Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әҙәбиәт музейына бина кәрәк!
Әҙәбиәт музейына бина кәрәк!Милли әҙәбиәт музейының ғилми советы ултырышына әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ өлкәһендә киң танылыу яулаған яҙыусылар, ғалимдар йыйылды. Ғилми совет рәйесе – Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова башҡарылған эштәр, музей филиалдары тураһында мәғлүмәт бирҙе.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Милли әҙәбиәт музейының 15 йыл эшләп килеүенә ҡарамаҫтан, үҙ бинаһы юҡ, шуға күрә лә филиалы булған М. Ғафури музейында йыйылдыҡ. 10 меңдән ашыу берәмектән торған фондты күрһәтә алмағас, мәктәптәрҙә, китапха­наларҙа, музейҙарҙа күсмә күргәҙмәләр ойошто­рабыҙ. Яңыраҡ Ырымбур, Һамар өлкәләрендәге һабантуйҙарҙа ла күсмә күргәҙмәләр менән ҡатнаштыҡ. Ғилми экспедицияларға сығабыҙ. Сәфәребеҙҙә туплаған материалдар буйынса альманах сығарырға уйлайбыҙ. Шулай уҡ буклеттар, проспекттар, афишалар баҫтырабыҙ. Рәсәй кимәлендәге виртуаль күргәҙмә лә ойошторҙоҡ. Эшмәкәрлегебеҙ яҙыусылар, шағирҙар ижадын өйрәнеү, әҙәби ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу менән генә сикләнмәй. Беҙ киләсәк быуында Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, тарихыбыҙҙы ҡәҙерләү, ғилми яҡтан әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеү кеүек сифаттар үҫтереүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ, – тине ул.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбай, халыҡ шағирҙары Рауил Бикбай, Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясова, ғалимдар Фирҙәүес Хисамитдинова, Рәшит Шәкүр, Ғиниәт Ҡунафин, Нурислам Ҡалмантаев, Айбулат Псәнчин, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова, Милли әҙәбиәт музейының үҫеше һәм экспозиция төҙөү буйынса концепцияһын ҡарап, фекерҙәре менән уртаҡлашты, үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
Наил Ғәйетбай: “Әҙәбиәт йылы уңайынан бик күп саралар уҙғарыла, райондар буйлап марафондар үтә. Былар барыһы ла — рухиәтте туплау саралары. Ә бына республикабыҙҙың күптән эшләп килгән Милли әҙәбиәт музейына бина юллау – көнүҙәк мәсьәлә”, – тине һәм әҙәбиәттең кешеләрҙә, бигерәк тә балаларҙа изгелек, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләүҙәге ролен билдәләне.
Милли әҙәбиәт музейын ойоштороу һәм бинаһын булдырыу буйынса башҡарылған эштәрҙең башында торған Рауил Бикбаев: “Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт — дәүләтте ойоштороусы нигеҙҙәр һәм, ниһайәт, ғилми совет ултырышында ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә быйыл музейҙың үҙ йорто булыр”, — тип өмөт белдерҙе.
Айбулат Псәнчин менән Нурислам Ҡалмантаев­тар ҙа заманса технологияларға ярашлы зал булдырыу тураһында ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индерҙе. Ғиниәт Ҡунафин сәсәндәр ижады, әҙәбиәтте өйрәнгән ғалимдар тураһында мәғлүмәттәр өҫтәргә кәрәклеген әйтте. Шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова, китап белгесе һөнәренә эйә булараҡ, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткереп: “Музейҙың исемен Башҡортостандың Дәүләт әҙәби музейы тип атаһаҡ, отошлораҡ булыр ине”, — тине.
Ғилми совет ағзалары резолюция ҡабул итте һәм республика етәкселегенә мөрәжәғәт итергә тигән берҙәм ҡарарға килеп, киләсәктә тағы ла осрашырға килеште.


Автор: Регина ФАЗЫЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә