Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һыу инергә яраймы?
Мөфтөй яуап бирә

– Ураҙа тотҡан ваҡытта һыу инергә, йыуынырға яраймы? Быйыл Рамаҙан айы йылдың иң эҫе мәленә тап килде бит.
Ш. ҒИМАЕВ.
Өфө районы.



– Бис­миллә­һир-рахмәнир-рахим!
Рамаҙан – ул 12 айҙың солта­ны. Был изге айҙа Аллаһ Раб­быбыҙ Ҡөрьән Кә­римде индергән, Ислам диненең биш те­рәгенең бе­реһе булған Ура­ҙаны бил­дәләгән.
Ураҙа ғибәҙәте – ул Аллаһ Тәғә­ләнең бер ай да­уам­лы Рамаҙан мәҙрәсәһе. Әҙәм балаһының тормошонда төрлө ваҡыттар була, белеп йә белмәй хаталар ҙа ҡылына, ығы-зығы, мәшә­ҡәттәргә әүрәп китеп, бәлки, ғибәҙәткә лә иғти­бар, көс етмәй ҡалалыр. Ләкин ошондай хәлгә тарымауҙың, йәшәйештең һәр өлкәһен дә бынамын итеп алып барыуҙың сере, хикмәте бар. Ул да булһа – нәфсе, йәғни уны тыйырға өйрәнеү.
Нәфсе, ғәҙәттә, һәр нәмәлә тик матурлыҡ, күңел рәхәтлеге генә эҙләй. Ошо кире сифатты ауыҙлыҡлау өсөн Аллаһ Тәғәлә Рамаҙанды фарыз иткән. Ураҙа ярҙамында кеше ашҡаҙанын ғына түгел, күҙен дә, ҡолағын да, башҡа ағза­ларын да паклыҡҡа арнарға бурыслы: яҡшы эш, изге уй-ниәт менән яныу, ғибәҙәт ҡылыу, ғилем туплау, әшәкелектән азат булыу – ошоноң төп нигеҙе.
Аллаһ Тәғәлә кешегә, эйе, аҡыл да, нәфсе лә биргән. Улар иһә гел генә үҙ-ара көрәш алып бара. Аҡыл еңелә ҡалһа, әҙәм балаһы нәфсеһе артынан эйәрә. Эскелек, наркотиктар ҡулланыу, зина ҡылыу кеүек кире күренештәр тап нәфсене тыймау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Ябай булмаған көрәштә аҡыл еңеп сыҡһын өсөн кешегә дин бирелгән. Ошо изге Рамаҙан айында беҙгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан махсус ваҡыт, тәүбәгә килеү, күңелде сыныҡтырыу өсөн ҙур мөмкинлек тәҡдим ителә. Әҙәм балаһының тамырҙары буйлап шайтан йөрөр, ә ураҙа шул иблис йөрөгән юлдарҙы тарайтыр, тиелә. Шулай ҙа кемдер Рамаҙанда ла үҙенең телен, ҡолағын төрлө ғәйбәттән, кәрәкмәгән хәбәрҙән тыймай икән, Аллаһ Раббыбыҙ уның ураҙаһына мохтаж түгел. Изге айҙағы был ғибәҙәт – күп яҡлы, комп­лекслы тәрбиә. Ошо мәлдә мосолмандар пак­лыҡ, сафлыҡ талаптарынан ситкә тайпы­лырға тейеш түгел.
Ҡайһы берәүҙәр “ураҙа ваҡытында йыуы­ныр­ға ярамай” тип яңылыш фекер йөрөтә. Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ әйтеүенсә, таҙалыҡ – ул имандың ярты өлөшө. Рамаҙан айында күңелебеҙ, эске донъябыҙ таҙарып ҡалһа, һыу менән инде беҙ тәнебеҙҙе сафлайбыҙ. Был осорҙа, бигерәк тә быйылғы үтә ҡыҙыу миҙгелде күҙ уңында тотоп, еңелсә ҡойоноп алырға була. Ләкин быны һыуыҡ һыулы ваннаға төшөп, йылғаға йә күлгә сумыу менән бутарға ярамай. Бары тик тән тем­ператураһын тәбиғи хәлдә тотоу өсөн тәнде һыулап, ҡойоноп сығыу мөмкин.
Әҙәм балаһына дин ауырлыҡ итеп түгел, киреһенсә, еңеллек өсөн бирелгән. Ошоно һәм башҡа ғилемдәрҙе иҫебеҙҙә тотоп, изге Рамаҙан айын файҙалы, күркәм итеп үткәрергә яҙһын һәммәбеҙгә лә. Илдәребеҙ тыныс, ғаиләләребеҙ имен, уйҙарыбыҙ яҡты, йөрөгән юлдарыбыҙ хәйерле булһын, иншаллаһ. Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!


Автор: Дилбәр Ишморатова


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә