Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул...
Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул...Билдәле гәзиттәрҙең береһендә ҡояшлы Үзбәкстандан килеп, Өфөлә төпләнгән, арыу ғына ресторандарҙың береһендә шеф-повар булып эшләгән әҙәм тураһында уҡығайным. Бер нисә йыл эшләп, нигеҙ нығытҡандан һуң, беҙҙең яҡҡа ҡатыны һәм балаларын да күсереп алып килгән икән. Бына шулай, сит-ят кешеләр Башҡортостан ерлегендә тамыр йәйеп ебәрә. Беҙҙекеләр иһә, эш эҙләп, сит өлкәләрҙе гиҙә, Себер һалҡындарында һаулығын тәләфләй, Италияның ҡыҙыу ҡояшы аҫтында сит илдең иркә ҡарт-ҡарсыҡтарына хеҙмәтсе булып яллана...

Башҡортостан – ылыҡтырғыс төбәк

Быны кемгәлер ҡаршы булғандан әйтеүем түгел, иллә-мәгәр милләттәштәрем, ерҙәштәрем өсөн йән әрней – сит-ят ерҙә сабата туҙҙырғансы, эш урындарын үҙебеҙҙекеләр биләй алмаҫ инеме? Хәйер, тәүге ҡарамаҡҡа ғына бөтәһе лә ябай кеүек, ысынбарлыҡта иһә хәл күпкә ҡатмарлыраҡ.
Миграция йәһәтенән Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында ылыҡтырғыс төбәк булып ҡала: миҫал өсөн, былтыр миграция иҫәбенә 93 138 cит ил гражданы ҡуйылған, 58 534 кеше иҫәптән төшөрөлгән. 86 478-е тикшерелгән, миграция ҡануниәтен боҙоуҙың 61 964 осрағы теркәлгән. 660 сит ил гражданын Рәсәйҙән ҡайтарып ебәреү хаҡында ҡарар ҡабул ителгән. Сит ил граждандары хеҙмәтен ҡулланыуға – 911, сит ил граждандарына хеҙмәт күрһәтеүгә 11 757 рөхсәт бирелгән.
Мигранттар күпселек Өфө ҡалаһын һәм районын, Туймазы, Шишмә, Мәләүез райондарын, Салауат, Октябрьский һәм башҡа ҡалаларҙы үҙ итә. Һан яғынан Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстандан килгәндәр – тәүге урында. Араларында Германия, Төркиә, Вьетнам, Ҡытай, АҠШ, Италия граждандары ла бихисап.
Әммә былар – рәсми мәғлүмәт. Иҫәптә тормаған мигранттарҙың теүәл һанын бер кем дә белмәй. Әммә уларҙың көнитмешебеҙҙең һәр тармағында осрағанын иҫәпкә алғанда, аҙ түгелдәрҙер...

Файҙағамы, зыянғамы?

Мигранттар, бер ҡарағанда, дәүләтебеҙ өсөн әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай кеүек: аҡса эшләйҙәр, көнитмештәрен үҙҙәре хәстәрләй. Дәғүә белдереп, яҡшы тормош даулап, дәүләт ярҙамына өмөт итеп йөрөмәйҙәр. Беҙҙең халыҡ әллә ни ҡыҙығып бармаған ауыр, аҙ түләүле хеҙмәтте башҡаралар. Рәсми эш урындары уларға нисек эләгә? Республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды билдәләй, вакансия йәрминкәләре үткәрә, эшһеҙлек буйынса иҫәптә торғандарға тәҡдим итә. Шунан ғына ҡалған эш урындары сит ил граждандарына тороп ҡала. Законлы юл менән көйләгән осраҡта, сит илдән килгән эшсе көс хеҙмәт баҙарына әллә ни ҙур йоғонто яһамай кеүек – төп иғтибар үҙебеҙҙең халыҡҡа бирелә.
Шулай ҙа мигранттар проблемаһына ошо күҙлектән генә баҡһаҡ, дөрөҫ булмаҫ ине. Ғөмүмән, бөгөнгө социаль процестар бик ҡатмарлы һәм ошондай шарттарҙа халыҡтарҙың күпләп ситкә ағылыуының сәйәси, иҡтисади, демографик, мәҙәни эҙемтәләрен күҙаллау һәм иҫкәртеү бик ауыр. Бер яҡтан, миграция процестары халыҡтың тигеҙ таралыу кеүек мөһим функцияһын үтәй: мигранттар, ғәҙәттә, демографик яҡтан көсһөҙ, ә иҡтисади йәһәттән ҡеүәтле төбәктәрҙә етешмәгән эш урындарын тулыландыра йәки, киреһенсә, демографик яҡтан көслө, иҡтисади яҡтан көсһөҙ төбәктәрҙәге хеҙмәт көсөн тигеҙләй. Шул уҡ ваҡытта, ҡайһы бер белгестәрҙең фекеренсә, бөгөнгө этник миграцияның яңы биләмәләрҙе һәм ресурстарҙы яулай барыусы колонизацияның яңы төрө булғанлығын да инҡар итеп булмай. Социаль көсөргәнешлектең артыуын һәм этник низағтарҙың әленән-әле йышыраҡ ҡубыуы ла ошоға бәйле. Миҫал өсөн, Франция, Голландия, Бөйөк Британия кеүек Европа илдәрендә мигранттарҙың әллә нисәнсе быуыны үҫеп нығынған, улар айырым биләмәләр булдырып, үҙ ҡағиҙәләре буйынса йәшәй, Европаның быуаттар дауамында нығынған социаль-мәҙәни ҡанундарына ҙур йоғонто яһай. “Толерантлыҡ”, “гуманизм” кеүек төшөнсәләрҙе тәүге урынға ҡуйған европаларға, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, “ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул” тигәнгә буйһонмаған, йыш ҡына закондарҙы һанға һуҡмаған мигранттар ағымына идара итеү йылдан-йыл ауырлаша бара.

Ишектәр асыҡ...

Рәсәйгә килгәндә, ул мигранттарҙы иркен ҡабул итеүсе дәүләт булараҡ билдәле. Илебеҙҙә миграцияның ыңғай яҡтарының береһе – демографик көрсөккә терәлгән Рәсәйҙә етешмәгән эшсе көстө тулыландырырға ярҙам итә. Әммә илебеҙҙәге этник миграцияның киң ҡолас алыуы төрлө һорау тыуҙыра: килеүселәр урындағы халыҡ менән уртаҡ тел таба аламы, бындағы ҡанундарға буйһонамы, төп халыҡтың мәҙәни-тарихи үҙенсәлектәрен иҫәпкә аламы, хөрмәт менән ҡараймы?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төп халыҡ менән мигранттар араһында социаль бәйләнеш юҡ тиерлек, киреһенсә, һәр ҡайһыһы үҙ донъяһында, үҙ даирәһендә әйләнергә тырыша. Унан тыш, белгестәр үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, рәсәйҙәрҙең күбеһе яттарға шик-шөбһә менән ҡарай һәм улар милли хәүефһеҙлеккә янай, тип иҫәпләй. Күрәһең, йәмәғәтселек инстинктив рәүештә сит-яттарҙың тыуған еренә килеп тамырланыуын ҡабул итә алмай, урындағы үҙенсәлектәргә йоғонто яһауынан ҡурҡа.
Ә миграция хәрәкәте, бигерәк тә законһыҙ булғаны, донъяла йылдан-йыл көсәйә бара. Афғанстандағы оҙайлы һуғыш, Көнсығыш, Азия илдәрендәге сыуалыштар, Ҡытайҙағы демографик проблема (улар артҡандан-арта!), Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендәге эшһеҙлек – бына ошолар әлеге күренештең төп сәбәбе булып тора. Әммә күп кенә илдәрҙең, атап әйткәндә, АҠШ, Көнбайыш Европа, Скандинавия илдәре, йылдан-йыл мигранттарҙың хәрәкәтен сикләүсе ҡатыраҡ ҡанундар ҡабул итһә, Рәсәйҙә әлегә быға етди иғтибар бирмәйҙәр. Миҫал өсөн, беҙҙә законһыҙ рәүештә сикте сыҡҡан мигранттар тотолһа, улар Мәскәүгә, тыуған дәүләтенең консуллығына оҙатыла, юлда иһә яртыһы ҡасып бөтә. Унан тыш, беҙҙә ундайҙарға яза булараҡ штраф һалыу ғына ҡаралған, Украинала, мәҫәлән, бының өсөн мигрантты һигеҙ йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Һуңғы тиҫтә йылда ил сигендә тотолған законһыҙ мигранттарҙың һаны тиҫтә тапҡырға артҡан. Улар араһында 30-лап дәүләттең граждандары бар, ҡайһы берҙәре менән Рәсәйҙең хатта уртаҡ сиге лә юҡ. Мигранттар йөрөүсе төп маршруттар исемлегенә Рәсәй – Ҡытай, Рәсәй – Ҡаҙағстан, Рәсәй – Украина сиктәре һәм Мәскәүҙең халыҡ-ара аэропорттары инә.
Ҡаҙағстан менән беҙҙең дәүләт араһындағы уртаҡ сик бик оҙон – 7,6 мең километр самаһы, өҫтәүенә ҡарауһыҙ урындары күп. Законһыҙ мигранттар шунан файҙалана ла инде. Ҡытайға килгәндә, күпселек граждандар беҙҙең илгә турист булараҡ йә иһә сауҙа эше буйынса килә. Артабан, төрлө сәбәптәр табып, Рәсәйҙә ҡалырға тырышалар. Капитал туплаған ҡытайҙар фирмалар аса һәм миҙгелле эштәргә үҙҙәренең яҡташтарына рәсми саҡырыу ебәрә... Бына шулай, бер-береһенә ярҙам итеп, улар күбәйгәндән-күбәйә бара. Был халыҡтарҙың диаспоралары Новосибирск, Иркутск, Силәбе, Свердловск, Мәскәү өлкәләрендә, Красноярск крайында, Яҡут Республикаһында ҙур. Беҙҙең дәүләттә нигеҙләнеп ҡалыр өсөн улар ниндәй генә хәйләгә бармай! Ялған никахтар, “белем алыу” ниәте, “эшкә” саҡырыуҙар һәм башҡа сәбәптәр илдә мигранттарҙың артыуына килтерә...
Әлегә саң ҡаҡҡан ҡайһы бер белгестәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалыусы ла юҡ: Рәсәй – демографик көрсөктә, ә биләгән майҙаны, ер аҫты байлыҡтары, сөсө һыу запасы (Байкал күле – үҙе бер мөғжизә!) һәм башҡа күрһәткестәр буйынса донъяла беренсе урынды биләй, тимәк, һәр йәһәттән ылыҡтырғыс төбәк булып ҡала. Эскелек, эшһеҙлек һәм башҡа социаль проблемалар арҡаһында йәмғиәтебеҙ көсһөҙләнгән осраҡта, беҙҙең “татлы бәлеш” кә башҡалар ҡул һуҙмаҫ тимә...

Яҡшыһы ла, яманы ла бар

Быйыл Яңы йылды Мәскәүҙә ҡаршылаған танышым: “Ҡыҙыл майҙанда баҫып торорлоҡ та урын юҡ – тирә-йүндә меңәрләгән “ҡара кеше”, улар үҙҙәренең эргәһенә берәүҙе лә яҡын ебәрмәй – ҙур ҡор яһағандар ҙа, шуның эсендә милли көйҙәргә бейей-йырлайҙар, күңел асалар”, – тип һөйләгәйне. Шулайҙыр, әммә килмешәктәр баҙарҙа ла һата, урамды ла һеперә, мәскәүҙәр өсөн күркәм йорттар ҙа һала бит әле... Шуға күрә һәр мигрантҡа ҡырын ҡарау, уны енәйәтсегә тиңләү ҙә дөрөҫ түгел. Эйе, беҙҙең арала ла төрлөләр булған кеүек, Рәсәйгә бәхет эҙләп килгәндәр араһында ла һәммәһе барҙыр. Әйткәндәй, килмешәк ҡылған хилафлыҡты йәмәғәтселек шунда уҡ элеп ала, ҡабарта, был йәһәттән кире фекер тыуҙырырға тырыша... Мәҫәлән, бынан бер-ике йыл элек һигеҙ йәшлек малайҙы подъезда көсләргә маташҡан тажик егетен үҫмерҙең үгәй атаһы үлтергәс, уны балаһы өсөн үс алған “герой” кимәленә күтәреүселәр, мигранттарҙың барыһын да бысраҡ, әшәке әҙәмдәр итеп һүрәтләргә тырышыусылар табылды. Шул уҡ ваҡытта Санкт-Петербургта һигеҙ йәшлек тажик ҡыҙын йыртҡыстарса язалап үлтергән ҡәбәхәттәр хаҡында бер шаулап алдылар ҙа тындылар. Ләкин кем генә булмаһын, кешелеккә ҡаршы енәйәт ҡылған әҙәм аҡтыҡтары ғәҙел язаһын алырға тейеш.
Өфөлә лә мигранттар күп. Үҙәк баҙарҙа емеш-еләк һаталар, улар унда үҙҙәрен хужаларса тота. Дим биҫтәһендәге сауҙа нөктәһе лә күптән “Вьетнам баҙары” тигән исем яулаған. Йылы яҡтан килгән халыҡ унда ысын мәғәнәһендә үҙ донъяһын булдырған: шунда уҡ тегәләр ҙә, һатыу ҙа итәләр. Павильондарҙа сит-ят көйҙәр яңғырай, һатыусылар үҙҙәрен хужаларса, дорфа тота, бәхәсләшеп ҡара! Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек беҙҙең күрше подъезға вьетнам ғаиләһе килеп төпләнде. Ике балалары бар. Улары урыҫ телен бөтөнләй белмәй – йәйен йорт алдындағы эскәмйәлә китап тотҡан бер ҡатын йыш ҡына үҫмерҙәр менән шөғөлләнә торғайны. Ҡыҙ – тәртипле, тыңлаулы, малай иһә уҡытыусыһын сығырынан-сығара, үҙ телендә ихатаны яңғыратып, күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә... Оҙаҡ та тормай бығаса йәйәү йөрөгән “күршеләр” затлы сит ил автомобиле алып ебәрҙе, балалары ҡәҙимге мәктәпкә йөрөй башланы. Тамырландылар, буғай... Бер мәл иртән эшкә барырға сыҡһам, урам һепереүсе ҡатын һөйләнә-һөйләнә күрше подъезд ишеген таҙарта – унда, баҡһаң, ҡып-ҡыҙыл, эре иероглифтар менән сит телдә нимәлер яҙылған плакат йәбештерелгән икән.
– Намыҫһыҙҙар! Оялмайынса әллә нимә йәбештереп ҡуйғандар! Елеме лә ниндәй бит әле – ҡутарып алып булмай. Беҙ Вьетнамда йәшәйбеҙҙер шул! – тип апайыбыҙ плакатты туҙҙырып ташланы.
Күрәһең, “ҡунаҡтар” үҙҙәрен бөтөнләй иркен тоя башлаған – беҙҙең ҡанундар менән иҫәпләшеп тә тормаған.
Был халыҡтың Өфөнө үҙ итеүенә тағы бер миҫал: Ағиҙел ярында ял иткән вьетнамдар бер нисә йәш кешене туҡмаған – яр буйын бүлешә алмағандар. Енәйәт хаҡында күп яҙҙылар, йәмәғәтселек мигранттар проблемаһына етдиерәк ҡарарға саҡырҙы. Тикшереүҙәр үтте, йөҙҙәрсә кеше тыуған яғына оҙатылды. Баҙарҙарҙа ла мигранттар һаны бер аҙ кәмеп ҡалды кеүек... Әммә уларҙан бөтөнләйгә ҡотолормон тимә – тауарҙарына ихтыяж бар икән, ер-һыуыбыҙға йәбешеп ятасаҡтар, төшөмлө урындан баш тартмаясаҡтар.

Йомғаҡлау урынына

Бутарға ярамай – Рәсәйгә законлы юл менән эшләргә килгән мигранттар түгел, ә законһыҙ килмешәктәр хәүеф менән янай. Беренсенән, улар беҙҙең халыҡтың эш урындарын биләй, иҡтисадҡа байтаҡ килем килтергән халыҡты хеҙмәтләндереү, сауҙа тармаҡтары – йыш ҡына улар ҡулында. Икенсенән, йыл һайын миллиардлаған һум аҡса сит илгә аға – Рәсәйҙә алған табышын, ғәҙәттә, мигранттар яҡындарына оҙата тора.
Килмешәктәр көн иткән урындарҙың гигиена-санитар талаптарға тап килмәүен, һөҙөмтәлә йәмғиәттәге санитар-эпидемиологик хәлгә ҡурҡыныс янауын; хоҡуҡһыҙ мигранттарҙың ирекһеҙҙән енәйәтсел төркөм ағзаһы булып китеүен; законһыҙ рәүештә ил биләмәһенә эләккәндәрҙән бер ниндәй ҙә һалым йыйып булмауын, һөҙөмтәлә беҙҙең, йәғни һалым түләүселәрҙең, өлөшөнә инеүен; власть органдарының йыш ҡына проблемаға күҙ йомоп ҡарауын һәм башҡа үҙенсәлектәрҙе һанап үтергә була. Уларҙы хәл итеүҙең төп юлы – мәсьәлә дәүләт кимәлендә ҡаралырға, халыҡ-ара нормаларға ярашлы ҡанундар ҡабул ителергә тейеш. Юғиһә, бер нисә тиҫтә йылдан пессимистик рухта фекерләүселәрҙең ҡурҡыныс күҙаллауҙары тормошҡа ашмаҫ тимә.
Гүзәлиә Балтабаева




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. ramzia
    ramzia от 20.02.2012, 09:32
    ысынлап та безден башкорт сит ерга барып сыкха ла шым гына тыныслап уз эшен эшлап тик йурей инде ул.башка халык кеуек узена внимание йалеп итеп,донья басып алып йуремай...






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872