Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ
Күл эргәһенән ер алып буламы?

Балыҡ тоторға яратам. Был — минең бала саҡтан яратҡан шөғөлөм. Шуға берәй күл йә йылға эргәһендәге ерҙе һатып алып, йорт төҙөргә ине. Ләкин ҡоролмаларҙы һыу ятҡылыҡтарына яҡын һалырға ярамай, тип ишеткәйнем. Был дөрөҫмө?
Раил.
Өфө районы.

Һыу ятҡылыҡтары эргә­һендәге биләмәләрҙе фай­ҙаланыу тураһында Рә­сәй­ҙең Һыу кодексында яҙылған. 65-се статьяла билдәләнеүенсә, диңгеҙ, йыл­ға, күл һәм һыу һаҡ­лағыстар ярҙары эргә­һен­дәге биләмәләр һаҡлана һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыуҙа айырым сикләүҙәр ҡуйыла. Был зонаның киңлеге йылға йәки күлдең оҙонлоғона бәйле. Мәҫәлән, ун ки­лометрҙан кәм йылғаның һаҡланған биләмәһе 50 метр булһа, 50 километр оҙонлоғондағыһыныҡы — 200 метр. Күл йәки һыу һаҡлағыс өсөн был киңлек — 50 метр. Йылға йәки күл сиктәрендә һыуҙы бысра­ныуҙан һаҡлаған ҡорол­малар булған осраҡта ғына хужалыҡ тәғәйен­ләне­шендәге йәки башҡа объекттарҙы төҙөү һәм файҙаланыу рөхсәт ителә. Һыуҙан 20 метр арауыҡ­тағы урын — дөйөм фай­ҙаланыу өсөн, шуға бер кемде лә был биләмәгә барыуҙан тыйып булмай. Ә арғыраҡ ерҙәрҙе ҡуртымға йәки һатып алырға мөмкин (Рәсәй Һыу кодексының 30-32-се, 34-се статьялары).
Иҫкәрмә. Һаҡланған биләмәләрҙә ағын һыуҙы ерҙе һуғарыу өсөн фай­ҙаланыу, янында зыярат булдырыу, радиоактив, химик, шартлаусы, ағыу­лы, зыянлы матдәләрҙе ташлау, махсус булғанда­рынан тыш, транспорт туҡталҡаһы итеү тыйыла.

Барыһы ла дәғүә итә алмай

1981 йылда мине әсә­лек хоҡуғынан мәхрүм иткәйнеләр. Хәҙер, улым үлгәс, бар мөлкәте ҡатынына ҡалды. Миңә лә өлөш сығырға тейеш түгелме ни?

Зәйтүнә.

Миәкә районы.

Ҡасандыр әсәлек хоҡу­ғынан мәхрүм ителгән бул­һағыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъя менән хуш­лашҡан балағыҙҙың мөл­кәтенә хоҡуғығыҙ юҡ. Васыятнамә булған осраҡ­та ғына уға дәғүә итә алыр инегеҙ. (Рәсәй Гражда­н­лыҡ кодексының 1117-се статьяһы).

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә