Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илдең көсө — тыныслыҡта
Заманса шарттарҙа экстремизм менән террорсылыҡҡа ҡаршы нисек көрәшергә? Илдең милли именлеген тәьмин итеү йәһәтенән ниндәй саралар күрергә? Был аҙнала Һамар ҡалаһында үткән Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың сираттағы ултырышында төбәк етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне. Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич билдәләүенсә, тема бик мөһим. Был осраҡта хатта донъя дәүләттәренең ошо бәлә менән оҙаҡ һәм ҡайһы ваҡытта уңыш­һыҙ көрәш алып барыуын да билдәләмәй булмай.
— Террорсылыҡтың төп маҡсаты — халыҡты ҡурҡытыу. Шуға ла ҡәһәрле акциялар ойоштороусылар мөмкин тиклем күберәк кешене ҡырыу ниәте менән яна. Кешелекте юҡҡа сығарыуға ҡоролған технологияларҙың һәм алымдарҙың камиллаша барыуы, киң мәғлүмәт сараларының һәм Интернеттың йәмғиәттең аңына йылдам тәьҫир итеүе арҡа­һында бөгөн террорсылыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, осраҡлы күренеш түгел. Уның “ҡап­ҡан”ына теләһә кем эләгә ала, — тине Михаил Викторович.
Михаил Бабич билдәләүенсә, террор­сы­лыҡҡа ҡаршы тороуҙа айырыуса төрлө ки­мәлдәге власть органдарының һәм йәм­ғиәт­тең берҙәм эш итеүен көсәйтеү мө­һим. Был йәһәттән Рәсәй Президенты тарафынан раҫланған “2013 — 2018 йылдарға Рә­сәйҙә террорсылыҡ идеологияһына ҡар­шылыҡ күрһәтеү комплекслы планы” айырым урын алып тора. Совет ултырышында шулай уҡ экстремизмға ҡаршы көрәш мәсьәләләре лә тикшерелде. Белгестәр билдәләүенсә, сепаратизмды иҫкәртеү, милләт-ара хаслыҡҡа юл ҡуймау — милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә төп бурыс.




Автор: А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә