Тәүбә итһәң, ярлыҡарҙар20.06.2015
Ошо аҙнала республиканың Ярлыҡау буйынса комиссияһы үҙенең быйылғы өсөнсө ултырышын үткәрҙе. Уның ҡарамағына төрмәләрҙә ултырған тотҡондарҙан ярлыҡауҙы һораған һигеҙ үтенес килгәйне.
Стәрлетамаҡ колонияһынан ебәрелгән тәүге мөрәжәғәттең хужаһы наркотиктар һатып алырға һәм һаҡларға теләгән өсөн хөкөм ителгән. Дөрөҫ, ул был ағыуҙы кемгәлер һатыу маҡсатын ҡуймаған. Бынан тыш, егет урлашыуҙа ла ғәйепләнә. Енәйәтте ауырайтыусы хәл бар: урланған әйберҙең хужаһына килтерелгән зыян ҙур ғына. Һөҙөмтәлә бур һәм наркотиктар яратыусы өс йылға иркенән мәхрүм ителгән.
– Енәйәтсе ошо гонаһтары өсөн үкенә, урланған әйберҙең хаҡын ҡапларға риза, – тине комиссияның бер ағзаһы.
– Ләкин ул, аңлауымса, оҙаҡ йылдар наркотик ҡуллана, – тип ҡаршы төштө икенсеһе. – Төрмәлә ултырыу уға был афәттән ҡотолорға форсат бирер, бәлки?
Үҙ-ара фекер алышҡандан һуң үтенесте кире ҡағырға ҡарар иттеләр.
Һәр ғариза комиссия ағзалары тарафынан ентекле ҡаралды. Фекер айырымлыҡтары тыуһа, рәсми ҡағыҙҙарҙы яңынан тикшерергә керешәләр, сөнки тәҡдимеңде дәлилләргә кәрәк... Хөкөмдәрҙең төрлөһө бар: ҡайһы ваҡыт яза артыҡ ҡаты булып сыға, иркенән мәхрүм ителеүгә бер нисә ай ғына үткәс тә ярлыҡау һорай башлаған кешеләр ҙә бар. Комиссия, ғәҙәттә, иҫерткес эсемлектәр һәм наркотик менән бәйле булған, шулай уҡ шәхескә ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙе ярлыҡамау яҡлы. Мәҫәлән, үтенеүселәрҙең береһе автомобилде эскән килеш йөрөтөүе арҡаһында һәләкәткә юлыҡҡан: ҡаршы юл һыҙатына барып сығып, машина түңкәрелгән, пассажир ҡатын һәләк булған. Был ир үҙенең ғәйебен һаман танымай, сөнки “бер нәмә лә хәтерләмәй”. Ләкин уның ғәйепле булыуына шаһиттар табыла, суд енәйәтте иҫбат итә. Комиссия ағзаларының өҫтәмә дәлилдәр табыу маҡсаты менән яҙылған хаттарына енәйәтсенең туғандары яуап бирмәй. Шуға күрә был үтенес тә кире ҡағылды.
Ә икенсе бер тотҡондоң шулай уҡ рулдә ултырғанда ҡаршы юл һыҙатында йөк машинаһына бәрелеүен бәхетһеҙлек осрағы тип ҡабул итергә мөмкин. Уның да, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пасcажиры үлгән, үҙенең улы зағифләнгән.
– Кеше үҙенең ҡылған ғәйебен таный, ысын күңелдән үкенә, ғәйебен аҡларға әҙер. Әйҙәгеҙ, уға был мөмкинлекте бирәйек, – тине комиссия рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Мөрәжәғәт итеүсенең һәләкәт мәлендә айыҡ булыуын, беренсе тапҡыр хаталаныуын, төрмә етәкселегенең ыңғай характеристика биреүен, бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләүен иҫәпкә алып, уны аҡлауҙы юлларға ҡарар иттеләр. Артабан был эш Мәскәүгә китә, ундағы тейешле инстанцияларҙы үткәс кенә һуңғы ҡарар сыға.
Шулай итеп, һигеҙ үтенестең береһе генә яҡлау тапты, ҡалғандары кире ҡағылды.
Ярлыҡау комиссияһы беҙҙең республикала 1995 йылдан алып эшләй. Унда әле 15 ағза иҫәпләнә, уларҙың дүртәүһе яңы ғына тәғәйенләнгән. Комиссия ултырыштарын үткәреүҙең аныҡ графигы юҡ, уның ағзалары үтенестәр ҡасан һәм күпме килеүенә ҡарап йыйыла, былтыр ошондай ултырыштар ете тапҡыр уҙғарылды.