Мостай Кәримде тәүге тапҡыр 1-се республика мәктәп-интернатында (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) күргәйнем. Әҙәби кисәнән һуң ул, уҡыусылар менән яҡындан танышырға уйлап, сәхнәнән төштө. Минең Шишмә районынан булыуымды белгәс, яҡташ икәнбеҙ, тине йылмайып. Һуңынан Бәләбәйҙә “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә бергә булдыҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көндәрендә лә осраштыҡ.Ә инде хәтһеҙ ваҡыт уҙғас, әҙип менән тағы күрештем. “Красноусол” шифаханаһында ял иткәндә, ғәҙәттә, йоҡлар алдынан аллея буйлап саф һауа һулап йөрөйбөҙ, эскәмйәлә китап уҡыйбыҙ. Бер мәл, 6-сы корпустың күпләп рауза сәскәләре үҫкән яғынан китеп барғанда, Мостай ағайҙың ҡыҙы Әлфиә ханым менән эскәмйәлә ултырғанына иғтибар иттем.
– О, үҙебеҙҙең Шишмә егете Сәлих ҡусты бит, – тип танып, ҡулын һуҙҙы ул.
– Һаумыһығыҙ, Мостай ағай, – тип мин дә ихлас йылмайҙым.
Бына шул ваҡиғанан башлап Мостафа Сафа улы менән көн дә бергә йөрөнөк. Электән бер-беребеҙҙе белгәс, һөйләшер һүҙ күп ине. Бәләбәй ҡалаһындағы “Автонормаль” заводы, уның директоры Марс Әмиров тураһында уның һәйбәт фекерҙә булыуы ҡыуандырҙы. КПСС-тың XXV съезы делегаты итеп һайланған булған икеһе лә. Шулай уҡ Миҙхәт Шакиров хаҡында, “үҙен республикабыҙ- ҙың ысын хужаһы итеп танытты” тигәне иҫтә ҡалған.
Унда ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарыным. Төштән һуң баҡсаға һуғылғайным, ике ҡатын һүҙ башланы.
– Һеҙ Мостай Кәримдең ярҙамсыһы икәнһегеҙ, яҙыусы менән осрашыу ойоштормаҫһығыҙмы? – тине улар, ялбарып.
– Бер ниндәй ҙә ярҙамсы түгелмен, ә һеҙҙең кеүек ял итәм, – тим тегеләргә.
– Күреп торабыҙ, һәр ваҡыт уның менән бергәһегеҙ, – тип ныҡыша был икәү...
Ошондайыраҡ юҫыҡта тағы бер нисә кеше үтенесен белдерҙе. Улай икән, үҙенә әйтеп ҡарайым әле, тигән фекерҙе күңелдә нығыттым да ижадсыға был хаҡта һөйләп бирҙем.
– Сәлих ҡусты, үҙем дә осрашыу тураһында уйлабыраҡ йөрөй инем, әгәр ойоштороу хәстәрен өҫтөңә алһаң, мин риза, – тине.
Кисә бик күңелле үтте, әҙип автографтар бирҙе, һорауҙарға ихлас яуап ҡайтарҙы. Бер нисә көндән Мостай ағай менән ҡыҙы ҡайтып китте.
– Абзыйға дауа килеште, кәйефе күтәрелде, – тип шатлығын белдерҙе шифахана директоры Фаяз Мәжитов...