Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һағындыра бит ул тыуған яҡ...
Һағындыра бит ул тыуған яҡ... Ҡыҙыҡ инде был донъя: берәүҙәр оҙайлы ялын Төркиә, Таиланд яҡтарында, Канар утрауҙарында үткәреү теләге менән янып, Италия, Франция тип хыялый булһа, бәғзеләр, киреһенсә, Париж һынлы Париж тип тормай, сит илдәрҙән ауылға ашҡына. “Башҡорт донъяһы” ҡушымтаһының сираттағы ҡунаҡтары — ағалы-ҡустылы Рәмил Шәймәрҙәнов менән Салауат Ғәлиуллин — Лондонда инде тиҫтә йылдан ашыу йәшәй. Рәмил тыуған төбәгенә һирәк-һаяҡ ҡайтҡылап йөрөй, Салауаттың иһә бәләкәй сағында сит илгә киткәндән һуң Башҡортостанға тәүгә ҡунаҡҡа ҡайтыуы. Йәйге ялын тыуған яғында — Учалы районының Ишмәкәй ауылында — үткәрергә теләүҙәренә лә һис ғәжәпләнәһе түгел. Һәр хәлдә, мин улар өсөн был ялдың ни тиклем ҡәҙерле һәм мөһим булыуын ҡараштарынан тойҙом. Шатлыҡ, ләззәт, кинәнес, шул уҡ ваҡытта һағыш... Йән тартмаһа ла, ҡан тарта тигәндәре шул булалыр инде.
— Рәмил ағай, Салауат, йәйге ял оҡшанымы һеҙгә?
Рәмил Шәймәрҙәнов:
— Әлбиттә! Тыуған яҡтар шул тиклем һағындырған. Әсәйем менән Урта Азияға күсеп киткәндә миңә биш кенә йәш ине. Үзбәкстанда уҡыным, шунда һөнәр үҙләштерҙем. Ун туғыҙ йәшемдә яҙмыш еле беҙҙе Литва тарафтарына ташланы. Әсәйем бөгөн дә уртансы ҡустымдың ғаиләһе менән ундағы Висагинас ҡалаһында ғүмер итә, беҙ иһә кинйә ҡустым менән тиҫтә йылдан ашыу инде Лондонды яулайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡтарға йыш ҡайтып булмай. Әммә ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, Учалым, Ишмәкәйем иҫтән сыҡмай. Салауаттың иһә бәләкәй сағында киткәндән һуң Башҡортостанға тәүгә ҡайтыуы. Иң көслө тәьҫораттар унда инде.
Салауат ҒәлиулЛин:
— Үҙ ғүмеремдә шул тиклем дә күп сәй эскәнемде хәтерләмәйем (көлә. — Авт.). Туғандарҙың кеменә генә барһаҡ та, өҫтәл тулы һый-хөрмәт менән ҡаршы алалар, бер самауыр сәй эсеп бөтмәйенсә сығармайҙар. Ун көн эсендә кәмендә бер биш-алты килограмға артҡан­мындыр.
Р.Ш.:
— Эйе, башҡорт халҡында элек-электән ҡунаҡсыл­лыҡ көслө. Был сифат миллә­те­беҙҙең ҡанына һеңгән төҫлө. Ғөмүмән, кешеләр ҙә, тәбиғәт тә, һауа ла башҡаса шул тыуған яҡта. Әйтәйек, Бөйөк Британияла ҡайындар һорораҡ төҫлө, ә бында – ап-аҡ. Ә еләктең тәмлелеге! Хуш еҫле башҡорт балының сифаты хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
С.Ғ.:
— Ә миңә ҡаймаҡ бик оҡшаны.
— Ә һин уның нисек әҙерләнгәнен күрҙеңме һуң?
С.Ғ.:
— Юҡ. Иртән тороуыма ҡаймаҡ һәр ваҡыт әҙер була торғайны.
Р.Ш.:
— Ауыл кешеһенең төнө ҡыҫҡа шул. Шу­лай ҙа тормош ыңғай яҡҡа үҙгәр­гән. Һуңғы тапҡыр тыуған яҡҡа ун йыл элек ҡайтҡайным. Ул осор менән са­ғыштырғанда, айырма ер менән күк араһы. Тырышып донъя көткәндәр ифрат һәйбәт йәшәй. Мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, умарта тоталар. Эштәре булғас, аштары ла бар. Әлбиттә, араларында әле һаман бушты өмөт итеп, еңел-елпе йәшәргә теләгәндәр ҙә юҡ түгел. Ни эшләйһең, тормош шулай ҡоролғандыр инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда йәштәр бик әҙ ҡалған. Быны инде эшһеҙлек менән аңлатырға кәрәк. Һөҙөмтөлә, эскелек көслө. Эш булһын өсөн елкә кәрәк бит. Ҡайһы берәүҙәр ана шул хәҡиҡәтте аңларға теләмәй, күрәһең. Ғөмүмән, хеҙмәт кеше­һенә иғтибар етеңкерәмәгән төҫлө тойолдо. Бер генә миҫал. Район һабантуйында бу­лырға яҙҙы. Етәкселек баҫыу батырҙарына маҡтай-маҡтай сәскәләр, ҡиммәтле бү­ләктәр, аҡсалата премиялар тапшырҙы. Пре­мияның күләме менән ҡыҙыҡ­һын­ғайным, “Биш мең һум”, — тиҙәр... Был аҡсамы ни ул бөгөн? Көндө төнгә ялғап, халыҡҡа икмәк булһын тип тир түккән хеҙмәт алдынғыларының тырышлығы ҙурыраҡ баһаға лайыҡ, минеңсә.
