Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәүбә итһәң, ярлыҡарҙар
Ошо аҙнала республиканың Ярлыҡау буйынса комиссияһы үҙенең быйылғы өсөнсө ултырышын үткәрҙе. Уның ҡарамағына төрмәләрҙә ултырған тотҡондарҙан ярлыҡауҙы һораған һигеҙ үтенес килгәйне.

Стәрлетамаҡ колонияһынан ебәрелгән тәүге мө­рә­жәғәттең хужаһы наркотиктар һатып алырға һәм һаҡларға теләгән өсөн хөкөм ителгән. Дөрөҫ, ул был ағыуҙы кемгәлер һатыу маҡсатын ҡуймаған. Бынан тыш, егет урлашыуҙа ла ғәйепләнә. Енәйәтте ауырайтыусы хәл бар: урланған әйберҙең хужаһына килтерелгән зыян ҙур ғына. Һөҙөмтәлә бур һәм наркотиктар яратыусы өс йылға иркенән мәхрүм ителгән.
– Енәйәтсе ошо гонаһтары өсөн үкенә, урланған әйберҙең хаҡын ҡапларға риза, – тине комиссияның бер ағзаһы.
– Ләкин ул, аңлауымса, оҙаҡ йылдар наркотик ҡуллана, – тип ҡаршы төштө икенсеһе. – Төрмәлә ултырыу уға был афәттән ҡотолорға форсат бирер, бәлки?
Үҙ-ара фекер алышҡандан һуң үтенесте кире ҡағырға ҡарар иттеләр.
Һәр ғариза комиссия ағзалары тарафынан ентекле ҡаралды. Фекер айырымлыҡтары тыуһа, рәсми ҡағыҙҙарҙы яңынан тикшерергә керешәләр, сөнки тәҡдимеңде дәлилләргә кәрәк... Хөкөмдәрҙең төрлөһө бар: ҡайһы ва­ҡыт яза артыҡ ҡаты булып сыға, иркенән мәхрүм ителеүгә бер нисә ай ғына үткәс тә ярлыҡау һорай башлаған кешеләр ҙә бар. Комиссия, ғәҙәттә, иҫерткес эсемлектәр һәм наркотик менән бәйле булған, шулай уҡ шәхескә ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙе ярлыҡамау яҡлы. Мәҫәлән, үтенеүселәрҙең береһе автомобилде эскән килеш йөрөтөүе арҡаһында һәләкәткә юлыҡҡан: ҡаршы юл һыҙатына барып сығып, машина түңкәрелгән, пассажир ҡатын һәләк булған. Был ир үҙенең ғәйебен һаман танымай, сөнки “бер нәмә лә хәтерләмәй”. Ләкин уның ғәйепле булыуына шаһиттар табыла, суд енәйәтте иҫбат итә. Комиссия ағзаларының өҫтәмә дәлилдәр табыу маҡсаты менән яҙылған хаттарына енәйәтсенең туғандары яуап бирмәй. Шуға күрә был үтенес тә кире ҡағылды.
Ә икенсе бер тотҡондоң шулай уҡ рулдә ултырғанда ҡаршы юл һыҙатында йөк машинаһына бәрелеүен бәхет­һеҙлек осрағы тип ҡабул итергә мөмкин. Уның да, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, пасcажиры үлгән, үҙенең улы зағифләнгән.
– Кеше үҙенең ҡылған ғәйебен таный, ысын күңелдән үкенә, ғәйебен аҡларға әҙер. Әйҙәгеҙ, уға был мөмкинлекте бирәйек, – тине комиссия рәйесе, Башҡортостан Респуб­ликаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Мөрәжәғәт итеүсенең һәләкәт мәлендә айыҡ булыуын, беренсе тапҡыр хаталаныуын, төрмә етәкселегенең ыңғай характеристика биреүен, бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләүен иҫәпкә алып, уны аҡлауҙы юлларға ҡарар иттеләр. Артабан был эш Мәскәүгә китә, ундағы тейешле инстанцияларҙы үткәс кенә һуңғы ҡарар сыға.
Шулай итеп, һигеҙ үтенестең береһе генә яҡлау тапты, ҡалғандары кире ҡағылды.
Ярлыҡау комиссияһы беҙҙең республикала 1995 йылдан алып эшләй. Унда әле 15 ағза иҫәпләнә, уларҙың дүртәүһе яңы ғына тәғәйенләнгән. Комиссия ултырыштарын үткәреүҙең аныҡ графигы юҡ, уның ағзалары үтенестәр ҡасан һәм күпме килеүенә ҡарап йыйыла, былтыр ошондай ултырыштар ете тапҡыр уҙғарылды.




Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә