Ҡыҙыҡ инде был донъя: берәүҙәр оҙайлы ялын Төркиә, Таиланд яҡтарында, Канар утрауҙарында үткәреү теләге менән янып, Италия, Франция тип хыялый булһа, бәғзеләр, киреһенсә, Париж һынлы Париж тип тормай, сит илдәрҙән ауылға ашҡына. “Башҡорт донъяһы” ҡушымтаһының сираттағы ҡунаҡтары — ағалы-ҡустылы Рәмил Шәймәрҙәнов менән Салауат Ғәлиуллин — Лондонда инде тиҫтә йылдан ашыу йәшәй. Рәмил тыуған төбәгенә һирәк-һаяҡ ҡайтҡылап йөрөй, Салауаттың иһә бәләкәй сағында сит илгә киткәндән һуң Башҡортостанға тәүгә ҡунаҡҡа ҡайтыуы. Йәйге ялын тыуған яғында — Учалы районының Ишмәкәй ауылында — үткәрергә теләүҙәренә лә һис ғәжәпләнәһе түгел. Һәр хәлдә, мин улар өсөн был ялдың ни тиклем ҡәҙерле һәм мөһим булыуын ҡараштарынан тойҙом. Шатлыҡ, ләззәт, кинәнес, шул уҡ ваҡытта һағыш... Йән тартмаһа ла, ҡан тарта тигәндәре шул булалыр инде.— Рәмил ағай, Салауат, йәйге ял оҡшанымы һеҙгә?
Рәмил Шәймәрҙәнов:
— Әлбиттә! Тыуған яҡтар шул тиклем һағындырған. Әсәйем менән Урта Азияға күсеп киткәндә миңә биш кенә йәш ине. Үзбәкстанда уҡыным, шунда һөнәр үҙләштерҙем. Ун туғыҙ йәшемдә яҙмыш еле беҙҙе Литва тарафтарына ташланы. Әсәйем бөгөн дә уртансы ҡустымдың ғаиләһе менән ундағы Висагинас ҡалаһында ғүмер итә, беҙ иһә кинйә ҡустым менән тиҫтә йылдан ашыу инде Лондонды яулайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡтарға йыш ҡайтып булмай. Әммә ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, Учалым, Ишмәкәйем иҫтән сыҡмай. Салауаттың иһә бәләкәй сағында киткәндән һуң Башҡортостанға тәүгә ҡайтыуы. Иң көслө тәьҫораттар унда инде.
Салауат ҒәлиулЛин:
— Үҙ ғүмеремдә шул тиклем дә күп сәй эскәнемде хәтерләмәйем (көлә. — Авт.). Туғандарҙың кеменә генә барһаҡ та, өҫтәл тулы һый-хөрмәт менән ҡаршы алалар, бер самауыр сәй эсеп бөтмәйенсә сығармайҙар. Ун көн эсендә кәмендә бер биш-алты килограмға артҡанмындыр.
Р.Ш.:
— Эйе, башҡорт халҡында элек-электән ҡунаҡсыллыҡ көслө. Был сифат милләтебеҙҙең ҡанына һеңгән төҫлө. Ғөмүмән, кешеләр ҙә, тәбиғәт тә, һауа ла башҡаса шул тыуған яҡта. Әйтәйек, Бөйөк Британияла ҡайындар һорораҡ төҫлө, ә бында – ап-аҡ. Ә еләктең тәмлелеге! Хуш еҫле башҡорт балының сифаты хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
С.Ғ.:
— Ә миңә ҡаймаҡ бик оҡшаны.
— Ә һин уның нисек әҙерләнгәнен күрҙеңме һуң?
С.Ғ.:
— Юҡ. Иртән тороуыма ҡаймаҡ һәр ваҡыт әҙер була торғайны.
Р.Ш.:
— Ауыл кешеһенең төнө ҡыҫҡа шул. Шулай ҙа тормош ыңғай яҡҡа үҙгәргән. Һуңғы тапҡыр тыуған яҡҡа ун йыл элек ҡайтҡайным. Ул осор менән сағыштырғанда, айырма ер менән күк араһы. Тырышып донъя көткәндәр ифрат һәйбәт йәшәй. Мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, умарта тоталар. Эштәре булғас, аштары ла бар. Әлбиттә, араларында әле һаман бушты өмөт итеп, еңел-елпе йәшәргә теләгәндәр ҙә юҡ түгел. Ни эшләйһең, тормош шулай ҡоролғандыр инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда йәштәр бик әҙ ҡалған. Быны инде эшһеҙлек менән аңлатырға кәрәк. Һөҙөмтөлә, эскелек көслө. Эш булһын өсөн елкә кәрәк бит. Ҡайһы берәүҙәр ана шул хәҡиҡәтте аңларға теләмәй, күрәһең. Ғөмүмән, хеҙмәт кешеһенә иғтибар етеңкерәмәгән төҫлө тойолдо. Бер генә миҫал. Район һабантуйында булырға яҙҙы. Етәкселек баҫыу батырҙарына маҡтай-маҡтай сәскәләр, ҡиммәтле бүләктәр, аҡсалата премиялар тапшырҙы. Премияның күләме менән ҡыҙыҡһынғайным, “Биш мең һум”, — тиҙәр... Был аҡсамы ни ул бөгөн? Көндө төнгә ялғап, халыҡҡа икмәк булһын тип тир түккән хеҙмәт алдынғыларының тырышлығы ҙурыраҡ баһаға лайыҡ, минеңсә.
— Ә һабантуй ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
С.Ғ.:
— Бик ныҡ оҡшаны. Мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихи ысынбарлыҡты, үткәндәрҙе һәм бөгөнгөнө сағылдырған байрамдан алған тәьҫораттар күңелдә оҙаҡ һаҡланыр әле. Әйткәндәй, беҙгә шәжәрә байрамында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе. Шул тиклем күп туғандарыбыҙ барҙыр тип һис уйламағайным. Сараның әһәмиәте хаҡында һүҙ сурытып тороу урынһыҙ, ойоштороусыларға “афарин!” тип әйтәһе генә ҡала.
— Белеүебеҙсә, Лондонда ла һабантуйҙар гөрләп үтә.
Р.Ш.:
— Ысынлап та шулай. Науруз, һабантуй байрамдарын көтөп алабыҙ. Башҡортса йыр-моң тыңлап, милли аш-һыуҙан ауыҙ итеп, туған телебеҙҙә рәхәтләнеп аралашып, һағыныуҙы бер аҙға булһа ла баҫып ҡайтабыҙ. Әлбиттә, Лондондыҡы менән Учалы ерендә гөрләп үткән һоҡланғыс һабантуйҙы сағыштырыу урынһыҙ. Әммә ошондай милли байрамдарҙың ойошторолоуы ҡайҙа ла һиммәтле, ҡәҙерле.
— Лондонда башҡорттар күпме?
Р.Ш.:
— Күп тип әйтә алмайым. Әммә Башҡортостандан килгән студенттар байтаҡ. Ҡалала Башҡорт һәм татар милли мәҙәни үҙәге эшләп килә. Милли байрамдар башлыса шунда үтә. Татар йәкшәмбе мәктәбе бар. Башҡортса китаптарға, гәзит-журналға килгәндә, Бөйөк Британияла уларҙы көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә тапмаҫһың. Уның ҡарауы татарса баҫмаларҙың йәнең теләгәне бар. Был йәһәттән милләттәштәребеҙгә әүҙемерәк булыу ҡамасауламаҫ ине.
— Һеҙ Башҡортостанға донъяуи сараларға — ШОС һәм БРИКС саммиттарына – әҙерлек осоронда аяҡ баҫтығыҙ. Баш ҡала үҙгәргәнме?
Р.Ш.:
— Өфө танымаҫлыҡ булып матурайған. Айырыуса Салауат Юлаев һәйкәле, Ағиҙел буйы ҡарап туймаҫлыҡ. Барлыҡ ер таҙа, тәртиптә. Әммә шуны ла әйтмәй булдыра алмайым: алтаҡталарҙың, юл күрһәткестәренең күбеһе урыҫ телендә йә булмаһа инглизсә яҙылған. Башҡортса яҙыуҙарҙа иһә хаталар күренгеләй. Был бит – аҫаба башҡорт ере! Әйтәйек, әсәйем йәшәгән Висагинас ҡалаһында барлыҡ яҙыуҙар ҙа литваса рәсмиләштерелгән. Республикала тәү сиратта башҡортса яҙыуҙар күҙгә ташланып торорға тейеш.
С.Ғ.:
— Мөмкин булһа, хәүефһеҙлек йәһәтенән дә бер нисә һүҙ әйтәйем әле. Лондонда юл йөрөү ҡағиҙәләре бындағынан айырыла. Шуға күрә тәүге осорҙа светофорҙың йәшел уты янып та, уңдан һиңә табан машина килеүен күреү сәйер тойола ине. Күптәр хатта һинең юл аша сығып бөткәнеңде лә көтөп тормай... Юл-транспорт фажиғәләренең күплеге хайран итте. Тимәк, ҡайҙалыр нимәлер эшләп еткерелмәй. Лондонда, әйтәйек, юл сатындағы светофорҙың ҡыҙыл уты яна икән, барлыҡ машиналар ҙа туҡтай. Берәү ҙә алдан ҡуҙғалмай. Ғөмүмән, беҙҙә йәйәүлеләрҙең, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлегенә ныҡ иғтибар бүләләр. Йәнә бер миҫал. Өфөлә трамвай туҡталыштары юлдың уртаһында урынлашҡан. Транспорттан төшөүгә алдыңдан машиналар геүләп үтә. Ярай әле, туҡтап юл бирһәләр...
