Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылы хәтирәләр ҡалды
Йылы хәтирәләр ҡалдыМостай Кәримде тәүге тапҡыр 1-се республика мәктәп-интернатында (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) күргәйнем. Әҙәби кисәнән һуң ул, уҡыусылар менән яҡындан танышырға уйлап, сәхнәнән төштө. Минең Шишмә районынан булыуымды белгәс, яҡташ икәнбеҙ, тине йылмайып. Һуңынан Бәләбәйҙә “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә бергә булдыҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәрендә лә осраштыҡ.
Ә инде хәтһеҙ ваҡыт уҙғас, әҙип менән тағы күрештем. “Красноусол” шифаханаһында ял иткәндә, ғәҙәттә, йоҡлар алдынан аллея буйлап саф һауа һулап йөрөйбөҙ, эскәмйәлә ки­тап уҡыйбыҙ. Бер мәл, 6-сы корпус­тың күпләп рауза сәскәләре үҫкән яғынан китеп барғанда, Мостай ағай­ҙың ҡыҙы Әлфиә ханым менән эскәм­йәлә ултырғанына иғтибар иттем.
– О, үҙебеҙҙең Шишмә егете Сәлих ҡусты бит, – тип танып, ҡулын һуҙҙы ул.
– Һаумыһығыҙ, Мостай ағай, – тип мин дә ихлас йылмайҙым.
Бына шул ваҡиғанан башлап Мос­тафа Сафа улы менән көн дә бергә йөрөнөк. Электән бер-беребеҙҙе бел­гәс, һөйләшер һүҙ күп ине. Бә­ләбәй ҡалаһындағы “Автонормаль” заводы, уның директоры Марс Әмиров тураһында уның һәйбәт фекерҙә булыуы ҡыуандырҙы. КПСС-тың XXV съезы делегаты итеп һайланған бул­ған икеһе лә. Шулай уҡ Миҙхәт Шакиров хаҡында, “үҙен респуб­ли­кабыҙ- ҙың ысын хужаһы итеп танытты” тигәне иҫтә ҡалған.
Унда ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарыным. Төштән һуң баҡсаға һуғылғайным, ике ҡатын һүҙ башланы.
– Һеҙ Мостай Кәримдең ярҙам­сыһы икәнһегеҙ, яҙыусы менән осрашыу ойоштормаҫһығыҙмы? – тине улар, ялбарып.
– Бер ниндәй ҙә ярҙамсы түгелмен, ә һеҙҙең кеүек ял итәм, – тим тегеләргә.
– Күреп торабыҙ, һәр ваҡыт уның менән бергәһегеҙ, – тип ныҡыша был икәү...
Ошондайыраҡ юҫыҡта тағы бер нисә кеше үтенесен белдерҙе. Улай икән, үҙенә әйтеп ҡарайым әле, тигән фекерҙе күңелдә нығыттым да ижадсыға был хаҡта һөйләп бирҙем.
– Сәлих ҡусты, үҙем дә осрашыу тураһында уйлабыраҡ йөрөй инем, әгәр ойоштороу хәстәрен өҫтөңә алһаң, мин риза, – тине.
Кисә бик күңелле үтте, әҙип автографтар бирҙе, һорауҙарға ихлас яуап ҡайтарҙы. Бер нисә көндән Мос­тай ағай менән ҡыҙы ҡайтып китте.
– Абзыйға дауа килеште, кәйефе күтәрелде, – тип шатлығын белдерҙе шифахана директоры Фаяз Мәжи­тов...


Автор: Сәлих ХӘЙРУЛЛИН. Район: Бәләбәй ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә