Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Утлы йылдарҙа сыныҡҡан
Утлы йылдарҙа сыныҡҡан 1945 йылдың Еңеү яҙы йылдан-йыл алыҫая, ҡәһәрле һуғыш яралары уңала бара кеүек. Әммә ул утлы йылдар ҙа, бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып барған ҡанлы яу шаһиттары ла, “Бөтәһе лә — Еңеү өсөн!” тип ут йотоп, күтәрмәҫлек ауырлыҡтарҙы күтәргән тыл хеҙмәтсәндәре лә халыҡ хәтеренән мәңге юйылмаясаҡ...

Яманһаҙ ауылының абруйлы аҡ­һа­ҡал­да­ры­ның береһе — Ғәлиәхмәт Бәхтейәров сығышы менән Борай райо­нынан. Ғаиләләге дүрт баланың кинйәһе илгә афәт ябырылғанда тыу­ған, Баҙраҡ ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. Ир-уҙамандар яу ҡырына оҙатылғас, трактор брига­даһына беркетелә, ә 1943 йылдың ғинуарында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Алкинда тейешле әҙерлек үткәндән һуң фронтҡа оҙатыла.
1925 йылда тыуғандарҙың күбеһе, моғайын, сирҡанысты Курск дуға­һын­да алғандыр. 18 йәшлек Ғәлиәх­мәттең дә яу юлдары Воронеж эргә­һендә, Орел — Курск йүнәлешендә, башлана. 26-сы гвардия бригадаһының 3-сө батальоны 1-се ротаһы пулеметсыһы Ғәлиәхмәт Бәхтейәров һуғыш аҙағына тиклем бер үк часта ҡала. Уның бригадаһы Украина, Белоруссия, Латвия ерҙәрендә күп ҡала, ауылды дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша.
— Ҡайһыһына тура бәреп инәһең, ҡайһы­һының ситенән үтеп китәһең, һалдат ни, уларҙың исемен дә белеп өлгөрмәй. Техника бигерәк күп булды, ундағы мәхшәрҙән ҡолаҡ тоноп, төтөнгә сәсәп, ҡайҙа дошман, ҡайҙа үҙебеҙҙекеләр икәнен дә айырыуы ҡыйын мәлдәр байтаҡ ине, — тип иҫкә ала ветеран ул көндәрҙе.
15 сентябрҙә дошмандың үҙәк ба­заһының береһе урынлашҡан, бик ныҡ нығытылған һәм һаҡланған Нежин ҡалаһын алғас, корпусҡа уның исеме бирелә. Ике көн буйы күп ғәскәр ҡат­нашлығында барған ҡаты алышта был исемгә тағы өс бригада һәм ике дивизия лайыҡ була, ә айырыуса әүҙем алышҡан яҡташыбыҙҙың 26-сы бри­гадаһы Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡ­дим ителә. Улар хөрмәтенә Мәскәүҙә 124 орудиенан 12 артиллерия залпы бирелеүе лә был операцияның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын күрһәтә.
Дошманды илдән ҡыуып сығарғас, яҡташыбыҙҙың артабанғы яу юлдары Польша аша Германияға үтә, Бер­линға ла күп ҡалмай. Әммә Дрезден эргәһендәге ҡаты алышта яраланған яугиргә Бөйөк Еңеүҙе госпиталдә ҡаршыларға тура килә.
Еңеү йәйендә тыуған төйәгенә ҡай­тып төшкән егет шунда уҡ колхоз эше­нә егелә, ғаилә ҡора, Бөрө һөнәрселек училищеһында уҡып та сыға.
Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү баш­ланған 1954 йылда Ғәлиәхмәт Бәхте­йәров ғаиләһе менән 109-сы йыл­ҡысылыҡ заводы үҙәге Яманһаҙ ауылына (Йылайыр районы) килеп төпләнә. Ең һыҙғанып ер эшкәртеүгә тотонған сиҙәмсенең артабанғы хеҙ­мәт юлы тулыһынса трактор һәм комбайн штурвалы артында үтә. Һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булған игенсе Ғәлиәхмәт Суфиян улы ихтирам ителә, ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, фиҙакәр хеҙмәте “Социалистик ярышта еңеүсе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “РСФСР ауыл хужалығы социалистик ярыш алдынғыһы” билдәләре, миҙалдар менән баһалана, ауылдаштары депутат итеп тә һайлай уны.
Эшһеҙ тороуҙы йәне һөймәгән уҙаман хаҡлы ялға сыҡҡас та совхоз эшенән айырылыуҙы хушһынмай. Өлгөлө ғаилә башлығы булараҡ та билдәле ул: тормош иптәше Нәжимә апай менән үҙенә алмашҡа дүрт егет үҫтерә. Уларҙы әрмегә оҙатыу, ҡаршы алыу, башлы-күҙле итеү, туйҙар үткәреү — уйлап ҡараһаң, үҙе бер йылъяҙмалыр, моғайын. Эшһөйәр, спортсы һәм техника “ене” ҡағылған егеттәр һөнәр үҙләштереп, төрлө урындарҙа үҙаллы донъя көтә. Мәғариф ветерандары Нурия менән Йәүҙәт Бәхтейәровтар өлгөлө хужалыҡ алып бара, билдәле спортсылар ҙа.
Яугир-сиҙәмсенең һигеҙ ейән-ейәнсәре, ике бүлә-бүләсәре үҫә, араларында юғары белемле белгестәр ҙә бар. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, Яманһаҙ ауылының почетлы гражданы, билдәле сиҙәмсе Ғәлиәхмәт Суфиян улы Бәхтейәров 90 йәшен билдәләне.




Автор: Фәрит РӘМОВ. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә