Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күҙҙәрендә – йәшлек дәрте
Күҙҙәрендә – йәшлек дәрте Яҙмыш еле ҡайҙа ғына ташламай әҙәм балаһын! Төрлө сәбәп арҡаһында тыуған еренән айырылырға мәжбүр булған милләттәштәребеҙ донъяға һибелгән. Улар менән осрашҡан саҡта күҙҙәрендәге һағыш йөрәкте телеп ала. Сит мөхиттә лә яҡташтарыбыҙ телде, йолаларҙы һаҡларға тырышып йәшәй.
Башҡортостандан Силәбегә барып төпләнеүселәр байтаҡ. Шуларҙың береһе – Ғафури районының Толпар ауылы ҡыҙы Миңнифа Суфиянова.
– Силәбелә атайымдың Хәким исемле туғаны эшләй ине, – тип һөйләй апай. – Бер саҡ Башҡортостанға ҡайтҡанында, һеңлем, беҙгә уҡырға кил, тине. Әсәйемдең мине ебәргеһе килмәй: “Урыҫса әпәй-тоҙлоҡ та белмәйһең бит”, – ти. Мин әйтәм: “Беләм. Тоҙ – соль, икмәк хлеб була”. Бик ныҡышҡас ни, күнде. 1957 йылдың 27 авгусында атайым, поезға ултыртып, оҙатып ҡалды.
Ят мөхит, ят донъя... Ауылдан сыҡмаған бала өсөн сит планетаға барып эләккән кеүек. Ярай әле бында милләттәштәребеҙ күп. Башта кирбес заводына алмай ҡарыштылар, “Ҡыҙ бала эше түгел, ауыр буласаҡ”, тиҙәр. Шулай ҙа, бер нисә тапҡыр тупһа тапағас, алырға булдылар. Эш бик ауыр ине. Тәүге осорҙа ҡулдарым шешенеп, йоҡлай алмай һыҙланып сыға инем. Тора-бара өйрәнелде.
Ғәбит Суфиянов тигән егет менән таныштым. Ул армиянан һуң эшкә килгән. Өйләнештек. Фәрит менән Фәриҙә исемле балалар үҫтерҙек. Улар ҙа иҫән-һау, матур итеп донъя көтә.
Хәҙер Силәбе минең өсөн тыуған төбәгем кеүек. Ни генә тиһәк тә, боронғо башҡорт ерҙәре бит.
Миңнифа апайҙың күҙҙәрендә йәшлек дәрте һүнмәгән әле. “Аҫылташ” фольклор ансамблендә ҡатнашып, халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын киләсәк быуындарға изге мираҫ итеп ҡалдырырға тырыша ул.



Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә