Көндөҙгө бүлек студенттарын 18-20 йәшлек итеп күҙ алдына баҫтырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә бына Баймаҡ егете Тимур Рәхмәтуллин юғары белем артынан әрме хеҙмәтен үтәп, бер аҙ эшләп, тормош тәжрибәһен туплағас ҡына юлланған. Бөгөн ул – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт филологияһы факультетының IV курс студенты. Нимә сәбәпсе булды икән егеттең тел ғилемен өйрәнеү ниәтенә? – Тимур, баймаҡтар БДУ-ның Сибай институтында күп кенә, Өфөлә лә байтағы уҡый. Ә һин Стәрлетамаҡҡа нисек килеп сыҡтың?
– Тәүге һабаҡтарҙы ауылдағы мәктәптә, Баймаҡ лицей-интернатында алдым. Унан әрмегә киттем. Ҡайтҡас, Йылайыр районының Юлдыбай ауылындағы 80-се лицейҙа иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерҙем.
Ә тарих былайыраҡ. XI класты тамамлағас, теүәл фәндәрҙе еңелерәк үҙләштереүемә ҡарап, Сибай институтына математика буйынса уҡырға ингәйнем. Әрменән ҡайтҡас та, бер нисә йыл рәттән имтихандарҙы уңышлы тапшырып, ошо уҡ уҡыу йортона конкурстан үттем, ләкин һаман эшләп йөрөнөм, шул арала Юлдыбайҙа белем алып өлгөрҙөм. Күпме генә өгөтләһәләр ҙә, физик-математик булыу теләге менән янманым. Күрәһең, юлым Стәрлетамаҡҡа яҙған.
Бында уҡырға инеүем дә ҡыҙыҡ килеп сыҡты: Баймаҡҡа эш буйынса килдем, барлыҡ документтар ҙа – ҡулымда. Ҡаланың 1-се мәктәбе янынан үтеп барғанда, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына абитуриенттар ҡабул ителеүе хаҡында ике-өс көн элек район гәзитендә сыҡҡан иғлан иҫкә төштө. Юлымды уңға бороп, мәктәпкә инеп тә киттем. Буласаҡ уҡытыусыларым ихлас ҡаршы алды, документтарымды, аттестатымды ҡаранылар. Контроль эш яҙып тапшырып, юлымды ары дауам иттем. Әҙерәк ваҡыт үткәс, Стәрлетамаҡтан шылтыратып, уҡырға инеүем тураһында хәбәр иттеләр. Был хаҡта бер кемгә лә белдермәнем, яҡындарыма ла уҡырға китергә өс көн ҡалғас ҡына әйттем.
– 27 йәшлек мәктәп директоры, бүлек мөдире, хатта хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары менән әңгәмәләшкән бар, ә бына студент менән – тәүге тапҡыр. Тормош тәжрибәһен туплаған кеше булараҡ, һин төркөмдә лә, ятаҡта ла “командирһыңдыр”?
– Улай тип әйтмәҫ инем, мин – ҡәҙимге студент. Тырышып уҡыйым, өйгә эште ваҡытында үтәйем, кәрәк саҡта дуҫтарыма, курсташтарыма кәңәш бирәм, үҙем белмәгәндәрҙе уларҙан һорайым.
Ятаҡ бүлмәһендә өс егет йәшәйбеҙ. Төрлө факультетта уҡыһаҡ та, өйгә эште бергә, ярҙамлашып башҡарабыҙ. Һөнәр башҡа булыуға ҡарамаҫтан, программалар, китаптар оҡшаш, ғөмүмән, бер ғаилә һымаҡ татыу, берҙәм көн итәбеҙ. Шуға уҡыуы ла еңел дә, күңелле лә.
– Студент тормошо ялҡытып китмәйме һуң?
– Уҡырға һуңлап инеүем белем алыуға етдиерәк ҡарарға ярҙам итә кеүек, ғүмер үткән һайын ғилемдең тормоштағы әһәмиәтенә нығыраҡ төшөнәһең икән. Йәштәргә мөмкинлектәрҙе ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ, ваҡытығыҙҙы дөрөҫ бүлегеҙ, бурыстарығыҙға яуаплы ҡарағыҙ тип әйтке килә. Ғүмер бер генә бирелә, йәшнәп йәшәп ҡалырға кәрәк!
– Һине йәш һәм өмөтлө шағир булараҡ та беләбеҙ…
– Әҙәбиәткә һөйөүем бала саҡтан килә. Өйҙә барыбыҙ ҙа китап, гәзит-журнал уҡырға яратабыҙ. Ауыл, район китапханаларында булғанды уҡып бөткәс, рухи аҙыҡты атайым Мәскәүҙән алдыра башланы. Әле лә ай һайын китаптар килеп тора.
Шиғриәткә килгәндә, II курста ғына яҙыша башланым. Күрәһең, туған факультетымда эшләгән остаздарҙың телебеҙгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү уята белеүҙәренәндер был. Уларға мең рәхмәтлемен. Шул уҡ ваҡытта күңел өсөн генә яҙып ҡалмай, әҙәбиәттең төбөнә төшкөм, уны ныҡлап өйрәнгем килә.
Шиғриәттән тыш, бер йыл элек драматургия менән шөғөлләнә башланым. Был йәһәттән “Хәҙерге драматургия һәм режиссура” республика семинарында ҡатнашыу ярҙам итә. Күп кенә йәш драматург, режиссер, стенограф, актер һәм композиторҙар менән таныштым. Ижадыма йоғонтоһо ҙур булды. Проза менән дә ҡыҙыҡһынам, балалар һәм өлкәндәр өсөн хикәйәләр яҙам.
Ижад фекерҙе тиҙ тупларға ярҙам итә. Мәҫәлән, драматургия семинарынан ҡайтҡас, режиссерҙарҙың алымдарын ҡулланып, быға тиклем булмаған үҙенсәлекле дәрестәр ойошторам.
– Ижад тигәндән, Әҙәбиәт йылына ниндәй өмөт бағлайһың?
– Яңы исемдәр асылыр, яңы китаптар нәшерләнер, тип өмөтләнәм. Ҡәләм тирбәтергә, үҙемде әҙәби конкурстарҙа һынап ҡарарға ниәтем.
Рәмил МАНСУРОВ
әңгәмәләште.