Илдең көсө — тыныслыҡта27.06.2015
Заманса шарттарҙа экстремизм менән террорсылыҡҡа ҡаршы нисек көрәшергә? Илдең милли именлеген тәьмин итеү йәһәтенән ниндәй саралар күрергә? Был аҙнала Һамар ҡалаһында үткән Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың сираттағы ултырышында төбәк етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне. Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич билдәләүенсә, тема бик мөһим. Был осраҡта хатта донъя дәүләттәренең ошо бәлә менән оҙаҡ һәм ҡайһы ваҡытта уңышһыҙ көрәш алып барыуын да билдәләмәй булмай.
— Террорсылыҡтың төп маҡсаты — халыҡты ҡурҡытыу. Шуға ла ҡәһәрле акциялар ойоштороусылар мөмкин тиклем күберәк кешене ҡырыу ниәте менән яна. Кешелекте юҡҡа сығарыуға ҡоролған технологияларҙың һәм алымдарҙың камиллаша барыуы, киң мәғлүмәт сараларының һәм Интернеттың йәмғиәттең аңына йылдам тәьҫир итеүе арҡаһында бөгөн террорсылыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, осраҡлы күренеш түгел. Уның “ҡапҡан”ына теләһә кем эләгә ала, — тине Михаил Викторович.
Михаил Бабич билдәләүенсә, террорсылыҡҡа ҡаршы тороуҙа айырыуса төрлө кимәлдәге власть органдарының һәм йәмғиәттең берҙәм эш итеүен көсәйтеү мөһим. Был йәһәттән Рәсәй Президенты тарафынан раҫланған “2013 — 2018 йылдарға Рәсәйҙә террорсылыҡ идеологияһына ҡаршылыҡ күрһәтеү комплекслы планы” айырым урын алып тора. Совет ултырышында шулай уҡ экстремизмға ҡаршы көрәш мәсьәләләре лә тикшерелде. Белгестәр билдәләүенсә, сепаратизмды иҫкәртеү, милләт-ара хаслыҡҡа юл ҡуймау — милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә төп бурыс.