Күл эргәһенән ер алып буламы? Балыҡ тоторға яратам. Был — минең бала саҡтан яратҡан шөғөлөм. Шуға берәй күл йә йылға эргәһендәге ерҙе һатып алып, йорт төҙөргә ине. Ләкин ҡоролмаларҙы һыу ятҡылыҡтарына яҡын һалырға ярамай, тип ишеткәйнем. Был дөрөҫмө?
Раил.
Өфө районы.
Һыу ятҡылыҡтары эргәһендәге биләмәләрҙе файҙаланыу тураһында Рәсәйҙең Һыу кодексында яҙылған. 65-се статьяла билдәләнеүенсә, диңгеҙ, йылға, күл һәм һыу һаҡлағыстар ярҙары эргәһендәге биләмәләр һаҡлана һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыуҙа айырым сикләүҙәр ҡуйыла. Был зонаның киңлеге йылға йәки күлдең оҙонлоғона бәйле. Мәҫәлән, ун километрҙан кәм йылғаның һаҡланған биләмәһе 50 метр булһа, 50 километр оҙонлоғондағыһыныҡы — 200 метр. Күл йәки һыу һаҡлағыс өсөн был киңлек — 50 метр. Йылға йәки күл сиктәрендә һыуҙы бысраныуҙан һаҡлаған ҡоролмалар булған осраҡта ғына хужалыҡ тәғәйенләнешендәге йәки башҡа объекттарҙы төҙөү һәм файҙаланыу рөхсәт ителә. Һыуҙан 20 метр арауыҡтағы урын — дөйөм файҙаланыу өсөн, шуға бер кемде лә был биләмәгә барыуҙан тыйып булмай. Ә арғыраҡ ерҙәрҙе ҡуртымға йәки һатып алырға мөмкин (Рәсәй Һыу кодексының 30-32-се, 34-се статьялары).
Иҫкәрмә. Һаҡланған биләмәләрҙә ағын һыуҙы ерҙе һуғарыу өсөн файҙаланыу, янында зыярат булдырыу, радиоактив, химик, шартлаусы, ағыулы, зыянлы матдәләрҙе ташлау, махсус булғандарынан тыш, транспорт туҡталҡаһы итеү тыйыла.
Барыһы ла дәғүә итә алмай
1981 йылда мине әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәйнеләр. Хәҙер, улым үлгәс, бар мөлкәте ҡатынына ҡалды. Миңә лә өлөш сығырға тейеш түгелме ни?
Зәйтүнә.
Миәкә районы.
Ҡасандыр әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән булһағыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъя менән хушлашҡан балағыҙҙың мөлкәтенә хоҡуғығыҙ юҡ. Васыятнамә булған осраҡта ғына уға дәғүә итә алыр инегеҙ. (Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1117-се статьяһы).
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.