— Салауат, сер булмаһа, һин ҡайҙа эшләйһең?
С.Ғ.:
— Төҙөлөштә.
— Лондон төҙөүсеһенең хеҙмәт хаҡы юғарымы?
С.Ғ.:
— Йылына 30-35 мең фунт тирәһе. Беҙҙә торлаҡҡа, ашауға әллә ни ҙур сығым китмәй. Уның ҡарауы, һыу ҡиммәт. Яҡынса бензин менән бер хаҡ. Ғөмүмән, йәшәү кимәлен хаҡтар менән сағыштырып ҡарағанда бында ҡиммәтселек көслө. Лондонда халыҡ күпкә иркенерәк йәшәй. Хаҡлы ялдағылар, мәҫәлән, социаль йәһәттән яҡланған. Пенсияға сығыу менән дәүләт уларға бушлай фатир бирә. Торлаҡ шарттары ҡәнәғәтләндермәй икән, баш тартырға ла мөмкин. Ул саҡта бүтән фатирҙы арендалаған өсөн ай һайын хаҡ түләнә. Теләһәң, ҡунаҡханала йәшәргә мөмкин. Бөйөк Британия хөкүмәте ғүмерең буйы түләп торасаҡ.
Р.Ш.:
— Һыу тигәндәй, бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө әле. Беҙ бит һыуҙы һатып алып өйрәнгәнбеҙ. Ишмәкәйгә барып еткәс, магазинға индек. Салауат һатыусынан газһыҙ һыу һорай. Ә теге: “Һыуҙы һатып алып тормаһағыҙ инде, ана, туйғансы эсегеҙ. Етмәһә, бушлай”, — тип беҙгә магазин янындағы ҡоҙоҡҡа күрһәтә. Баҡтиһәң, кеше яманға ла, яҡшыға ла тиҙ өйрәнә икән. Хәҙер Лондонда һыуҙы нисек шешәнән ҡойоп эсербеҙ?
С.Ғ.:
— Эйе, бындағы һыу ифрат тәмле. Ишмәкәйҙә шишмә һыуын эсеп кинәндек.
— Салауат, ә Башҡортостан ҡыҙҙары башыңды әйләндермәнеме һуң?
С.Ғ.:
— (Көлә. — Авт.)
Р.Ш.:
— Хәҙер мосолман ҡыҙҙарын ғына кәләш итеп алырмын инде тигән ныҡлы ҡарарға килеп ҡайтып бара ул. Кем белә, бәлки, киләсәктә берәй һылыуҙы килен итеп алып ҡайтып та китербеҙ әле.
— Тыуған яҡҡа йәнә ҡасаныраҡ ҡайтырға уйлайһығыҙ? Тағы тиҫтә йыл ваҡыт үтеп китерме икән ни?..
Р.Ш.:
— Улай уҡ булмаҫ инде ул. Киләһе ялға ғаиләм, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән ҡайтырға хыялланам. Улар бит бындай иҫ китмәле матурлыҡты, мөғжизәле тәбиғәтте төшөндә лә күргәне юҡ. Лондонда бөтә нәмә яһалма кеүек — ағастар ҙа, сәскәләр ҙә. Ә бында үҙеңде ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балаһы кеүек хис итәһең. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, Салауат тәүге тапҡыр ҡош-ҡортто, һыйыр, быҙауҙарҙы үҙ күҙҙәре менән күрҙе, һыбай йөрөнө. Уларҙы ҡосаҡлап фотоға төштө. Башҡортостандан ситкә киткәндә уға йәш ярым ғына ине шул. Шүлгәнташты күреү ҙә күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ошоларҙан һуң да нисек йөрәк тағы ун йылға түҙһен, ти.
— Беҙҙә ҡышын тағы ла күңеллерәк ул...
С.Ғ.:
— Киләһе йылда ҡышты мотлаҡ күрергә ҡайтасаҡмын. Еңгәй-апайҙарым ойоҡбаштар, быйма-бейәләйҙәр әҙерләп ҡуйырға вәғәҙәләне былай.
— Тимәк, осрашҡанға тиклем. Хәйерле юл һеҙгә!
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.