Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алдағыһын уйлау мөһим
Алдағыһын уйлау мөһим “Ауыл хужалығы — отошһоҙ тармаҡ” тигәнде йыш ишетергә тура килә. “Наумкино” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Виталий Воронин башҡаса фекерҙә:


— Нисек отошһоҙ булһын ти, әгәр һин ергә бер бөртөк бойҙай һалып, егермене алдың икән? Тик уны үҫтереү өсөн тупраҡҡа тейешле ашлама индерергә, тәрбиәләргә кәрәк. Эйе, Хөкүмәт тарафынан ярҙам бүленеүе мөһим. Шунһыҙ булмай. Хәйер, уныһы инде — башҡа мәсьәлә. Шулай ҙа һөҙөмтә тәү сиратта эшкә булған мөнәсәбәткә бәйле...
Хужалыҡта был йәһәттән эш тейешенсә ойош­торолған: ҡайҙа ла тәртип, иҫәп-хисап ваҡытында атҡарыла. Игенселек менән бер рәттән, төп йүнәлеш итеп малсылыҡ тармағын да алғандар. Наумкино, Мәҫәле, Төрөмбәт ауылдарындағы өс һөтсөлөк фермаһында ике мең баш һыйыр малы аҫрала.
Баш зоотехник Илдар Жданов әйтеүенсә, һауын һыйырҙарын ишәйтеү үҙҙәре үҫтергән таналар иҫәбенә бара. Мәҫәлән, уҙған йыл ғына ла 86 баш өҫтәлгән. Күп ерҙә ҡара-сыбар тоҡомло малдарҙы кәртә эсендә тотоп, аҙыҡты ташып ашатыу яғын ҡарайҙар. Был, әлбиттә, күпмелер кимәлдә һөт һауыуҙы арттыра. Ләкин, миҙал ике яҡлы булған кеүек, алымдың башҡаһы ла бар: болон-туғайҙарҙа төрлө үлән үҫә, йәғни хайуанҡайҙар теләгәнен ашай ала. Сығым менән килемде бизмәнгә һалғанда ла, уйланырлыҡ урын бар.
Алдағыһын уйлау мөһимХужалыҡ үҙ көсө менән уҙған йыл ғына алты һөт үткәргес, һыуытҡыс урынлаштырған. Хәҙер һауын­сылар биҙрә, феләк күтәреп йөрөмәй. Төҙөлөш, төҙөкләндереү эше бының менән генә туҡталмаған, әлбиттә. Фермалар тирәһендә ялан кәртәләр яңынан эшләнгән, эсереү-ашатыу урындары булдырылған. Мәҫәле ауылында 160 баш мал­ға ҡура төҙөлгән, элекке быҙауҙар торған бинаны һауын һыйырҙары тотор өсөн үҙгәрткәндәр. Быйыл иһә унда яңы бы­ҙаулаған йәш мал индереләсәк. Әле 700 һыйыр һауыла. Һөт иһә үҙҙәренең “Ауыр­ғазымолпродукт” заводына оҙатыла. Әйткәндәй, хужалыҡта барлығы 200-ләп кеше эшләһә, заводта 40-ҡа яҡынына эш урыны булдырылған.
Тоҡомсолоҡ эше яҡшы ойошторолған. Һыйыр, таналар тик яһалма аталандырыла. Ғөмүмән, был йәһәттән районда нәҫелде яҡшыртыу эшенә етди ҡарайҙар. Ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы Радик Абдрахманов әйтеүенсә, мал аҙығы әҙерләүгә лә иғтибар ҙур. Юҡҡа ғына “Һыйырҙың һөтө — телендә” тимәгән бит халыҡ.
Шуныһы мөһим: малсылыҡ һымаҡ ауыр тармаҡта булһынмы, игенселектәме, Ауырғазы йәштәре тырышып эшләй, күптәре ауылда ҡала. Был, әлбиттә, хеҙ­мәт хаҡына ла, шәхси хужалығы булғандарға ярҙам итеүҙәренә лә бәйле. Шуға элекке традицияларҙы онотмай, яңыларын булдырып йәшәйҙәр. Бында дәртләндереү сараларын күҙ уңында тотам. Мәҫә­лән, һауынсы Ольга Матвеева Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләк­ләнгән. Лариса Никитинаның да, башҡа уңғандарҙың да эше район, хужалыҡ етәкселәре тарафынан баһаланып килә.
— Беҙҙең йәмғиәт башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Эшләгән кешегә йөҙ менән боролоп, шарттар ғына тыуҙырырға кәрәк, — ти Виталий Юрьевич. Һуңынан былай ғына өҫтәне:
— Әлбиттә, баҙар шарттарында киләсәкте күҙаллау мөһим.





Автор: Т. МУСИН Район: Ауырғазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә