Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Белем алыуға етди ҡарайым”
“Белем алыуға етди ҡарайым” Көндөҙгө бүлек студенттарын 18-20 йәшлек итеп күҙ алдына баҫтырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә бына Баймаҡ егете Тимур Рәхмәтуллин юғары белем артынан әрме хеҙмәтен үтәп, бер аҙ эшләп, тормош тәжрибәһен туплағас ҡына юлланған. Бөгөн ул – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт филологияһы факультетының IV курс студенты. Нимә сәбәпсе булды икән егеттең тел ғилемен өйрәнеү ниәтенә?

– Тимур, баймаҡтар БДУ-ның Сибай институтында күп кенә, Өфөлә лә бай­тағы уҡый. Ә һин Стәрлетамаҡҡа нисек килеп сыҡтың?
– Тәүге һабаҡтарҙы ауылдағы мәктәптә, Баймаҡ лицей-интернатында алдым. Унан әрмегә киттем. Ҡайтҡас, Йылайыр райо­ны­ның Юлдыбай ауылындағы 80-се ли­цейҙа иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерҙем.
Ә тарих былайыраҡ. XI класты та­мам­лағас, теүәл фәндәрҙе еңелерәк үҙләш­те­реүемә ҡарап, Сибай институтына ма­тематика буйынса уҡырға ингәйнем. Әрменән ҡайтҡас та, бер нисә йыл рәттән имтихандарҙы уңышлы тапшырып, ошо уҡ уҡыу йортона конкурстан үттем, ләкин һа­ман эшләп йөрөнөм, шул арала Юлды­байҙа белем алып өлгөрҙөм. Күпме генә өгөтләһәләр ҙә, физик-математик булыу теләге менән янманым. Күрәһең, юлым Стәрлетамаҡҡа яҙған.
Бында уҡырға инеүем дә ҡыҙыҡ килеп сыҡты: Баймаҡҡа эш буйынса килдем, барлыҡ документтар ҙа – ҡулым­да. Ҡаланың 1-се мәктәбе янынан үтеп барғанда, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академия­һына абитуриенттар ҡабул ителеүе ха­ҡында ике-өс көн элек район гәзитендә сыҡҡан иғлан иҫкә төштө. Юлымды уңға бороп, мәктәпкә инеп тә киттем. Буласаҡ уҡытыусыларым ихлас ҡаршы алды, документтарымды, аттестатымды ҡаранылар. Контроль эш яҙып тапшырып, юлымды ары дауам иттем. Әҙерәк ваҡыт үткәс, Стәрлетамаҡтан шылтыратып, уҡырға ине­үем тураһында хәбәр иттеләр. Был хаҡ­та бер кемгә лә белдермәнем, яҡын­дарыма ла уҡырға китергә өс көн ҡалғас ҡына әйттем.
– 27 йәшлек мәктәп директоры, бү­лек мөдире, хатта хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары менән әңгәмәләшкән бар, ә бына студент менән – тәүге тап­ҡыр. Тормош тәжрибәһен туплаған ке­ше булараҡ, һин төркөмдә лә, ятаҡта ла “командирһыңдыр”?
– Улай тип әйтмәҫ инем, мин – ҡәҙимге студент. Тырышып уҡыйым, өйгә эште ваҡытында үтәйем, кәрәк саҡта дуҫта­рыма, курсташтарыма кәңәш бирәм, үҙем белмәгәндәрҙе уларҙан һорайым.
Ятаҡ бүлмәһендә өс егет йәшәйбеҙ. Төрлө факультетта уҡыһаҡ та, өйгә эште бергә, ярҙамлашып башҡарабыҙ. Һөнәр башҡа булыуға ҡарамаҫтан, программалар, китаптар оҡшаш, ғөмүмән, бер ғаилә һымаҡ татыу, берҙәм көн итәбеҙ. Шуға уҡыуы ла еңел дә, күңелле лә.
– Студент тормошо ялҡытып китмәйме һуң?
– Уҡырға һуңлап инеүем белем алыуға етдиерәк ҡарарға ярҙам итә кеүек, ғүмер үткән һайын ғилемдең тормош­тағы әһә­миә­тенә нығыраҡ төшөнәһең икән. Йәш­тәргә мөмкинлектәрҙе ҡулы­ғыҙҙан ысҡын­дыр­мағыҙ, ваҡытығыҙҙы дөрөҫ бүлегеҙ, бурыстарығыҙға яуаплы ҡарағыҙ тип әйтке килә. Ғүмер бер генә бирелә, йәшнәп йәшәп ҡалырға кәрәк!
– Һине йәш һәм өмөтлө шағир булараҡ та беләбеҙ…
– Әҙәбиәткә һөйөүем бала саҡтан килә. Өйҙә барыбыҙ ҙа китап, гәзит-журнал уҡырға яратабыҙ. Ауыл, район китапханаларында булғанды уҡып бөткәс, рухи аҙыҡты атайым Мәскәүҙән алдыра башланы. Әле лә ай һайын китаптар килеп тора.
Шиғриәткә килгәндә, II курста ғына яҙыша башланым. Күрәһең, туған факультетымда эшләгән остаздарҙың телебеҙгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү уята белеүҙәренәндер был. Уларға мең рәхмәтлемен. Шул уҡ ваҡытта күңел өсөн генә яҙып ҡалмай, әҙәбиәттең төбөнә төшкөм, уны ныҡлап өйрәнгем килә.
Шиғриәттән тыш, бер йыл элек драматургия менән шөғөлләнә башланым. Был йәһәттән “Хәҙерге драматургия һәм режиссура” республика семинарында ҡатнашыу ярҙам итә. Күп кенә йәш драматург, режиссер, стенограф, актер һәм композиторҙар менән таныштым. Ижадыма йоғонтоһо ҙур булды. Проза менән дә ҡыҙыҡһынам, балалар һәм өлкәндәр өсөн хикәйәләр яҙам.
Ижад фекерҙе тиҙ тупларға ярҙам итә. Мәҫәлән, драматургия семинарынан ҡайтҡас, режиссерҙарҙың алымдарын ҡулланып, быға тиклем булмаған үҙенсәлекле дәрестәр ойошторам.
– Ижад тигәндән, Әҙәбиәт йылына ниндәй өмөт бағлайһың?
– Яңы исемдәр асылыр, яңы китаптар нәшерләнер, тип өмөтләнәм. Ҡәләм тирбәтергә, үҙемде әҙәби конкурстарҙа һынап ҡарарға ниәтем.

Рәмил МАНСУРОВ
әңгәмәләште.








Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 1

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы

Комментарий өҫтәргә