Милли әҙәбиәт музейының ғилми советы ултырышына әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ өлкәһендә киң танылыу яулаған яҙыусылар, ғалимдар йыйылды. Ғилми совет рәйесе – Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова башҡарылған эштәр, музей филиалдары тураһында мәғлүмәт бирҙе.– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Милли әҙәбиәт музейының 15 йыл эшләп килеүенә ҡарамаҫтан, үҙ бинаһы юҡ, шуға күрә лә филиалы булған М. Ғафури музейында йыйылдыҡ. 10 меңдән ашыу берәмектән торған фондты күрһәтә алмағас, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, музейҙарҙа күсмә күргәҙмәләр ойошторабыҙ. Яңыраҡ Ырымбур, Һамар өлкәләрендәге һабантуйҙарҙа ла күсмә күргәҙмәләр менән ҡатнаштыҡ. Ғилми экспедицияларға сығабыҙ. Сәфәребеҙҙә туплаған материалдар буйынса альманах сығарырға уйлайбыҙ. Шулай уҡ буклеттар, проспекттар, афишалар баҫтырабыҙ. Рәсәй кимәлендәге виртуаль күргәҙмә лә ойошторҙоҡ. Эшмәкәрлегебеҙ яҙыусылар, шағирҙар ижадын өйрәнеү, әҙәби ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу менән генә сикләнмәй. Беҙ киләсәк быуында Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, тарихыбыҙҙы ҡәҙерләү, ғилми яҡтан әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеү кеүек сифаттар үҫтереүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ, – тине ул.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбай, халыҡ шағирҙары Рауил Бикбай, Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясова, ғалимдар Фирҙәүес Хисамитдинова, Рәшит Шәкүр, Ғиниәт Ҡунафин, Нурислам Ҡалмантаев, Айбулат Псәнчин, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова, Милли әҙәбиәт музейының үҫеше һәм экспозиция төҙөү буйынса концепцияһын ҡарап, фекерҙәре менән уртаҡлашты, үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
Наил Ғәйетбай: “Әҙәбиәт йылы уңайынан бик күп саралар уҙғарыла, райондар буйлап марафондар үтә. Былар барыһы ла — рухиәтте туплау саралары. Ә бына республикабыҙҙың күптән эшләп килгән Милли әҙәбиәт музейына бина юллау – көнүҙәк мәсьәлә”, – тине һәм әҙәбиәттең кешеләрҙә, бигерәк тә балаларҙа изгелек, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләүҙәге ролен билдәләне.
Милли әҙәбиәт музейын ойоштороу һәм бинаһын булдырыу буйынса башҡарылған эштәрҙең башында торған Рауил Бикбаев: “Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт — дәүләтте ойоштороусы нигеҙҙәр һәм, ниһайәт, ғилми совет ултырышында ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә быйыл музейҙың үҙ йорто булыр”, — тип өмөт белдерҙе.
Айбулат Псәнчин менән Нурислам Ҡалмантаевтар ҙа заманса технологияларға ярашлы зал булдырыу тураһында ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индерҙе. Ғиниәт Ҡунафин сәсәндәр ижады, әҙәбиәтте өйрәнгән ғалимдар тураһында мәғлүмәттәр өҫтәргә кәрәклеген әйтте. Шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова, китап белгесе һөнәренә эйә булараҡ, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткереп: “Музейҙың исемен Башҡортостандың Дәүләт әҙәби музейы тип атаһаҡ, отошлораҡ булыр ине”, — тине.
Ғилми совет ағзалары резолюция ҡабул итте һәм республика етәкселегенә мөрәжәғәт итергә тигән берҙәм ҡарарға килеп, киләсәктә тағы ла осрашырға килеште.