Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Салғы сыңлар мәл
Салғы сыңлар мәл Өҫтәлдәй тигеҙ баҫыуҙарҙа сүп-маҙар күрмәҫһең — тап-таҙа. Ай ҙа үтмәҫ, алтындай туҡ башаҡтарҙан тулҡын йүгертеп, йылы ел иҫер, комбайндар әрһеҙләнеп алға барыр. Әлегә иһә йәшел диңгеҙҙе хәтерләткән яландарҙа таҫмалар һуҙыла, “йомғаҡ”ҡа уралған бесән төргәктәре ферма кәртәләре эсенә ташыла, сенажға урылып, махсус соҡорҙарға һалына.


— Эш көйлө бара. Сенаж ташыуға ҡуйылған биш машинаға ла эште өлгөртөп тора беҙҙең аталы-уллы Наил ағай менән Рөстәм Мәҡсүтовтар, — ти Салауат исемендәге хужалыҡ рәйесе Наил Баһауетдинов. — Егеттәрҙең барыһы ла тырышып эшләй, ҡайһыһын алһаң да, үҙ бурысын белеп башҡара…
Етәксенең “егеттәр” тип әйтеүе йәш яғынан түгел, киреһенсә, механизатор, шоферҙарға үҙе ҡусты әле ул — 24 йәшендә генә хужалыҡты етәкләгән. Әйткәндәй, колхозды, һуңынан агрофирманы Баһауетдиновтарҙың өсөнсө быуыны етәкләй. Наилдең олатаһы Рәйес ағай — Социалистик Хеҙмәт Геройы. Ейәненең яҡын кәңәшсеһе. Атаһы Рөстәм Рәйес улы ла үҙ хужалығын намыҫлы алып барған, алдынғылыҡты бирмәгән. Ошондай күсәгилешлелек булғанға, күп ерҙә колхоздар тарҡалып, техникаһы, мал-тыуары әрәм-шәрәм итеп бөтөлгән осорҙа ла дөйөм хужалыҡ һаҡланып ҡалған. Иң мөһиме — халыҡҡа эш бар, шәхси хужалыҡ алып барыусыларға ла ярҙам итәләр. Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә тос өлөш индерәләр.
Салғы сыңлар мәлЙәйләүҙәрҙә бөгөн 1 800 баш һыйыр малы утлаһа, шуларҙың 430-ы һауыла. Эҫе көндәрҙә һөт һауыу күрһәткесе төшһә лә, һәр малҡайҙан 20 литр алына. Мал ауырлығы артыуы көнөнә 600 грамм тәшкил итә. Әлбиттә, уңыштың сере тәү сиратта тырышлыҡ, эҙләнеү булһа, икенсенән, бында эҙмә-эҙлекле, фән яғынан нығытылған яңылыҡтарҙы ҡулланалар. Әйтәйек, һауым артһын өсөн, аҙыҡҡа өҫтәп, төрлө витаминлы ҡушымталар бирелә. Был йәһәттән “Премикс” фирмаһынан да, Башҡорт аграр университетынан да белгестәр, ғалимдар килеп тора. Тоҡомсолоҡ хужалығы иҫәпләнгәс, тулыһынса яһалма ҡасырыу ойошторолған, саф “симменталь” малы алалар.
— Быйыл мал тулыһынса махсус рационға күсте, — ти Наил Рөстәм улы. — “Премикс” ҡушымталары биргәс, күрһәткестәр күҙ алдында артты. Мәҫәлән, уҙған йәй беҙ ошо уҡ һыйырҙарҙан 5 мең литр һөт һауа инек, быйыл был һан 8 меңгә күтәрелде. Быҙауҙар таҙа, ауырыуға бирешмәй. Малдарҙы “миксер” менән ашатабыҙ: фураж, бесән, “премикс”, көнбағыш төпрәһен көнөнә бер башҡа иҫәпләп, иртән, кис бирәбеҙ…
Юҡҡа ғына, һыйырҙың һөтө телендә, тимәйҙәр шул. Әле — ҡыҙыу мәл. Көнө лә эҫе, унан да бигерәк эше, тигәндәй. Хужалыҡтың 2 700 гектарҙа иген, меңендә көнбағыш, 100-өндә картуф, 30-ында кәбеҫтә, 20-гә яҡынында аш сөгөлдөрө үҫтереүен дә өҫтәһәк, барыһы ла аңлашылалыр.



Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә