Буйҙаҡ, кейәүгә сыҡмаған йәштәрҙең күбәйеүе – йәмғиәт өсөн иң ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе. Халыҡҡа “Юлдаш йыры” конкурсы аша танылған йырсы, композитор Риф Бикбаев төп эшенән тыш яңғыҙҙарҙы ҡауыштырыу менән дә шөғөлләнә. Уның әйтеүенсә, һуңғылары араһында үҙ парын тапмаған 20 – 60 йәштәге кешеләрҙе күрергә мөмкин. Әңгәмәсебеҙ өс йыл дауамында тамада булып та йөрөй, айыҡ туйҙар үткәрергә лә ярҙамлаша. – Яңғыҙҙарҙы таныштырыу, аралаштырыу маҡсаты менән ойошторолған эшегеҙ ҡасан башланды, бөгөн ул ниндәй кимәлдә?
– “Аҡ ауаз” исемле димселәр клубы 2014 йылдың декабрендә барлыҡҡа килде. Әле һәр айҙың бер йомаһында Мәләүез ҡалаһында таныштырыу кисәһе үткәрәбеҙ. Ошондай уҡ сара Күгәрсен, Баймаҡ, Ейәнсура, Ғафури райондарында, Ишембайҙа ла ойошторолдо. Ҡайһы саҡта йомала ғына түгел, шәмбе көндәрендә лә “эшләү” ихтыяжы тыуа. Әҙләп-әҙләп тупланып, хәҙер кисәләргә 40-тан ашыу кеше йөрөй.
– Унда башлыса кемдәр килә: йәштәрме, әллә урта быуын вәкилдәреме?
– Йышыраҡ ололар үҙҙәренең өйләнмәгән туғандарына пар эҙләп мөрәжәғәт итә. География ла үҙенсәлекле, мәҫәлән, Мәләүездә үткән осрашыуға Стәрлетамаҡтан, Ырымбур өлкәһенән килгәндәр ҙә булды. Беҙҙең таныштырыу кисәләре хаҡында күптәр Интернеттағы “Бәйләнештә” социаль селтәре аша белә, унда “Аҡ ауаз” исемле төркөмөбөҙ булдырылған.
– Ярты йылға яҡын хеҙмәтегеҙ ниндәй һөҙөмтә бирҙе? Нисә яңғыҙҙы парлы иттегеҙ?
– Танышып ҡауышҡан ете пар иҫәпләнә, миңә берәүҙәренең никахында булырға ла тура килде. Иң тәүге кисәлә үк осрашып, бөгөн бергә йәшәп ятҡан ғаиләбеҙ ҙә бар.
– Кисәләрегеҙ ниндәй форматта үтә? Унда ҡатнашҡан кеше нимәлер әҙерләргә, белергә тейешме?
– Осрашыуҙы ҡунаҡтарҙы ҡаршылауҙан, урынлаштырыуҙан, сәләмләүҙән, йыйылыуыбыҙҙың төп маҡсатын аңлатыуҙан башлайбыҙ. Кисә барышында йыр-моңға, төрлө сығыштарға ла урын бирелә. Таныштырыу мәлендә һәр кем ҡайһы яҡтан, ниндәй ниәт менән юлланыуы хаҡында бәйән итә, анкета тултыра. Ярҙамсыларым барлыҡ мәғлүмәтте теркәп бара, бер-береһенә тап килгәнерәктәрен төҫмөрләй. “Аҡ ауаз” кисәһендә ҡатнашырға теләгән яңғыҙҙарға ихлас аралашырға, танышырға ғына ҡала.
Ауыл халҡы өсөн сараға инеү хаҡын 200 һум итеп ҡуйһаҡ, ҡала ерендә 300 һумға күтәрәбеҙ. Кисәләр, ғәҙәттә, киске сәғәт 8-ҙән 11-гә тиклемге арауыҡта үткәрелә.
– Был файҙалы һәм ихтирамға лайыҡ хеҙмәтегеҙҙе артабан дауам итеү күҙалланамы? Бер нисә районда ғына түгел, тотош республика кимәленә сығыуға нисек ҡарайһығыҙ?
– Хәҙер халыҡтың йәше лә, ҡарты ла Интернетты бик әүҙем ҡуллана, мәғлүмәткә ҡытлыҡ юҡ. Күп кеше әлеге ошо “Бәйләнештә” селтәре аша Өфөлә лә таныштырыу кисәләрен ойоштороуыбыҙҙы үтенә. Әле был йүнәлештә эш яйға һалына, киләсәктә баш ҡалала, бәлки, айына бер түгел, аҙна һайын үткәрә башларбыҙ.
Әңгәмәне йомғаҡлар ваҡытта ғына Риф ағайҙың телефонына шылтыратып, етенсе тиҫтәне ҡыуған ир-уҙаман сираттағы кисәлә ҡатнашырға теләүе хаҡында бәйән итте. Уны иһә ниндәйҙер райондан бер абыстайҙың тормошон дини талаптарға ярашлы ҡорған яңғыҙҙарҙы алып киләсәге тураһындағы хәбәр менән ҡыуандырҙылар. Оло ағайыбыҙ матур түбәтәйен, ялтырап торған туфлиҙарын кейеп килергә вәғәҙәләп хушлашты.