Дивизияның фиҙакәр йылъяҙмасыһы30.06.2015
Эйе, яугир-ветерандың ҡылысҡа тиң ҡәләме менән яҙылған тарихи әҫәрҙәрен тулҡынланмайынса уҡыу мөмкин түгел, сөнки уларҙа 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһының Иҙелдән алып Эльбағаса ут-һыу кисеп үткән ҡаһарман юлы үҙе лә шунда булған ысын яугир тарафынан бөтөн дөрөҫлөгөндә яҡтыртыла. Бигерәк тә башҡорт һыбайлыларының баяғы 1943 йылдың февралендә Донбасс ерендә фашист илбаҫарҙарының тәрән тылына героик рейды (ул рейдта С.Р. Ҡадиров үҙе ҡатнашҡан) беренсе тапҡыр тулы итеп, бөтә ҡаһарманлығы һәм фажиғәһе менән бәйән ителә, генерал М.М. Шайморатовтың һәм башҡаларҙың батырҙарса һәләк булыуы ла, яу ҡырында үҙ күҙҙәре менән күргәненсә, дөрөҫ асып бирелә. Шуның өсөн китап уҡыусыларҙан, бигерәк тә рейдта ҡатнашҡан яугирҙәрҙән авторға күп рәхмәт хаттары килде. Уларҙа С.Р. Ҡадировтың ысын яугирлек сифаттары ла сағылдырылған. Миҫал өсөн Сибай ҡалаһынан һуғыш ветераны Зиннәт Ғибат улы Вәлиевтең ике хатын һәм тағы ла бер ветерандыҡын иғтибарығыҙға тәҡдим итәм:
1. “Һаумыһығыҙ, Сабирйән ағай! Үҙеңә һәм дә ғаиләңә ҙур сәләм менән һәм һаулыҡ теләп, Зиннәт. Бик һуңлап, 1972 йылда “Ағиҙел” журналының 5-се һанында Башҡорт дивизияһының дошман тылында нисек һуғышыуҙары тураһындағы хәтирәләрегеҙҙе уҡып сыҡтым да һеҙгә хат яҙып ултырам.
Бәлки, онотҡанһығыҙҙыр, мин ул ваҡытта һеҙҙең комсомол эше буйынса ярҙамсығыҙ инем һәм унда бар эште һеҙҙең бойороҡ буйынса эшләнем.
Бына әле күп ваҡыт үткәс, һеҙҙең хәтирәләрҙе уҡып сыҡҡас, унда булған ваҡиғаларҙы иҫкә алып, күҙгә йәш тулды, сөнки үҙем дә һеҙҙең менән бергә булғас, ундағы ваҡиғалар минең өсөн билдәле.
Рейдтан һеҙҙән бер ярым тәүлеккә һуң сыҡтым, сөнки бойороғоғоҙ буйынса тылыбыҙҙағы саналы, арбалы атлылар һәм яралы яугирҙәр менән килдем; беҙҙе дошман көндөҙгө сәғәт 12-лә 2-се Юлин ауылы янында ут асып ҡаршы алды, көс бөткәнсе кискә тиклем уларға ҡаршы һуғыштыҡ, аҙаҡ, буш (патронһыҙ) мылтыҡ, автоматтар менән, ҡайһыларыбыҙ ҡылыс күтәреп, дошманға ҡаршы барҙыҡ; улар беҙгә танкынан һәм ҙур калибрлы пулеметтарҙан ата ине. Кис имен ҡалғандарыбыҙ урманға йыйылышып, яралы һәм санала килгән кешеләребеҙгә табан барырға йыйындыҡ, разведка ебәрҙек. Разведчиктарҙың әйтеүе буйынса, һәм үҙебеҙ ҙә ут яҡтыһын күреп торҙоҡ, фашистар беҙҙең тылдағы арбаларҙа килгән яралыларҙы огнеметтарҙан яндырып үлтерҙе.
Рейдтан сыҡҡас та тура үҙеңә килдем, ҡосаҡлашып илашып алдыҡ, унда булған хәлдәрҙе һеҙгә һөйләй башлағайным, миңә былай тип әмер әйттегеҙ: “Ярай, Зиннәт, тәүҙә тамағыңды туйҙырып, кейемеңде алмаштыр, ял ит, шунан һуң һөйләшербеҙ”.
***
“Сабир Рәхим улы! Үҙеңә, ҡатыныңа һәм бала-сағаларыңа күп сәләм һәм һаулыҡ теләп, Зиннәт. Бөгөн бик күтәренке кәйеф һәм шатлыҡ менән хат яҙып ултырам һеҙгә.
27 июлдә Сибай гәзитендә минең турала яҙған мәҡәләгеҙҙе уҡыным да, шул ваҡытта булған ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтереп, илап та алдым.
Шулай, Сабир ағай, һеҙ ул ваҡытта — ысын күңелем менән әйтәм — Шайморатов мәрхүм менән икегеҙ бөтөн булған ауырлыҡты үҙ иңегеҙгә алып, дошманды еңеп сыҡтығыҙ. Ул ваҡиғаларҙы үҙ башынан үткәргән һәм һау ҡалған кешеләрҙең үлгәнгә ҡәҙәр һеҙҙе оноторға хаҡы юҡ.
Сәләм менән һәм һаулыҡ теләп, Зиннәт.
06.08.1974.”
***
Ә быныһы батырыбыҙҙың тыуған яғы Бәләбәйҙән:
“Йәштәш Сабир Рәхимович!
Яҙыуымдың сәбәбе шул: һинең “Уттар, һыуҙар аша” исемле китабыңды ҙур рух күтәренкелеге менән уҡып сыҡтым. Бик оҡшаны, бигерәк тә һуғыш ветераны булғанғалыр, йотлоғоп уҡыным. Китап, ҙур булмаһа ла, эсенә һуғыштың бик оҙон юлын һыйҙырған, Башҡорт дивизияһының хәрәкәте, батырҙарса көрәше, бөтөн эпизодтары дөрөҫ һәм ерлекле тасуирланған. Уны уҡығанда туған башҡорт яугирҙәренең, тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, дошманға ҡаршы ҡыйыу көрәшеүҙәренә ғорурланаһың. Ябай кешеләрҙең дошман тылына үтеп, шундай ҡаһарманлыҡ ҡылыуына хайран ҡалаһың. Был бит кешенең шул тиклем дә үҙ илен, халҡын, ер-һыуын үлеп һөйөү-яратыуынан, гитлеризмға нәфрәт көслө булғандан килә. Һеҙ ундай геройҙарҙы күп күрһәткәнһегеҙ. Был китап башҡорт тарихына бик мөһим хазина булып инәсәк. Уны уҡыған йәш быуынға һоҡланғыс һәм батырлыҡ һабағы буласаҡ. Шуныһы мөһим: башҡорт атлыларының хәрәкәтен бөтөн фронт хәрәкәтенә бәйләп тиерлек, тулы кәүҙәләнештә биргәнһегеҙ. Күренеп тора: һеҙ уның өҫтөндә ныҡышмалы эшләгәнһегеҙ. Бының өсөн ҙур рәхмәт!
Ҡайһы саҡ мин 112-се дивизияға эләкмәгәнем өсөн үкенеп тә ҡуям, сөнки беҙ 113-сө дивизияла булдыҡ, ундағы гәзиттең мөхәррире вазифаһына әҙерләнгән сағымда ғына, ғәскәрҙе тараттылар. Артиллерия часына эләгеп, 1942 йылдың 25 мартында һуғышҡа киттем, 4 июлдә Воронеж өлкәһендә яраландым. Унан икенсе часҡа — Смоленск йүнәлешендә. Шунан 3-сө Балтик буйы фронтында Эстонияны (Тартуҙы) дошмандан таҙартҡанда тағы ҡаты яраланып, 1945 йылдың мартында өйгә ҡайттым. Шулай итеп, дүрт йыл эсендә дүрт часта булдым. Бындай хәл миңә оҡшаманы, бер ерҙән икенсеһенә йөрөү арҡаһында өлкән лейтенанттан ары үҫә алманым...
Ярай, нитәһең... ғәфү итегеҙ. Ләкин минең дә ҙур булмаған күләмдә яҙған һуғыш эпизодтарым бар. Килһәгеҙ, миңә кермәй китмәгеҙ.
Әйткәндәй, был китапты урыҫса баҫтырғанда уғата яҡшы булыр ине. Бер фекер: китапта дивизия гәзите һәм уның журналистары сағылдырылмаған. Бәлки, сәбәбе барҙыр.
Насип Сафиуллин. 17.11.1977.”
Сабир ағайҙың телгә алынған ике китабының ҡулъяҙмаларын ҡулыма ҡәләм тотоп эшкәртеү барышында уға бик күп һорау бирҙем, тексты яңынан-яңы мәғлүмәттәр менән байытырға, һәр береһен яҙма йәки документтарҙың төп нөсхәләре рәүешендә тапшыра барырға күндерҙем. Шуларының байтағы китаптарына индерелде, ә ҡайһы берҙәре архивымда тороп ҡалды. Бөгөнгө уҡыусы өсөн дә, тарих өсөн дә әһәмиәтле был материалдарҙы бер килке тәртипкә килтереп, компьютерҙан үткәрергә байтаҡ ҡына көсөмдө һәм ғүмеремде, шулай уҡ матди сығымдарымды сарыф иткәс, матбуғатҡа тапшырырлыҡ хәлгә еткерелде, буғай...
Данлы 16-сы башҡорт гвардия дивизияһы яугирҙәре, уларҙы еңеүҙәргә етәкләгән гвардия генерал-майоры М.М. Шайморатов, гвардия майоры С.Р. Рәхимов һ.б. офицер-уҙамандарыбыҙ бөйөк Ватаныбыҙҙың яҙмышын ҡурсалап ҡандарын ҡойған, йәндәрен биргән Донбасс ерендә, Украинаның Дебальцев, Чернухин һ.б. төбәктәрендә бөгөн үҙ-ара ҡанлы ыҙғыш ҡабыныр, ауылдар һәм ҡалалар янып-емерелер тип батырҙарыбыҙҙың башына ла килмәгәндер ул саҡтарҙа. Был иһә беҙҙе иҫкәртә, берҙәм халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡ өлгөләренең, Бөйөк Еңеүебеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыра.
Йыһат СОЛТАНОВ,
Башҡортостан Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге
әҙәби премияһы лауреаты.