Яҙмыш еле ҡайҙа ғына ташламай әҙәм балаһын! Төрлө сәбәп арҡаһында тыуған еренән айырылырға мәжбүр булған милләттәштәребеҙ донъяға һибелгән. Улар менән осрашҡан саҡта күҙҙәрендәге һағыш йөрәкте телеп ала. Сит мөхиттә лә яҡташтарыбыҙ телде, йолаларҙы һаҡларға тырышып йәшәй. Башҡортостандан Силәбегә барып төпләнеүселәр байтаҡ. Шуларҙың береһе – Ғафури районының Толпар ауылы ҡыҙы Миңнифа Суфиянова.
– Силәбелә атайымдың Хәким исемле туғаны эшләй ине, – тип һөйләй апай. – Бер саҡ Башҡортостанға ҡайтҡанында, һеңлем, беҙгә уҡырға кил, тине. Әсәйемдең мине ебәргеһе килмәй: “Урыҫса әпәй-тоҙлоҡ та белмәйһең бит”, – ти. Мин әйтәм: “Беләм. Тоҙ – соль, икмәк хлеб була”. Бик ныҡышҡас ни, күнде. 1957 йылдың 27 авгусында атайым, поезға ултыртып, оҙатып ҡалды.
Ят мөхит, ят донъя... Ауылдан сыҡмаған бала өсөн сит планетаға барып эләккән кеүек. Ярай әле бында милләттәштәребеҙ күп. Башта кирбес заводына алмай ҡарыштылар, “Ҡыҙ бала эше түгел, ауыр буласаҡ”, тиҙәр. Шулай ҙа, бер нисә тапҡыр тупһа тапағас, алырға булдылар. Эш бик ауыр ине. Тәүге осорҙа ҡулдарым шешенеп, йоҡлай алмай һыҙланып сыға инем. Тора-бара өйрәнелде.
Ғәбит Суфиянов тигән егет менән таныштым. Ул армиянан һуң эшкә килгән. Өйләнештек. Фәрит менән Фәриҙә исемле балалар үҫтерҙек. Улар ҙа иҫән-һау, матур итеп донъя көтә.
Хәҙер Силәбе минең өсөн тыуған төбәгем кеүек. Ни генә тиһәк тә, боронғо башҡорт ерҙәре бит.
Миңнифа апайҙың күҙҙәрендә йәшлек дәрте һүнмәгән әле. “Аҫылташ” фольклор ансамблендә ҡатнашып, халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын киләсәк быуындарға изге мираҫ итеп ҡалдырырға тырыша ул.