Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эшсе һөнәренә ихтыяж ҙур
Эшсе һөнәренә ихтыяж ҙурҮҙебеҙҙең район һәм ҡаланан ғына түгел, күрше-тирәнән дә белемле йәштәрҙе туплаған был абруйлы юғары уҡыу йортона ла замандың ҡаты елдәре ҡағылмай ҡалманы. Филиалдың артабанғы яҙмышы нисек булыр тигән һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Хәҙер инде икеләнеүгә урын юҡ – алыҫҡа китмәй генә төплө һөнәр алырға мөмкинлек биргән, урындағы предприятиелар өсөн белгестәр әҙерләгән белем усағы эшләйәсәк, яңы уҡыу йылына студенттар ҡабул ителәсәк. Өфө дәүләт авиация техник университетының Ишембай филиалы директоры Урал ИЛЬЯСОВ менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.


– Урал Рәфҡәт улы, киләһе уҡыу йылына студенттар ҡабул ителәсәге ҡасан билдәле булды?
– Филиалға бындай мөмкинлек би­релеүе – ҙур еңеү. Уға өлгәшеү, әлбиттә, еңелдән булманы. Былтыр августа төп университетта уҙғарылған ғилми совет ултырышында филиалды бөтөрөү эшен башлау тураһында ҡарар сығарылды. Уҡыу йорто финанс яҡтан файҙаһыҙ тип табылды. Әлбиттә, филиалды һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек. Һөҙөмтәлә көҙгә учреждениеның ябылмаясағы, ләкин ҡабул итеүҙең туҡтатылыуы асыҡланды. Йәғни быға ҡәҙәр алынған студенттарҙы ғына уҡытып бөтөрөргә тейеш инек.
Быйыл апрелдә Өфө дәүләт авиация техник университетының ректоры итеп Николай Криони һайланды. Уның тәүге ҡарарҙарының береһе беҙҙең файҙаға булды – Ишембай филиалына бюджет нигеҙендә ҡабул итеүгә рөхсәт бирелде. Май байрамдарынан һуң был хаҡта документ әҙер ине инде. “Энергетик машина эшләү” специальносына бюджет урындары ҡаралды. Ул – Рәсәй иҡти­сады үҫешендә өҫтөнлөклө йүнә­леш­тәрҙең береһе. Һөнәргә ихтыяж ҙур бул­ғанлыҡтан, дәүләт бындай белгес­тәрҙе әҙерләүгә етди иғтибар бүлә.
Шулай уҡ контракт нигеҙендә “Машина эшләү производстволарын конструктор-технологик яҡтан тәьмин итеү” специальносына урындар бүленде. Балаһын түләүле нигеҙҙә уҡытҡан ата-әсәгә “Витязь” һәм “ИНМАН” предприятиелары ярҙам итәсәк – хаҡтың яртыһын улар ҡаплай. Аҙаҡ уҡыуын тамамлаған йәш белгес шул заводҡа эшкә алынырға тейеш. Күренеүенсә, был алым бик отош­ло булмаҡсы. Әгәр инде заводта эшләргә теләмәй икән, йәш белгес аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш була. Ошондай шарт менән быйыл 15 кешене уҡырға алырға ниәтләйбеҙ, “Витязь” – ун, “ИНМАН” биш студентҡа ярҙам итәсәк. Бынан тыш, маҡсатлы програм­маға ярашлы, йәнә биш урын булдырыу планлаштырыла.
Эшсе һөнәренә ихтыяж ҙур– Филиалда тағы ниндәй йүнәлештәр буйынса белем алыу мөмкинлеге бар?
– Контракт нигеҙендә “Йылылыҡ техникаһы һәм энергетикаһы”, “Технология процестарын автоматлаштырыу” специальностары бар. Контракт ниге­ҙендә ситтән тороп “Технология процестарын автоматлаштырыу”, “Ма­шина эшләү производстволарын конструктор-технологик яҡтан тәьмин итеү” йүнәлештәре буйынса белем бирәбеҙ. Ҡабул итеү комиссияһы 19 июндә эш башланы.
Әлбиттә, ата-әсәне контракт ниге­ҙендә уҡытыуға түләү күләме ҡыҙыҡ­һындыралыр. Иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған “Йылылыҡ техникаһы һәм йылылыҡ энергетикаһы”, “Технология процестарын автоматлаштырыу” специальностары буйынса көндөҙгө бүлектә белем алыу өсөн элек йыллыҡ түләү 112 мең һум тәшкил итһә, быйылдан ул – 70 мең һум.
– Бәләкәй ҡалала ошондай филиал эшләүе һәр яҡлап отошло…
– Эйе, беренсе сиратта ата-әсә өсөн уңайлы. Баланы ҙур ҡалала уҡытыуға ҡарағанда бында ебәреү матди яҡтан еңелерәккә тура килә. Өфө уҡы­тыу­сыларынан белемде Ишембайҙа ла алып була. Мәҫәлән, “Энергетик машина эшләү” специальносы буйынса филиал­дың III, IV курс студенттарын фәҡәт баш ҡала педагогтары уҡыта. Өҫтәүенә дүрт йыллыҡ бакалавриаттан һуң һәләтле йәштәрҙе Өфөләге магистратураға алалар. Белемгә ынтылған беҙҙең студенттар унда ла һынатмай.
Магистратураға уҡырға алынған студенттар менән бәйләнеште нығытыу өсөн тағы ла бер йүнәлештә эш алып барабыҙ: “Витязь”, “ИНМАН”, “Иҙел­неф­темаш” предприятиелары менән килешеү төҙөйбөҙ. Һөҙөмтәлә йәш­тәребеҙ уҡыу барышында заводҡа бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе өйрәнә, ғилми эшкә йәлеп ителә. Тимәк, йәш белгес предприятиеға ныҡлы әҙерлек менән килә.
– Филиалда белем алыу, йәшәү шарттары нисек?
– Өфө дәүләт авиация техник университетының филиалдары араһында беҙҙең учреждение матди-техник хәле буйынса алдынғыларҙан һанала. Ике корпусы бар. Уҡыу йортона бер нисә йыл элек заманса ҡорамалдары булған ҡиммәтле лаборатория бүләк иттеләр. Дөйөм ятаҡ юҡлығы ғына ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Шул сәбәпле ауыл йәштәренең күбеһе башҡа уҡыу йортон һайларға мәжбүр бит. Был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.
Һәр йәһәттән уңышҡа өлгәшкән студенттарҙың юғары стипендия алыу мөмкинлеге бар. Күләме бәләкәй түгел – 15 мең һум.


Автор: Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА. Район: Ишембай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә