Өҫтәлдәй тигеҙ баҫыуҙарҙа сүп-маҙар күрмәҫһең — тап-таҙа. Ай ҙа үтмәҫ, алтындай туҡ башаҡтарҙан тулҡын йүгертеп, йылы ел иҫер, комбайндар әрһеҙләнеп алға барыр. Әлегә иһә йәшел диңгеҙҙе хәтерләткән яландарҙа таҫмалар һуҙыла, “йомғаҡ”ҡа уралған бесән төргәктәре ферма кәртәләре эсенә ташыла, сенажға урылып, махсус соҡорҙарға һалына. — Эш көйлө бара. Сенаж ташыуға ҡуйылған биш машинаға ла эште өлгөртөп тора беҙҙең аталы-уллы Наил ағай менән Рөстәм Мәҡсүтовтар, — ти Салауат исемендәге хужалыҡ рәйесе Наил Баһауетдинов. — Егеттәрҙең барыһы ла тырышып эшләй, ҡайһыһын алһаң да, үҙ бурысын белеп башҡара…
Етәксенең “егеттәр” тип әйтеүе йәш яғынан түгел, киреһенсә, механизатор, шоферҙарға үҙе ҡусты әле ул — 24 йәшендә генә хужалыҡты етәкләгән. Әйткәндәй, колхозды, һуңынан агрофирманы Баһауетдиновтарҙың өсөнсө быуыны етәкләй. Наилдең олатаһы Рәйес ағай — Социалистик Хеҙмәт Геройы. Ейәненең яҡын кәңәшсеһе. Атаһы Рөстәм Рәйес улы ла үҙ хужалығын намыҫлы алып барған, алдынғылыҡты бирмәгән. Ошондай күсәгилешлелек булғанға, күп ерҙә колхоздар тарҡалып, техникаһы, мал-тыуары әрәм-шәрәм итеп бөтөлгән осорҙа ла дөйөм хужалыҡ һаҡланып ҡалған. Иң мөһиме — халыҡҡа эш бар, шәхси хужалыҡ алып барыусыларға ла ярҙам итәләр. Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә тос өлөш индерәләр.
Йәйләүҙәрҙә бөгөн 1 800 баш һыйыр малы утлаһа, шуларҙың 430-ы һауыла. Эҫе көндәрҙә һөт һауыу күрһәткесе төшһә лә, һәр малҡайҙан 20 литр алына. Мал ауырлығы артыуы көнөнә 600 грамм тәшкил итә. Әлбиттә, уңыштың сере тәү сиратта тырышлыҡ, эҙләнеү булһа, икенсенән, бында эҙмә-эҙлекле, фән яғынан нығытылған яңылыҡтарҙы ҡулланалар. Әйтәйек, һауым артһын өсөн, аҙыҡҡа өҫтәп, төрлө витаминлы ҡушымталар бирелә. Был йәһәттән “Премикс” фирмаһынан да, Башҡорт аграр университетынан да белгестәр, ғалимдар килеп тора. Тоҡомсолоҡ хужалығы иҫәпләнгәс, тулыһынса яһалма ҡасырыу ойошторолған, саф “симменталь” малы алалар.
— Быйыл мал тулыһынса махсус рационға күсте, — ти Наил Рөстәм улы. — “Премикс” ҡушымталары биргәс, күрһәткестәр күҙ алдында артты. Мәҫәлән, уҙған йәй беҙ ошо уҡ һыйырҙарҙан 5 мең литр һөт һауа инек, быйыл был һан 8 меңгә күтәрелде. Быҙауҙар таҙа, ауырыуға бирешмәй. Малдарҙы “миксер” менән ашатабыҙ: фураж, бесән, “премикс”, көнбағыш төпрәһен көнөнә бер башҡа иҫәпләп, иртән, кис бирәбеҙ…
Юҡҡа ғына, һыйырҙың һөтө телендә, тимәйҙәр шул. Әле — ҡыҙыу мәл. Көнө лә эҫе, унан да бигерәк эше, тигәндәй. Хужалыҡтың 2 700 гектарҙа иген, меңендә көнбағыш, 100-өндә картуф, 30-ында кәбеҫтә, 20-гә яҡынында аш сөгөлдөрө үҫтереүен дә өҫтәһәк, барыһы ла аңлашылалыр.