Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ихлас таныштыра, йырлап ҡауыштыра
Ихлас таныштыра, йырлап ҡауыштыра Буйҙаҡ, кейәүгә сыҡмаған йәштәрҙең күбәйеүе – йәмғиәт өсөн иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе. Халыҡҡа “Юлдаш йыры” конкурсы аша танылған йырсы, композитор Риф Бикбаев төп эшенән тыш яңғыҙҙарҙы ҡауыштырыу менән дә шөғөлләнә. Уның әйтеүенсә, һуңғылары араһында үҙ парын тапмаған 20 – 60 йәштәге кешеләрҙе күрергә мөмкин. Әңгәмәсебеҙ өс йыл дауамында тамада булып та йөрөй, айыҡ туйҙар үткәрергә лә ярҙамлаша.

– Яңғыҙҙарҙы таныштырыу, аралаштырыу маҡсаты менән ойошторолған эшегеҙ ҡасан башланды, бөгөн ул ниндәй кимәлдә?
– “Аҡ ауаз” исемле димселәр клубы 2014 йылдың декабрендә барлыҡҡа килде. Әле һәр айҙың бер йомаһында Мәләүез ҡалаһында таныштырыу кисәһе үткәрәбеҙ. Ошондай уҡ сара Күгәрсен, Баймаҡ, Ейәнсура, Ғафури райондарында, Ишембайҙа ла ойошторолдо. Ҡайһы саҡта йомала ғына түгел, шәмбе көндәрендә лә “эшләү” ихтыяжы тыуа. Әҙләп-әҙләп тупланып, хәҙер кисәләргә 40-тан ашыу кеше йөрөй.
– Унда башлыса кемдәр килә: йәштәрме, әллә урта быуын вәкилдәреме?
– Йышыраҡ ололар үҙҙәренең өйләнмәгән туғандарына пар эҙләп мөрәжәғәт итә. География ла үҙенсәлекле, мәҫәлән, Мәләүездә үткән осрашыуға Стәрлетамаҡтан, Ырымбур өлкәһенән килгәндәр ҙә булды. Беҙҙең таныштырыу кисәләре хаҡында күптәр Интернеттағы “Бәйләнештә” социаль селтәре аша белә, унда “Аҡ ауаз” исемле төркөмөбөҙ булдырылған.
– Ярты йылға яҡын хеҙмәтегеҙ ниндәй һөҙөмтә бирҙе? Нисә яңғыҙҙы парлы иттегеҙ?
– Танышып ҡауышҡан ете пар иҫәпләнә, миңә берәүҙәренең никахында булырға ла тура килде. Иң тәүге кисәлә үк осрашып, бөгөн бергә йәшәп ятҡан ғаиләбеҙ ҙә бар.
– Кисәләрегеҙ ниндәй форматта үтә? Унда ҡатнаш­ҡан кеше нимәлер әҙерләргә, белергә тейешме?
– Осрашыуҙы ҡунаҡтарҙы ҡаршылауҙан, урынлаш­тырыу­ҙан, сәләмләүҙән, йыйылыуыбыҙҙың төп маҡсатын аңлатыуҙан башлайбыҙ. Кисә барышында йыр-моңға, төрлө сығыштарға ла урын бирелә. Таныштырыу мәлендә һәр кем ҡайһы яҡтан, ниндәй ниәт менән юлланыуы хаҡында бәйән итә, анкета тултыра. Ярҙамсыларым барлыҡ мәғлүмәтте теркәп бара, бер-береһенә тап килгәнерәктәрен төҫмөрләй. “Аҡ ауаз” кисәһендә ҡатнашырға теләгән яңғыҙҙарға ихлас аралашырға, танышырға ғына ҡала.
Ауыл халҡы өсөн сараға инеү хаҡын 200 һум итеп ҡуйһаҡ, ҡала ерендә 300 һумға күтәрәбеҙ. Кисәләр, ғәҙәттә, киске сәғәт 8-ҙән 11-гә тиклемге арауыҡта үткәрелә.
– Был файҙалы һәм ихтирамға лайыҡ хеҙмәтегеҙҙе артабан дауам итеү күҙалланамы? Бер нисә районда ғына түгел, тотош республика кимәленә сығыуға нисек ҡарайһығыҙ?
– Хәҙер халыҡтың йәше лә, ҡарты ла Интернетты бик әүҙем ҡуллана, мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ. Күп кеше әлеге ошо “Бәйләнештә” селтәре аша Өфөлә лә таныштырыу кисәләрен ойоштороуыбыҙҙы үтенә. Әле был йүнәлештә эш яйға һалына, киләсәктә баш ҡалала, бәлки, айына бер түгел, аҙна һайын үткәрә башларбыҙ.
Әңгәмәне йомғаҡлар ваҡытта ғына Риф ағайҙың телефонына шылтыратып, етенсе тиҫтәне ҡыуған ир-уҙаман сираттағы кисәлә ҡатнашырға теләүе хаҡында бәйән итте. Уны иһә ниндәйҙер райондан бер абыстайҙың тормошон дини талаптарға ярашлы ҡорған яңғыҙҙарҙы алып киләсәге тураһындағы хәбәр менән ҡыуандырҙылар. Оло ағайыбыҙ матур түбәтәйен, ялтырап торған туфлиҙарын кейеп килергә вәғәҙәләп хушлашты.



Автор: Г. ҒӘЙЗУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә