Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дивизияның фиҙакәр йылъяҙмасыһы
Эйе, яугир-ветерандың ҡы­лыс­ҡа тиң ҡәләме менән яҙылған тарихи әҫәрҙәрен тул­ҡын­ланмайынса уҡыу мөмкин түгел, сөнки улар­ҙа 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия диви­зияһының Иҙелдән алып Эльбағаса ут-һыу кисеп үткән ҡаһарман юлы үҙе лә шунда булған ысын яугир тарафынан бөтөн дөрөҫлөгөндә яҡтыртыла. Бигерәк тә башҡорт һыбайлыларының баяғы 1943 йылдың февралендә Донбасс ерендә фашист илбаҫарҙарының тәрән тылына героик рейды (ул рейдта С.Р. Ҡадиров үҙе ҡатнашҡан) беренсе тапҡыр тулы итеп, бөтә ҡаһарманлығы һәм фажиғәһе менән бәйән ителә, генерал М.М. Шайморатовтың һәм башҡаларҙың батырҙарса һәләк булыуы ла, яу ҡырында үҙ күҙҙәре менән күргәненсә, дөрөҫ асып бирелә. Шуның өсөн китап уҡыусыларҙан, бигерәк тә рейдта ҡатнашҡан яугирҙәрҙән авторға күп рәхмәт хаттары килде. Уларҙа С.Р. Ҡадировтың ысын яугирлек сифаттары ла сағылдырылған. Миҫал өсөн Сибай ҡалаһынан һуғыш ветераны Зиннәт Ғибат улы Вәлиевтең ике хатын һәм тағы ла бер ветерандыҡын иғтибарығыҙға тәҡдим итәм:
1. “Һаумыһығыҙ, Сабирйән ағай! Үҙеңә һәм дә ғаиләңә ҙур сәләм менән һәм һаулыҡ теләп, Зиннәт. Бик һуңлап, 1972 йылда “Ағиҙел” журналының 5-се һанында Баш­ҡорт дивизияһының дошман тылында нисек һуғышыуҙары тураһындағы хә­тирәләрегеҙҙе уҡып сыҡтым да һеҙгә хат яҙып ултырам.
Бәлки, онотҡанһығыҙҙыр, мин ул ваҡытта һеҙҙең комсомол эше буйынса ярҙамсығыҙ инем һәм унда бар эште һеҙҙең бойороҡ буйынса эшләнем.
Бына әле күп ваҡыт үткәс, һеҙҙең хәтирәләрҙе уҡып сыҡҡас, унда булған ваҡиғаларҙы иҫкә алып, күҙгә йәш тулды, сөнки үҙем дә һеҙҙең менән бергә булғас, ундағы ваҡиғалар минең өсөн билдәле.
Рейдтан һеҙҙән бер ярым тәүлеккә һуң сыҡтым, сөнки бойороғоғоҙ буйынса тылы­быҙҙағы саналы, арбалы атлылар һәм яралы яугирҙәр менән килдем; беҙҙе дошман көндөҙгө сәғәт 12-лә 2-се Юлин ауы­лы янында ут асып ҡаршы алды, көс бөт­кәнсе кискә тиклем уларға ҡаршы һу­ғыштыҡ, аҙаҡ, буш (патронһыҙ) мылтыҡ, автоматтар менән, ҡайһыларыбыҙ ҡылыс күтәреп, дошманға ҡаршы барҙыҡ; улар беҙгә танкынан һәм ҙур калибрлы пуле­мет­тарҙан ата ине. Кис имен ҡалған­да­рыбыҙ урманға йыйылышып, яралы һәм санала килгән кешеләребеҙгә табан ба­рырға йыйындыҡ, разведка ебәрҙек. Раз­вед­чиктарҙың әйтеүе буйынса, һәм үҙебеҙ ҙә ут яҡтыһын күреп торҙоҡ, фашис­тар беҙ­ҙең тылдағы арбаларҙа килгән яра­лыларҙы огнеметтарҙан яндырып үлтерҙе.
Рейдтан сыҡҡас та тура үҙеңә килдем, ҡосаҡлашып илашып алдыҡ, унда булған хәлдәрҙе һеҙгә һөйләй башлағайным, миңә былай тип әмер әйттегеҙ: “Ярай, Зиннәт, тәүҙә тамағыңды туйҙырып, кейемеңде алмаштыр, ял ит, шунан һуң һөйләшербеҙ”.
***
“Сабир Рәхим улы! Үҙеңә, ҡатыныңа һәм бала-сағаларыңа күп сәләм һәм һаулыҡ те­ләп, Зиннәт. Бөгөн бик күтәренке кәйеф һәм шатлыҡ менән хат яҙып ултырам һеҙгә.
27 июлдә Сибай гәзитендә минең турала яҙған мәҡәләгеҙҙе уҡыным да, шул ваҡытта булған ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтереп, илап та алдым.
Шулай, Сабир ағай, һеҙ ул ваҡытта — ысын күңелем менән әйтәм — Шайморатов мәрхүм менән икегеҙ бөтөн булған ауырлыҡты үҙ иңегеҙгә алып, дошманды еңеп сыҡтығыҙ. Ул ваҡиғаларҙы үҙ башынан үткәргән һәм һау ҡалған кешеләрҙең үлгәнгә ҡәҙәр һеҙҙе оноторға хаҡы юҡ.
Сәләм менән һәм һаулыҡ теләп, Зиннәт.
06.08.1974.”
***
Ә быныһы батырыбыҙҙың тыуған яғы Бәләбәйҙән:
“Йәштәш Сабир Рәхимович!
Яҙыуымдың сәбәбе шул: һи­нең “Уттар, һыуҙар аша” исем­ле китабыңды ҙур рух кү­тә­рен­ке­леге менән уҡып сыҡтым. Бик оҡшаны, бигерәк тә һуғыш ветераны булғанғалыр, йот­лоғоп уҡыным. Китап, ҙур булмаһа ла, эсенә һуғыштың бик оҙон юлын һыйҙырған, Башҡорт дивизияһының хәрә­кәте, ба­тыр­ҙарса көрәше, бөтөн эпизодтары дөрөҫ һәм ерлекле тасуирланған. Уны уҡығанда туған башҡорт яугир­ҙә­ре­нең, тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, дош­ман­ға ҡаршы ҡыйыу көрәшеүҙәренә ғо­рур­ланаһың. Ябай кешеләрҙең дошман тылына үтеп, шундай ҡаһарманлыҡ ҡы­лыуына хайран ҡалаһың. Был бит кешенең шул тиклем дә үҙ илен, халҡын, ер-һыуын үлеп һөйөү-яратыуынан, гитлеризмға нәфрәт көслө булғандан килә. Һеҙ ундай геройҙарҙы күп күрһәткәнһегеҙ. Был китап башҡорт тарихына бик мөһим хазина булып инәсәк. Уны уҡыған йәш бы­уын­ға һоҡланғыс һәм батырлыҡ һабағы буласаҡ. Шуныһы мөһим: башҡорт ат­лы­ларының хәрәкәтен бөтөн фронт хәрә­кәтенә бәйләп тиерлек, тулы кәү­ҙә­ләнештә биргәнһегеҙ. Күренеп тора: һеҙ уның өҫтөндә ныҡышмалы эшлә­гән­һегеҙ. Бының өсөн ҙур рәхмәт!
Ҡайһы саҡ мин 112-се дивизияға эләк­мәгәнем өсөн үкенеп тә ҡуям, сөнки беҙ 113-сө дивизияла булдыҡ, ундағы гәзиттең мөхәррире вазифаһына әҙерләнгән са­ғымда ғына, ғәскәрҙе тараттылар. Артиллерия часына эләгеп, 1942 йылдың 25 мар­тында һуғышҡа киттем, 4 июлдә Воронеж өлкәһендә яраландым. Унан икенсе часҡа — Смоленск йүнәлешендә. Шунан 3-сө Балтик буйы фронтында Эстонияны (Тартуҙы) дошмандан таҙартҡанда тағы ҡаты яраланып, 1945 йылдың мартында өйгә ҡайттым. Шулай итеп, дүрт йыл эсендә дүрт часта булдым. Бындай хәл миңә оҡшаманы, бер ерҙән икенсеһенә йөрөү арҡаһында өлкән лейтенанттан ары үҫә алманым...
Ярай, нитәһең... ғәфү итегеҙ. Ләкин ми­нең дә ҙур булмаған күләмдә яҙған һуғыш эпизодтарым бар. Килһәгеҙ, миңә кермәй китмәгеҙ.
Әйткәндәй, был китапты урыҫса баҫтырғанда уғата яҡшы булыр ине. Бер фекер: китапта дивизия гәзите һәм уның журналистары сағылдырылмаған. Бәлки, сәбәбе барҙыр.
Насип Сафиуллин. 17.11.1977.”

Сабир ағайҙың телгә алынған ике кита­бының ҡулъяҙмаларын ҡулыма ҡәләм тотоп эшкәртеү барышында уға бик күп һорау бирҙем, тексты яңынан-яңы мәғлүмәттәр менән байытырға, һәр береһен яҙма йәки документтарҙың төп нөсхәләре рәүешендә тапшыра барырға күндерҙем. Шуларының байтағы китаптарына индерелде, ә ҡайһы берҙәре архивымда тороп ҡалды. Бөгөнгө уҡыусы өсөн дә, тарих өсөн дә әһәмиәтле был материалдарҙы бер килке тәртипкә килтереп, компьютерҙан үткәрергә байтаҡ ҡына көсөмдө һәм ғүмеремде, шулай уҡ матди сығымдарымды сарыф иткәс, матбуғатҡа тапшырырлыҡ хәлгә еткерелде, буғай...
Данлы 16-сы башҡорт гвардия дивизияһы яугирҙәре, уларҙы еңеүҙәргә етәкләгән гвардия генерал-майоры М.М. Шайморатов, гвар­дия майоры С.Р. Рәхимов һ.б. офицер-уҙамандарыбыҙ бөйөк Ватаныбыҙҙың яҙмы­шын ҡурсалап ҡандарын ҡойған, йәндәрен биргән Донбасс ерендә, Украинаның Дебальцев, Чернухин һ.б. төбәктәрендә бө­гөн үҙ-ара ҡанлы ыҙғыш ҡабыныр, ауыл­дар һәм ҡалалар янып-емерелер тип ба­тыр­ҙа­рыбыҙҙың башына ла килмәгәндер ул саҡтарҙа. Был иһә беҙҙе иҫкәртә, берҙәм хал­ҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күр­һәт­кән батырлыҡ өлгөләренең, Бөйөк Еңе­үебеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыра.

Йыһат СОЛТАНОВ,
Башҡортостан Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге
әҙәби премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20