— Ә һабантуй ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
С.Ғ.:
— Бик ныҡ оҡшаны. Мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихи ысынбарлыҡты, үткән­дәрҙе һәм бөгөнгөнө сағылдырған байрамдан алған тәьҫораттар күңелдә оҙаҡ һаҡ­ланыр әле. Әйткәндәй, беҙгә шәжәрә байрамында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе. Шул тиклем күп туғандарыбыҙ барҙыр тип һис уйламағайным. Сараның әһәмиәте хаҡында һүҙ сурытып тороу урынһыҙ, ойош­тороусыларға “афарин!” тип әйтәһе генә ҡала.
— Белеүебеҙсә, Лондонда ла һабантуйҙар гөрләп үтә.
Р.Ш.:
— Ысынлап та шулай. Науруз, һабантуй байрамдарын көтөп алабыҙ. Башҡортса йыр-моң тыңлап, милли аш-һыуҙан ауыҙ итеп, туған телебеҙҙә рәхәтләнеп аралашып, һағыныуҙы бер аҙға булһа ла баҫып ҡайтабыҙ. Әлбиттә, Лондондыҡы менән Учалы ерендә гөрләп үткән һоҡланғыс һабантуйҙы сағыштырыу урын­һыҙ. Әммә ошондай милли байрам­дарҙың ойошторолоуы ҡайҙа ла һиммәтле, ҡәҙерле.
— Лондонда башҡорттар күпме?
Р.Ш.:
— Күп тип әйтә алмайым. Әммә Башҡортостандан килгән студенттар байтаҡ. Ҡалала Башҡорт һәм татар милли мәҙәни үҙәге эшләп килә. Милли байрамдар башлыса шунда үтә. Татар йәкшәмбе мәктәбе бар. Башҡортса китаптарға, гәзит-журналға килгәндә, Бөйөк Британияла уларҙы көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә тапмаҫһың. Уның ҡарауы татарса баҫмаларҙың йәнең теләгәне бар. Был йәһәттән милләттәштәребеҙгә әүҙемерәк булыу ҡамасауламаҫ ине.
— Һеҙ Башҡортостанға донъяуи сараларға — ШОС һәм БРИКС саммиттарына – әҙерлек осоронда аяҡ баҫтығыҙ. Баш ҡала үҙгәргәнме?
Р.Ш.:
— Өфө танымаҫлыҡ булып матурайған. Айырыуса Салауат Юлаев һәйкәле, Ағиҙел буйы ҡарап туймаҫлыҡ. Барлыҡ ер таҙа, тәртиптә. Әммә шуны ла әйтмәй булдыра алмайым: алтаҡталарҙың, юл күрһәт­кес­тәренең күбеһе урыҫ телендә йә булмаһа инглизсә яҙылған. Башҡортса яҙыуҙарҙа иһә хаталар күренгеләй. Был бит – аҫаба башҡорт ере! Әйтәйек, әсәйем йәшәгән Висагинас ҡалаһында барлыҡ яҙыуҙар ҙа литваса рәсми­ләштерелгән. Республикала тәү сиратта башҡортса яҙыуҙар күҙгә ташланып торорға тейеш.
С.Ғ.:
— Мөмкин булһа, хәүефһеҙлек йәһә­те­нән дә бер нисә һүҙ әйтәйем әле. Лондонда юл йөрөү ҡағиҙәләре бындағынан айырыла. Шуға күрә тәүге осорҙа светофорҙың йәшел уты янып та, уңдан һиңә табан машина килеүен күреү сәйер тойола ине. Күптәр хатта һинең юл аша сығып бөткәнеңде лә көтөп тормай... Юл-транспорт фажиғәләренең күплеге хайран итте. Тимәк, ҡайҙалыр нимәлер эшләп еткерелмәй. Лондонда, әйтәйек, юл сатындағы светофорҙың ҡыҙыл уты яна икән, барлыҡ машиналар ҙа туҡтай. Берәү ҙә алдан ҡуҙ­ғалмай. Ғөмүмән, беҙҙә йәйәүлеләрҙең, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлегенә ныҡ иғтибар бүләләр. Йәнә бер миҫал. Өфөлә трамвай туҡталыштары юлдың уртаһында урынлашҡан. Транспорттан төшөүгә алдыңдан машиналар геүләп үтә. Ярай әле, туҡтап юл бирһәләр...
— Салауат, сер булмаһа, һин ҡайҙа эшләйһең?
С.Ғ.:
— Төҙөлөштә.
— Лондон төҙөүсеһенең хеҙмәт хаҡы юғарымы?
С.Ғ.:
— Йылына 30-35 мең фунт тирәһе. Беҙҙә торлаҡҡа, ашауға әллә ни ҙур сығым китмәй. Уның ҡарауы, һыу ҡиммәт. Яҡынса бензин менән бер хаҡ. Ғөмүмән, йәшәү кимәлен хаҡтар менән сағыштырып ҡарағанда бында ҡиммәтселек көслө. Лондонда халыҡ күпкә иркенерәк йәшәй. Хаҡлы ялдағылар, мәҫәлән, социаль йәһәттән яҡланған. Пенсияға сығыу менән дәүләт уларға бушлай фатир бирә. Торлаҡ шарттары ҡәнәғәтләндермәй икән, баш тартырға ла мөмкин. Ул саҡта бүтән фатирҙы арендалаған өсөн ай һайын хаҡ түләнә. Теләһәң, ҡунаҡханала йәшәргә мөмкин. Бөйөк Британия хөкүмәте ғүмерең буйы түләп торасаҡ.
Р.Ш.:
— Һыу тигәндәй, бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө әле. Беҙ бит һыуҙы һатып алып өй­рәнгәнбеҙ. Ишмәкәйгә барып еткәс, мага­зинға индек. Салауат һатыусынан газһыҙ һыу һо­рай. Ә теге: “Һыуҙы һатып алып тормаһағыҙ инде, ана, туйғансы эсегеҙ. Етмәһә, бушлай”, — тип беҙгә магазин янындағы ҡоҙоҡҡа күрһәтә. Баҡтиһәң, кеше яманға ла, яҡшыға ла тиҙ өйрәнә икән. Хәҙер Лондонда һыуҙы нисек шешәнән ҡойоп эсербеҙ?
С.Ғ.:
— Эйе, бындағы һыу ифрат тәмле. Ишмәкәйҙә шишмә һыуын эсеп кинәндек.
— Салауат, ә Башҡортостан ҡыҙҙары башыңды әйләндермәнеме һуң?
С.Ғ.:
— (Көлә. — Авт.)
Р.Ш.:
— Хәҙер мосолман ҡыҙҙарын ғына кәләш итеп алырмын инде тигән ныҡлы ҡарарға килеп ҡайтып бара ул. Кем белә, бәлки, киләсәктә берәй һылыуҙы килен итеп алып ҡайтып та китербеҙ әле.
— Тыуған яҡҡа йәнә ҡасаныраҡ ҡайтырға уй­лай­һығыҙ? Тағы тиҫтә йыл ваҡыт үтеп китерме икән ни?..
Р.Ш.:
— Улай уҡ булмаҫ инде ул. Киләһе ялға ғаиләм, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем ме­нән ҡайтырға хыялланам. Улар бит бындай иҫ китмәле матурлыҡты, мөғжизәле тәби­ғәтте төшөндә лә күргәне юҡ. Лондонда бөтә нәмә яһалма кеүек — ағастар ҙа, сәскәләр ҙә. Ә бында үҙеңде ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балаһы кеүек хис итәһең. Ыша­наһығыҙмы-юҡмы, Салауат тәүге тапҡыр ҡош-ҡортто, һыйыр, быҙауҙарҙы үҙ күҙҙәре менән күрҙе, һыбай йөрөнө. Уларҙы ҡосаҡ­лап фотоға төштө. Башҡортостандан ситкә киткәндә уға йәш ярым ғына ине шул. Шүл­гәнташты күреү ҙә күңелдә оно­толмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ошоларҙан һуң да нисек йөрәк тағы ун йылға түҙһен, ти.
— Беҙҙә ҡышын тағы ла күңеллерәк ул...
С.Ғ.:
— Киләһе йылда ҡышты мотлаҡ күрергә ҡайта­саҡмын. Еңгәй-апайҙарым ойоҡ­баш­тар, быйма-бейәләй­ҙәр әҙерләп ҡуйырға вәғәҙәләне былай.
— Тимәк, осрашҡанға тиклем. Хәйерле юл һеҙгә!

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ләйсән.
    Ләйсән. от 13.07.2015, 00:52
    Бик ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Ҡыҙыҡлы факттар бар. smile






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873