Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң ҙур баһа – халыҡ рәхмәте
Иң ҙур баһа – халыҡ рәхмәте Атайыбыҙ Тимербулат Миңлеғәле улы Юлдашевтың тыуыуына ошо көндәрҙә 100 йыл тула. Ул оҙаҡ йылдар Стәрлебаш ауылының 2-се мәктәбе директоры булып эшләне.

Атайым Стәрлебаш районының Ҡаранай ауылында 1915 йылда тыуған. Олатайым Миңлеғәле Әхмәт улы Беренсе донъя һуғышында, 1917 йылда Ҡышҡы һарайҙы штурмлауҙа ҡатнашҡан, районда беренсе колхоз рәйесе булған. Тимербулаттың белемгә ынтылып үҫеүен күреп, атаһы уның теләгенә ҡаршы килмәгән, киреһенсә, һәр яҡлап ярҙам итеп торған. 20-се йылдарҙа бәләкәй ауылдарҙа уҡыу йорттары булмағанлыҡтан, Йомағужала һәм Ҡалҡашта башланғыс белем алһа, ете йыллыҡ мәктәпте Денисовка ауылында тамамлаған.
1932 йылда Дәүләкән педагогия училищеһын та­мамлағас, атайымды Бишбүләк районының Аҙнай ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. Бында ул хеҙмәт юлын да башлай, ғүмерлек йәрен, башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлшәмсә Имашеваны ла осрата. 1934 йылда 19 йәшлек мөғәллимдәр сәстәрен-сәскә бәйләй.
1938 йылда атайым Өфөлә Башҡортостандың уҡытыусылар институтын тамамлай һәм Стәрлебаш районының Табылды ауылы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә, бер йылдан иһә уны район хакимиәтенең мәғариф идаралығына эшкә күсерәләр.
Әммә йәш белгескә йөҙөп йөрөп эшләргә мөмкинлек бирелмәй. Ул ваҡытта районға юғары белем алып ҡайтҡан берҙән-бер кеше булараҡ, кемдеңдер юлына арҡыры торғандыр. Юғиһә өс бәләкәй балалы ирҙе, законды тупаҫ боҙоп, армияға ебәрерҙәр инеме? Яҙмыш ҡушыуылыр инде. Һуңынан, байтаҡ йыл үткәс, атайым һуғыш башланғанға тиклем үк ысын һалдат булып киткәненә шатланып бөтә алманы. Сик буйы һаҡсыһы булып хеҙмәт иткәндә алған тәжрибәһе һуңынан фронтта бик кәрәк булған икән. Белемле кеше булараҡ, уны тәүҙә сәйәси уҡыуҙар ойоштороуға йәлеп иткәндәр, һуңынан батальондың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлағандар.
1941 йылдың 22 июнь таңында ул һаҡта тора. Тынсыу төн ҡот осмалы бомба һөжүме менән тамамлана. Ябай ғына ҡоралланған сик буйы һалдаттары беренселәрҙән булып дошманға ҡаршы күтәрелә. Артабан иһә улар уҡсылар батальоны составында алыша.
Һуғыштың иң ауыр, һынылышлы мәлендә Тимербулат Юлдашев ВКП(б) ағзаһына әйләнә, ошо мәлдән политрук вазифаһында хеҙмәт итә. Партия вәкиле бу­лараҡ, һүҙе менән дә, эше менән дә һалдаттарҙы дәрт­ләндереп тора ул. Ике тапҡыр мөһим документтар менән ҡамауҙан сыға. Кавказды, Керчь боғаҙын, Тамань ярымутрауын дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышты Ҡырымда тамамлай, Еңеү көнөн Одессала ҡаршылай. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Кавказды обороналаған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
1945 йылдың йәйендә Һарытау ҡалаһына сик буйы һаҡсылары тәрбиәләүсе училищеға уҡырға ебәрелә атайыбыҙ. Имтихандарҙы ашығыс тапшырып, кесе лейтенант дәрәжәһендә Одессаға хеҙмәткә йүнәлә. Бында ул караптарҙы тикшерә, контрабандаға ҡаршы көрәшә. 1946 йылда бандиттарҙы юҡ итеү буйынса маршал Жуков етәкселек иткән операцияла ҡатнаша.
Хәрби етәкселектең артабан да хеҙмәт итергә ҡалырға тигән тәҡдимен кире ҡағып, Тимербулат Миң­леғәле улы 1948 йылда запасҡа сыға. Баш­ҡорт­останға ҡайтҡас, Стәрлебаш районы ВКП(б)-һында партияның ойоштороу бүлеге мөдире вазифаһын тәҡдим итәләр. Шунан башлана ла инде атайымдың райондағы ауыл хужалығын тергеҙеү буйынса эше. Әммә, ниндәй генә уңыштарға өлгәшмәһен, хыялы балалар уҡытыу була. Етәкселек, тәүҙә ҡаршылашһа ла, ризалыҡ бирә. Тимербулат Юлдашев 2-се мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә.
Уҡыу йорто иҫке ағас йортта урынлашҡан була. Ауырлыҡтарға ҡарамай, Тимербулат Миңлеғәле улы БАССР-ҙың Мәғариф министрлығы ярҙамында таш бина һалдырыуға өлгәшә. Техникаға, төҙөүселәргә ҡытлыҡ булыуға ҡарамаҫтан, эш алға бара. Яңы уҡыу бинаһы 1953 йылдың көҙөндә үҙ ишектәрен аса.
1952 – 1956 йылдарҙа Тимербулат Юлдашев ситтән тороп БДУ-ның физика-математика факультетын тамамлай. Көслө етәксе тирәләй фекерҙәштәр командаһы туп­лана. Һәр яҡлап юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә иһә пионер һәм комсомол ойошмаларының әүҙемлеге булышлыҡ итә. Һөҙөмтәле эшләгән 2-се мәктәп бөтөн район уҡыусылары өсөн үҫеш үҙәгенә әүерелә. Унда белем алыусылар район һәм республика кимәлендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла тәүге урындарҙы яу­лай. Юғары һөҙөмтәләрҙе күреп, республиканың Мәға­риф министрлығы бер нисә тапҡыр тикшереү үткәрә һәм уҡытыу-тәрбиә эше юғары кимәлдә ойошторолған тигән фекергә килә. 1962 йылда Тимербулат Юлдашев “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, 1968 йылда иһә Мәскәүҙә Бөтә Союз уҡытыусылары съезында ҡатнаша.
60-сы йылдарҙа мәктәп шаҡ ҡатырғыс уңыштарға өлгәшә: матди-техник база нығытыла, 120 урынлыҡ интернат төҙөлә, йыһаздар, уҡыу әсбаптары, трактор, ма­ши­на һатып алына. Тимербулат Юлдашевтың баш­лан­ғысы менән яңы уҡыу корпусы төҙөлә башлай һәм 1968 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Ул ваҡытта мәктәптә 1500-ҙән ашыу бала уҡый! Тотош район халҡы балаларын тап ошо мәктәпкә бирергә тырыша. Ни тиһәң дә, бында белем алыусылар һуңынан юғары уҡыу йортона имтиханды еңел бирә.
Оҙаҡ йылдар ал-ял белмәй эшләгән Тимербулат Миңлеғәле улы БАССР Юғары Советы Президиумының, Мәғариф министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнә. Төрлө ергә етәкселек эшенә саҡырып торһа­лар ҙа, баш тарта ул. Чиновник эше ылыҡтырмай.
Намыҫлылығы, принципиаллелеге, тәрбиәлелеге, үҙ эшенең оҫтаһы һәм талантлы етәксе булғаны өсөн ба­рыһы ла хөрмәт итте атайыбыҙҙы. Ул 2-се мәктәп директоры вазифаһын утыҙ йыл башҡарҙы. Һуғыш ауыр­лыҡ­тарын үткән ветеран, етәксе, йәмәғәт эшмәкәре генә түгел, ҡә­ҙерле атай, ғаилә башлығы ла булды. Әсәйебеҙ Гөл­шәмсә Мырҙахан ҡыҙы менән дүрт малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балалары ла юғары белем алды, ихтирамлы шәхестәр булып үҫеп етте. Өлкән улдары Әнүәр – офицер, Марс – медицина фәндәре докто­ры, профессор, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең ат­ҡа­ҙанған таби­бы, Мәрүән – агроном, оҙаҡ йылдар Баш­ҡорт­остандың Ауыл хужалығы министрлығында баш белгес булып эш­ләне, мин – медицина фәндәре кандидаты, Ҡаҙағстан­дың Алматы ҡалаһында акушер­лыҡ һәм гинекология буйынса фәнни үҙәктә эшләйем, Земфирабыҙ – уҡытыу­сы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.
Атайыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген ауылдаштары, райондаштары, уҡыусылары әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Уның хөр­мәтенә 2-се мәктәп бинаһында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, мәктәп музейында биографияһы буйынса бай мәғлүмәт тупланған. Исеменең яҡташтары тарафынан оҙаҡ йылдар онотолмауы – кеше өсөн иң ҙур баһалыр ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 52

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 42

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 37

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 54

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 42

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 54

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 36

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 56

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 39

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 42