Бер риүәйәттә Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән башлап Мөхәммәт пәйғәмбәргә тиклем 124 мең, икенсе риүәйәттә 224 мең пәйғәмбәр булыуы әйтелә. Исламда иһә ошолары ғына телгә алынған: Әҙәм, Иҙрис, Нух, Һуд, Сәлих, Ибраһим, Лут, Исмәғил, Исхаҡ, Яҡуп, Йософ, Әйүп, Шөғәйеп, Муса, Һарун, Дауыт, Сөләймән, Юныс, Ильяс, Әлясағ, Зөлкәфил, Зәкәриә, Яхъя, Ғайса, Ғөзәйер, Лоҡман, Зөлҡәрнәй үә Мөхәммәт Мостафа ғәләйһиссәләм. Риүәйәттәрҙә, хәҙистәрҙә Шис, Юшағ, Бишер, Хозер, Ышмуил, Даниял, Әшғия, Әрмия пәйғәмбәрҙәрҙең исемдәре әйтелмештер. Сөннәтле булып тыуған пәйғәмбәрҙәр: Әҙәм, Шис, Иҙрис, Нух, Лут, Йософ, Муса, Шөғәйеп, Сөләймән, Яхъя, Ғайса, Мөхәммәт Мостафа. Пәйғәмбәрҙәрҙән иһә Ҡиәмәт көнөндә лә иҫән ҡалғаны ожмахта булған Иҙрис ғәләйһис-сәләмдер. Ҡөрьәндә уларҙың һаны аныҡ билдәләнмәй, мәҫәлән, Ғафир сүрәһендә ошолай ғына тиелә: “Беҙ һиңә тиклем дә рәсүлдәр ебәргәйнек инде, уларҙың ҡайһыларын һиңә һөйләнек. Аллаһ рөхсәтенән башҡа бер рәсүл дә аят килтерергә тейеш булманы. Ә Аллаһтың әмере килгәс, хаҡлыҡ менән хөкөм ителде. Ул саҡта ялғанға иҫәпләүселәр отолор”. Был аяттың тәфсире шулай: “Ҡөрьәнде инҡар итеүселәр рәсүлдәребеҙ менән ебәргән дәлилдәрҙе үә мөғжизәләрҙе лә ялғанға тотто, был ҡәбәхәт эштәренең язаһын тиҙҙән күрерҙәр”.
Кешеләрҙең бөйөк үә хикмәтле Аллаға ҡаршы дәлилдәре булмаһын өсөн Ул аҡыл өләшеүсе һәм өгөтләү-иҫкәртеүсе пәйғәмбәрҙәрен ебәрмәй, ҡанундарын һәм тәртиптәрен төшөндөрмәй тороп, бәндәләргә язаһын бирмәй. Әгәр тура юлды күрһәтмәйенсә язалаһа, ҡәүемдәр: “Эй, Аллаһ, беҙгә китап индермәнең, рәсүлдәр күндермәнең”, – тип хаҡлы рәүештә дәғүәһен белдерер ине. Шуға ла Аллаһ Тәғәлә Үҙенә итәғәт иткән хаҡ мосолмандарҙы йәннәт менән шатландырыусы һәм итәғәт итмәгәндәргә йәһәннәм ғазабы буласағы тураһында хәбәр биреүсе илселәрен ебәрә лә инде. Бынан һуң бәндәләр ҡылғандарыбыҙҙың гонаһ икәнен белмәнек, белгән булһаҡ, улай ҡыланмаҫ инек, тип һылтау таба, аҡлана алмаясаҡ. Аллаһ Тәғәләнең рәсүлдәре, изге яҙмалары аша кешеләр Илаһ ҡөҙрәте, донъяны бар ҡылыу, Ер, Күк даирәһе, сикһеҙ Ғаләм, тормош ҡанундары, белем-ғилем, доға, намаҙ, иман, хәләл, харам, әхлаҡ-әҙәп, яҙмыш һәм башҡалар тураһында инде бик яҡшы хәбәрҙар.
Мөхәммәт пәйғәмбәр – һуңғы пәйғәмбәр, ахырызаман пәйғәмбәре. Әҙәмдәрҙең күңелендә шайтан вәсвәсәһен ҡабул итеүсе ҡан ойошо булыр. Аллаһ Тәғәлә шул ҡанды Мөхәммәттең йөрәгенән сығарта. Тыуғандан һуң көндән-көн нуры арта, ун өс йәшендә йөҙөнөң нуры тулған айҙыҡылай балҡый. Даръя кеүек киң холоҡло, һүҙе йәүһәрҙәй, аҡыл, һөйләү йәһәтенән оҡшашы юҡ. Унан һуң Йыһанға башҡа пәйғәмбәр килмәйәсәк. Уға тиклем булған Илаһ илселәре бер биләмәлә йәшәгән айырым ырыуға, ҡәүемгә, ҡәүемдәргә генә атап ебәрелгән. Мөхәммәт Мостафа иһә – бөтә кешелек донъяһы һәм ендәр өсөн Аллаһ Тәғәлә илсеһе, пәйғәмбәрҙәрҙең иң бөйөгө үә ҡөҙрәтлеһе. Ул – Аллаһ Тәғәләнең хәбибе, пәйғәмбәрҙәрҙең тажы, хужаһы, гонаһлы үә гонаһһыҙ өммәттәрҙең табибы, барсаһының да мәнфәғәте, именлеге, бәхете өсөн көс һалыусы, тырышыусы, Ҡиәмәт көнөнөң шәфәғәтсеһе. Риүәйәттәрҙә вәхи ителеүенсә, Хаҡ Тәғәлә Ғаләмде, йәғни Ерҙе, Күктәрҙе, йәннәтте, тамуҡты, ғәреште, көрсиҙе һәм башҡаларҙы бар ҡылырға теләгән заманда уҡ, Үҙенең нурынан бер аҙ нур алып, уға: “Әй, нур, һин хәбибем Мөхәммәт бул!” – ти. Ул нур Әҙәм ғәләйһис-сәләм яратылыуҙан биш йөҙ йыл әүәл “әл-хәмдү лил-ләһ” тип ғәреште тәуаф ҡыла. Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яратҡандан һуң Хаҡ Тәғәлә Мөхәммәт Мостафаның нурын Әҙәмдең арҡаһына ҡуя. Ул илаһи нур Әҙәм атанан Һауа инәгә күсә. Шулай атанан инәгә күсеп, тереклек, ғүмер дауам ҡылына.
Ябраил ғәләйһис-сәләм Мөхәммәт Мостафа рәсүлуллаһты, ғаләмдәр Раббыһының хәбибен, ете ҡат Күккә күтәрә, Әҙәм, Ғайса, Яхъя, Йософ, Иҙрис, Һарун, Муса, Ибраһим пәйғәмбәрҙәр менән осраштыра, уға төрлө сүрәттәге фәрештәләрҙе, ете ҡат күктән юғары иҫ киткес дәү сидратүл-мөтәһә ағасын күрһәтә. Күңеле Хаҡ Тәғәлә янына ашҡына. Фәрештәләр булышлығында аралары биш йөҙ йыллыҡ юл булған алтын, шунан ынйы, ахыр пәрҙәләргә күҙ асып йомғансы ирешеп, ҡояшҡа оҡшаған сағыу нурлы йәшел балаҫҡа етә. Етмеш мең пәрҙә үтеп, йәшел балаҫ һәр нәмәнән олуғ ғәреш янында туҡтай.
