Һыу инергә яраймы?03.07.2015
Мөфтөй яуап бирә
– Ураҙа тотҡан ваҡытта һыу инергә, йыуынырға яраймы? Быйыл Рамаҙан айы йылдың иң эҫе мәленә тап килде бит.
Ш. ҒИМАЕВ.
Өфө районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Рамаҙан – ул 12 айҙың солтаны. Был изге айҙа Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөрьән Кәримде индергән, Ислам диненең биш терәгенең береһе булған Ураҙаны билдәләгән.
Ураҙа ғибәҙәте – ул Аллаһ Тәғәләнең бер ай дауамлы Рамаҙан мәҙрәсәһе. Әҙәм балаһының тормошонда төрлө ваҡыттар була, белеп йә белмәй хаталар ҙа ҡылына, ығы-зығы, мәшәҡәттәргә әүрәп китеп, бәлки, ғибәҙәткә лә иғтибар, көс етмәй ҡалалыр. Ләкин ошондай хәлгә тарымауҙың, йәшәйештең һәр өлкәһен дә бынамын итеп алып барыуҙың сере, хикмәте бар. Ул да булһа – нәфсе, йәғни уны тыйырға өйрәнеү.
Нәфсе, ғәҙәттә, һәр нәмәлә тик матурлыҡ, күңел рәхәтлеге генә эҙләй. Ошо кире сифатты ауыҙлыҡлау өсөн Аллаһ Тәғәлә Рамаҙанды фарыз иткән. Ураҙа ярҙамында кеше ашҡаҙанын ғына түгел, күҙен дә, ҡолағын да, башҡа ағзаларын да паклыҡҡа арнарға бурыслы: яҡшы эш, изге уй-ниәт менән яныу, ғибәҙәт ҡылыу, ғилем туплау, әшәкелектән азат булыу – ошоноң төп нигеҙе.
Аллаһ Тәғәлә кешегә, эйе, аҡыл да, нәфсе лә биргән. Улар иһә гел генә үҙ-ара көрәш алып бара. Аҡыл еңелә ҡалһа, әҙәм балаһы нәфсеһе артынан эйәрә. Эскелек, наркотиктар ҡулланыу, зина ҡылыу кеүек кире күренештәр тап нәфсене тыймау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Ябай булмаған көрәштә аҡыл еңеп сыҡһын өсөн кешегә дин бирелгән. Ошо изге Рамаҙан айында беҙгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан махсус ваҡыт, тәүбәгә килеү, күңелде сыныҡтырыу өсөн ҙур мөмкинлек тәҡдим ителә. Әҙәм балаһының тамырҙары буйлап шайтан йөрөр, ә ураҙа шул иблис йөрөгән юлдарҙы тарайтыр, тиелә. Шулай ҙа кемдер Рамаҙанда ла үҙенең телен, ҡолағын төрлө ғәйбәттән, кәрәкмәгән хәбәрҙән тыймай икән, Аллаһ Раббыбыҙ уның ураҙаһына мохтаж түгел. Изге айҙағы был ғибәҙәт – күп яҡлы, комплекслы тәрбиә. Ошо мәлдә мосолмандар паклыҡ, сафлыҡ талаптарынан ситкә тайпылырға тейеш түгел.
Ҡайһы берәүҙәр “ураҙа ваҡытында йыуынырға ярамай” тип яңылыш фекер йөрөтә. Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ әйтеүенсә, таҙалыҡ – ул имандың ярты өлөшө. Рамаҙан айында күңелебеҙ, эске донъябыҙ таҙарып ҡалһа, һыу менән инде беҙ тәнебеҙҙе сафлайбыҙ. Был осорҙа, бигерәк тә быйылғы үтә ҡыҙыу миҙгелде күҙ уңында тотоп, еңелсә ҡойоноп алырға була. Ләкин быны һыуыҡ һыулы ваннаға төшөп, йылғаға йә күлгә сумыу менән бутарға ярамай. Бары тик тән температураһын тәбиғи хәлдә тотоу өсөн тәнде һыулап, ҡойоноп сығыу мөмкин.
Әҙәм балаһына дин ауырлыҡ итеп түгел, киреһенсә, еңеллек өсөн бирелгән. Ошоно һәм башҡа ғилемдәрҙе иҫебеҙҙә тотоп, изге Рамаҙан айын файҙалы, күркәм итеп үткәрергә яҙһын һәммәбеҙгә лә. Илдәребеҙ тыныс, ғаиләләребеҙ имен, уйҙарыбыҙ яҡты, йөрөгән юлдарыбыҙ хәйерле булһын, иншаллаһ. Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!