1945 йылдың Еңеү яҙы йылдан-йыл алыҫая, ҡәһәрле һуғыш яралары уңала бара кеүек. Әммә ул утлы йылдар ҙа, бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып барған ҡанлы яу шаһиттары ла, “Бөтәһе лә — Еңеү өсөн!” тип ут йотоп, күтәрмәҫлек ауырлыҡтарҙы күтәргән тыл хеҙмәтсәндәре лә халыҡ хәтеренән мәңге юйылмаясаҡ...Яманһаҙ ауылының абруйлы аҡһаҡалдарының береһе — Ғәлиәхмәт Бәхтейәров сығышы менән Борай районынан. Ғаиләләге дүрт баланың кинйәһе илгә афәт ябырылғанда тыуған, Баҙраҡ ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. Ир-уҙамандар яу ҡырына оҙатылғас, трактор бригадаһына беркетелә, ә 1943 йылдың ғинуарында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Алкинда тейешле әҙерлек үткәндән һуң фронтҡа оҙатыла.
1925 йылда тыуғандарҙың күбеһе, моғайын, сирҡанысты Курск дуғаһында алғандыр. 18 йәшлек Ғәлиәхмәттең дә яу юлдары Воронеж эргәһендә, Орел — Курск йүнәлешендә, башлана. 26-сы гвардия бригадаһының 3-сө батальоны 1-се ротаһы пулеметсыһы Ғәлиәхмәт Бәхтейәров һуғыш аҙағына тиклем бер үк часта ҡала. Уның бригадаһы Украина, Белоруссия, Латвия ерҙәрендә күп ҡала, ауылды дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша.
— Ҡайһыһына тура бәреп инәһең, ҡайһыһының ситенән үтеп китәһең, һалдат ни, уларҙың исемен дә белеп өлгөрмәй. Техника бигерәк күп булды, ундағы мәхшәрҙән ҡолаҡ тоноп, төтөнгә сәсәп, ҡайҙа дошман, ҡайҙа үҙебеҙҙекеләр икәнен дә айырыуы ҡыйын мәлдәр байтаҡ ине, — тип иҫкә ала ветеран ул көндәрҙе.
15 сентябрҙә дошмандың үҙәк базаһының береһе урынлашҡан, бик ныҡ нығытылған һәм һаҡланған Нежин ҡалаһын алғас, корпусҡа уның исеме бирелә. Ике көн буйы күп ғәскәр ҡатнашлығында барған ҡаты алышта был исемгә тағы өс бригада һәм ике дивизия лайыҡ була, ә айырыуса әүҙем алышҡан яҡташыбыҙҙың 26-сы бригадаһы Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителә. Улар хөрмәтенә Мәскәүҙә 124 орудиенан 12 артиллерия залпы бирелеүе лә был операцияның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын күрһәтә.
Дошманды илдән ҡыуып сығарғас, яҡташыбыҙҙың артабанғы яу юлдары Польша аша Германияға үтә, Берлинға ла күп ҡалмай. Әммә Дрезден эргәһендәге ҡаты алышта яраланған яугиргә Бөйөк Еңеүҙе госпиталдә ҡаршыларға тура килә.
Еңеү йәйендә тыуған төйәгенә ҡайтып төшкән егет шунда уҡ колхоз эшенә егелә, ғаилә ҡора, Бөрө һөнәрселек училищеһында уҡып та сыға.
Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү башланған 1954 йылда Ғәлиәхмәт Бәхтейәров ғаиләһе менән 109-сы йылҡысылыҡ заводы үҙәге Яманһаҙ ауылына (Йылайыр районы) килеп төпләнә. Ең һыҙғанып ер эшкәртеүгә тотонған сиҙәмсенең артабанғы хеҙмәт юлы тулыһынса трактор һәм комбайн штурвалы артында үтә. Һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булған игенсе Ғәлиәхмәт Суфиян улы ихтирам ителә, ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, фиҙакәр хеҙмәте “Социалистик ярышта еңеүсе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “РСФСР ауыл хужалығы социалистик ярыш алдынғыһы” билдәләре, миҙалдар менән баһалана, ауылдаштары депутат итеп тә һайлай уны.
Эшһеҙ тороуҙы йәне һөймәгән уҙаман хаҡлы ялға сыҡҡас та совхоз эшенән айырылыуҙы хушһынмай. Өлгөлө ғаилә башлығы булараҡ та билдәле ул: тормош иптәше Нәжимә апай менән үҙенә алмашҡа дүрт егет үҫтерә. Уларҙы әрмегә оҙатыу, ҡаршы алыу, башлы-күҙле итеү, туйҙар үткәреү — уйлап ҡараһаң, үҙе бер йылъяҙмалыр, моғайын. Эшһөйәр, спортсы һәм техника “ене” ҡағылған егеттәр һөнәр үҙләштереп, төрлө урындарҙа үҙаллы донъя көтә. Мәғариф ветерандары Нурия менән Йәүҙәт Бәхтейәровтар өлгөлө хужалыҡ алып бара, билдәле спортсылар ҙа.
Яугир-сиҙәмсенең һигеҙ ейән-ейәнсәре, ике бүлә-бүләсәре үҫә, араларында юғары белемле белгестәр ҙә бар. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, Яманһаҙ ауылының почетлы гражданы, билдәле сиҙәмсе Ғәлиәхмәт Суфиян улы Бәхтейәров 90 йәшен билдәләне.