Ғәрештә бығаса татымаған ләззәтле бер тамсы тамып, теленә төшә һәм Аллаһ Тәғәлә әүәлге үә ахыры нәмәләрҙең ғилемен уға илһам ҡыла, Уның хикмәте үә ҡөҙрәте менән теле асылып, ихлас әңгәмәләшә. Аллаһ әйтә: “Әй, Мөхәммәт, Мин һине Үҙемә дуҫ ҡылдым, Ибраһимды хәлил иттем. Муса һәм һинең менән һөйләштем, ләкин һиңә айырма яһап, өммәтеңде изге өммәт иттем. Әй, Мөхәммәт, әй, Хәбибем, биргән бүләгемде тот, һаҡла, шөкөр ҡылыусыларҙан бул!” Шулай итеп, Хаҡ Тәғәлә Мөхәммәткә эйәргән, уның тәғлимәтенә инанған халыҡты изге өммәт итә һәм пәйғәмбәренән: “Йә Хәбибем, ниндәй хәбәр алып килдең?” – тип һорай. Мөхәммәт әйтә: “Раббым, береһе – тағат (табыныу) үә ғибәҙәт (намаҙ уҡыу) кәмселеге, икенсеһе – гонаһ үә яфа күплеге”. Илаһы ошолай хитап ҡыла: “Тағат үә ғибәҙәт кәмселеген рәхмәтем менән ярлыҡаным, гонаһ үә яфа күплеген шәфәғәтеңә бағышланым. Үҙең риза булған ҡәҙәр ғәфү итеп, рәхмәт ҡылырмын”. “Ҡөрьән Кәрим”дә лә әйтелә: “Һиңә Раббың өммәттәреңде ғәфү итеүҙе бирер, риза булырһың”. Мөхәммәт пәйғәмбәр хитап итеүенсә: “Хаҡ Тәғәлә минең хозурыма хөкөмдәр ҡылды, төрлө ғилемдәр белдерҙе. Ул ғилемдәрҙең ҡайһы берҙәрен һис кемгә әйтмәүҙе, ҡайһыларын өммәтемә ирештереүҙе бойорҙо, бәғзеләрен әйтеү менән әйтмәү араһында ихтыяр итте... “Бәҡара” сүрәһенең ахырғы аяттарын ебәрҙе”...
Пәйғәмбәр ғәрештән юғары урында уң яғына, һул яғына ҡараһа ла, алға, артҡа һәм өҫкә ҡараһа ла, һәр тарафта Аллаһ Тәғәләне күрә. Бынан китеү бик ауыр тойола. Илаһы әйтә: “Әй, Мөхәммәт, һин Минең ҡолдарыма – рәсүл, әгәр бында ҡалһаң, илселек ҡыла алмаҫһың. Ер йөҙөнә бар, ҡолдарыма хөкөмдәремде ирештер. Ҡайһы ғына ваҡытта намаҙға керешһәң дә, һиңә был мәртәбәне бирермен”. Шуға ла Мөхәммәт пәйғәмбәр: “Минең күҙемдең нуры намаҙҙа”, – ти.
Аяҡ аҫтындағы балаҫ пәйғәмбәрҙе бер юғары, бер түбән йөрөтөп, сидратүл-мөнтәһәгә төшөрә. Уны ошонда көткән Ябраил ғәләйһиссәләм әйтә: “Әй, Мөхәммәт, Аллаһ Тәғәлә бер пәйғәмбәргә лә, бер фәрештәгә лә насип итмәгән бүләкте һиңә бирҙе, Күк һәм Ер әһеле ирешмәгән урынға ирештерҙе. Уның һиңә биргән мәртәбәләре һәм кәрәмәттәре ниндәй күркәм! Шөкөр ҡыл, Мөхәммәт! Аллаһы Тәғәлә шөкөр итеүселәрҙе һөйәлер”. Пәйғәмбәр Илаһҡа маҡтауҙар әйтеп, шөкөр ҡыла. Шунан һуң Ябраил рәсүлгә ожмахты, унда уға әҙерләнгән урындарҙы, дәрәжәләрҙе, ниғмәттәрҙе үә зиннәттәрҙе, йәнә тамуҡты һәм тамуҡ ғазаптарын күрһәтә. Пәйғәмбәрҙең хәжәте буйынса Хаҡ Тәғәлә еңеллек биреп, биш ваҡыт намаҙҙы фарыз итә, өммәтенең тәүбәһен үкенеү ҡыла, гонаһтарын ярлыҡай.
Хаҡ Собхана үә Тәғәлә Әҙәм пәйғәмбәргә – ожмах, Нухҡа – кәмә, Исмәғилгә фиҙа өсөн – һарыҡ, Дауытҡа – Зәбүр, Хозурға – тереклек, Мусаға – Тәүрат, Ғайсаға Инжил бирә, Ибраһимды Нәмрут утынан ҡотҡара, утты һыуыҡ ҡыла, Муса менән Турҙа һөйләшә, Юнысты балыҡ ҡарынынан алып ҡала. Хәбибе Мөхәммәт рәсүленә ниндәй кәрәмәттәр, йәғни ғәжәп нәмәләр насип ҡыла һуң? Ожмахтың иң бейек “маҡам мәхмүт” төйәгенә урынлаштыра, нисә йөҙ мең гонаһын яҡшылығы менән ғәфү итеп, өммәтен ожмахҡа керетә; барса Ер йөҙөн мәсет ҡыла, һыу юҡта, тәһәрәт алып, намаҙ уҡыр өсөн тупраҡты һыу урынына тороусы итә; кәүсәр шарабын (баллы шәрбәт) бирә; өммәттәренә хәйерле ниғмәт; Турҙа һөйләшеү; Ҡиәмәт көнөндә мәйеҙ; “Нур” сүрәһен; өммәтен ҡәбер ҡараңғылығынан, Ҡиәмәт ҡурҡыуҙарынан, сират күперенән үтеүҙән ҡотҡара; сәлсәбил, йәғни йәннәттәге һыуы бик тәмле шишмә бирә; Аятүл Көрси; “Ихлас” сүрәһен; Тәүратта ла, Инжилда ла булмаған, уны уҡыған кешенең тәнен тамуҡ утынан аяған “Фатиха” сүрәһен. Был дәүерҙә лә ғилемлек һәм һүҙгә оҫталыҡ өҫтөн күрелә. Хаҡ Тәғәлә хәбибен белемле, оҫта телле итеп, кәрәмәт биреп, Ҡөрьән Кәримде индерә. Бына шулай һөйөклө пәйғәмбәренең күңелен шат ҡыла Аллаһы Тәғәлә.
Аллаһ Тәғәлә дин үә шәриғәт (мосолмандар өсөн мәжбүри булған ҡанундар йыйылмаһы) хөкөмдәрен өйрәтеп, пәйғәмбәрҙәренә 104 китап ебәргән. Әҙәм ғәләйһис-сәләмгә – 10 ҡағыҙ, Шис ғәләйһиссәләмгә – 50 ҡағыҙ, Иҙрис ғәләйһиссәләмгә – 30 ҡағыҙ. Йәнә Муса ғәләйһис-сәләмгә – Тәүрат, Дауыт ғәләйһис-сәләмгә – Зәбүр, Ғайса ғәләйһис-сәләмгә – Инжил, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә Ҡөрьән исемле изге китаптар ебәрмештер. Пәйғәмбәрҙәр ошо китаптарҙағы һүҙҙәр, белемдәр менән ҡәүемдәрҙе иманға үә изге ғәмәлдәргә өндәмештер. Ҡөрьән Кәримдә Әҙәм балаларының фани донъяһы, хәлифәләре, көнитмештәре үә әхирәттәре өсөн дә зарур һабаҡтар һәм хөкөмдәр бар. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙис-шәрифтәре лә инсандарҙы дөрөҫ юлға, мәңгелек йәннәткә әйҙәй.
Пәйғәмбәрҙәрҙең тормошо тасуирланған хикәйәттәрҙә лә Хоҙай Тәғәлә илселәренең Ер йөҙөндәге халыҡтарҙы яҡшы ғәмәлдәргә өйрәтеүҙәре, сәләмәт, ырыҫлы, бәхетле итергә тырышыуҙары, хаҡ дингә өндәүҙәре һүрәтләнә. Пәйғәмбәрҙәр бәндәләргә донъя көтөү, ҡотло ғүмер итеү ысулдарын һәм юлдарын күрһәтә, мәғәнә, фәһем менән ғаләм ғилемдәренә, төрлө кәсеп-шөғөлдәргә өйрәтә, йөкмәтелгән бурыстарҙы еткерә, өгөт-нәсихәт бирә, изге ғәмәлдәргә сауап булып, ҡыуаныс киләсәген, яман ғәмәл ҡылыусылар ғазапҡа дусарлығын иҫкәртә... Ҡиссалар донъя, ваҡыт, ғүмер, яҙмыш, көнитмеш, әхлаҡ-әҙәп, яҡшылыҡ, яманлыҡ, бәхет-шатлыҡ тураһындағы фекерҙәр, уйланыуҙар менән һуғарылған. Улар беҙҙең дәүер инсандарына, айырыуса рухи мираҫты, ҡиммәттәрҙе хәтерҙәренән юйғандарға бик тә фәһемле һәм әһәмиәтле. Пәйғәмбәрҙәр булмаһа, донъяны танып-белеү фәҡәт кешеләрҙең үҙҙәренә генә ҡайтып ҡалһа, кешелектең үҫеше меңәр йылдарға артта ҡалыр ине.
(Дауамы. Башы 127-128-се һандарҙа).