һуғышы уҙған ерҙәрҙә 75 эҙ­ләнеү-тик­шеренеү экспе­дицияһы ойошторола. Республикабыҙҙың алты районында, туғыҙ ҡалаһында 25 эҙләү отряды булдырылған. Фонд хәбәрһеҙ юғалған һалдат һәм офицерҙарҙы эҙләү буйынса модель уйлап тапҡан һәм уны “ОБД “Мемориал” тип ата­ған. Йәмғиәтебеҙ интер­нетлаштырылған, мәғлүмәт технологиялары үҫешкән мәлдә архивтарға бармайынса ғына ла мөһим мәғлүмәттәрҙе табырға мөмкин. Шул арҡала ошоға тиклем хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән 3500 һалдаттың һәм офицерҙың яҙмышы хаҡында мәғлүмәттәр табылған.
Тарих уҡытыусыһы булараҡ, быға тиклем дә һуғыш темаһы буйынса балалар менән әүҙем эш алып барған Нәзирә Фәнил ҡыҙын яҙмыш Эҙләү отряд­тарының төбәк йәмәғәт фонды етәксеһе Илдар Зиннур улы Бикбаев менән осраштыра. 3 февралдә Башҡортостанға Рә­сәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың килеүе тураһында билдәле бул­ғас, ижтимағи эштәргә башкөллө сумған Нәзирә Фәнил ҡыҙының уның алдында “ОБД— “Мемориал” проектын тормошҡа ашырыуға Рәсәй грантын алыу мәсьәләһе буйынса сығыш яһауын үтенәләр.
— Был проекттың мөһим­легенә һәм кәрәклегенә ышандырыу өсөн һеҙ миңә башта хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәп­ләнгән олатайым Ғәрфетдин Рәфғетдин улы Ситдиҡовтың ҡәберен табырға ярҙам итегеҙ, — тип мөрәжәғәт итә тарих уҡытыусыһы.
Һәм... мөғжизә... 40 йыл буйы архивтарҙан эҙләгән мәғлүмәтте табыр өсөн ни бары 10 минут ваҡыт етә. Нәзирә Фәнил ҡы­ҙы­ның 1942 йылда хәбәрһеҙ юғал­ған олатаһы Ғәрфетдин Сит­диҡовтың Мәскәү янындағы Плаксино тигән ауылда ер­лән­гәне билдәле була. Күпме кешегә өмөт бүләк итәсәк бит был проект! Башҡортостан буйынса ғына ла 120 мең, ә Рә­сәйҙә 5 миллиондан ашыу һал­дат хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.
Ошолар хаҡында биш минут ваҡыт эсендә генә һөйләп, Дмитрий Анатольевич Медведев алдында сығыш яһап, Өфөләге “Бер­ҙәмлек” лицейы уҡы­тыу­сыһы, “Быуындар йөрәктәрендә хәтер һәм ғорурлыҡ” төбәк партия проектының координаторы Нәзирә Фәнил ҡыҙы Хәкимова республикабыҙға “ОБД — “Мемориал” проектына Рәсәй грантын биреүгә Хөкүмәт башлығы ризалығын алыуға өлгәшә. Ра­дик туғаны атаһына шылтыратып, шатлыҡлы хәбәргә һөйөнсө ала. Ҡыҙы Нәзирәнең Дмитрий Медведев эргәһенә баҫып сығыш яһағанын те­ле­визорҙан ҡарап, Фәнил Ғәр­фетдин улының ҡыуанысынан күҙҙәре йәшкә тула. Яҙмышына рәхмәт уҡый ул.
— Илдар улымдың ҡулын ҡыҫ, — ти ветеран аҙаҡ ҡыҙына. — Ысын егет икән. Шулай уҡ ошо мөһим эш менән шөғөлләнгән барлыҡ кешеләргә рәхмәтебеҙҙе еткер. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығында бынан да ҙур бүләктең булыуы мөмкин түгел.
Фәнил Ғәрфетдин улы үҙе лә — Еңеү балаһы. 8 майҙа 84 йәш тулды уға. Ғәзиз атаһының ҡайҙа ерләнгәнен белеп, күңеле тынысланды. Инде балалары Мәскәү янындағы Плаксино ауылындағы туғандар ҡәбер­легенә барып, тыуған еребеҙҙең тупрағын һалып, рухына баш эйеп ҡайтыуҙарын теләй. Ин­шаллаһ, был теләге лә ҡабул булыр тыл һәм хеҙмәт ветераны Фәнил Ғәрфетдин улы Сит­диҡовтың.



(Фотолар – ғаилә архивынан).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873